Бишәүҙәр

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Бишөүҙөр (рус. Бешевлярово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Арҡауыл ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 220 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80247810002.

Ауыл
Бешевлярово
башҡ. Бишәүҙәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат

Ауыл биләмәһе

Арҡауыл

Координаталар

55°22′48″ с. ш. 57°57′18″ в. д.HGЯO

Халҡы

220[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452493

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 810 002

ОКТМО коды

80 647 410 106

Бешевлярово (Рәсәй)
Бешевлярово
Бешевлярово
Бишәүҙәр (Башҡортостан Республикаһы)
Бешевлярово

Географик урыны

үҙгәртергә

Бишәүҙәр ауыл Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡ-көнбайышҡа 32 километр һәм Кропачёво тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡҡа табан 61 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Бишәүҙәр ауылына нигеҙ һалған. 1795 йылғы V йәниҫәп буйынса 33 йортта — 127 кеше, 1865 йылда 38 йортта 274 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1795 йылғы V йәниҫәп буйынса Бишәүҙәр атамалы ауыл теркәлгән. Рәсәй Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты, профессоры Р.Ғ. Кузеев Бишәүҙәр ауылы халҡының мәғлүмәтенә таянып, Үҫәргән ҡәбиләһе Бишәй ырыуының бер өлөшө, Һаҡмар йылғаһы бассейнынан төньяҡ-көнсығышҡа хәрәкәт итеп, Йүрүҙән буйына күскән һәм ошо ауылға нигеҙ һалған тип яҙған. Ауылдың ике нәҫелен бишәй һәм бүре[5] тип йөрөтәләр. Был осорҙа унда 33 хужалыҡта 127 кеше йәшәгән.

1816 йылда ике ауыл: Бишәүҙәр һәм Бишәүҙәр (Яубүләк) иҫәпкә алынған. Беренсе ауыла 14 хужалыҡ булып, уларҙа 51 ир-ат һәм 37 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Уларҙың ер биләмәләре 1864 йылдан башлап Мырҙалар улусының башҡа ауылдарынан айырым: ауылдан 3 саҡрым алыҫлыҡтағы Муҡшы йылғаһы буйлап 160 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре урынлашҡан. Баҫыусылыҡта ныҡлы сәсеү әйләнеше булдырылмаған. Ерҙе көңгөр һуҡаһына оҡшаған һабандар менән һөргәндәр.

1834 йылда 28 хужалыҡта — 70 ир-ат һәм 65 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 41 хужалыҡта 220 кеше йәшәгән.

Бишәүҙәр ауылы ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге менән сауҙа итеү урыны булған Арҡауылдан 2 саҡрымда ғына урынлашҡан.

1842 йылда 142 кешегә 42 сирек ужым һәм 173 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ҡайһы берҙәр 2 сирек картуф сәскән. Ауылда 1-әр һуҡҡыс һәм елгәргес булған. 33 хужаыҡта 250 ат, 200 һыйыр, 69 һарыҡ, 22 кәзә булған. Айырым хужалыҡтарҙа 5-әр умарта һәм солоҡ булған. Йылына 8 һум менән 20 балыҡ тотоу урыны ҡуртымға бирелгән. Яҙын һәм көҙөн 20-гә яҡын кеше завод һәм тимер юл эшенә киткән. Ярлы халыҡ яҡындағы ҡасабаларҙа ялланып хеҙмәт иткән. Ауылда мәсет тә булған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Бишәүҙәр ауылы халҡы урман кәсепселеге менән шөғөлләнгән.

1920 йылда Бишәүҙәр ауылының 76 хужалығында 354 кеше йәшәгән[7].

Әлеге ваҡытта Арҡауыл урта мәктәбенең филиалы — Бишәүҙәр башланғыс мәктәбе эшләй[8].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бишәүҙәр ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 334
1920 йыл 26 август 354
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 348
1959 йыл 15 ғинуар 303
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 238
2002 йыл 9 октябрь 265
2010 йыл 14 октябрь 220 104 116 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Кинзин Рәшит Кинйә улы (15 ноябрь 1923 йыл — 12 сентябрь 2002 йыл)- хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1986 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» (артабан «Йүрүҙән») совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983).

Урамдары

үҙгәртергә
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Ветерандар урамы (рус.  Ветеранов (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)
  • Таулы урамы — (рус.  Нагорная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Бишәүҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Бишәүҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. С. 158
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Бишәүҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Карта д. Бешевлярово. Улицы