Шлюхин Николай Матвеевич

Шлюхин Николай Матвеевич (24 декабрь 1914 йыл, Ырымбур губернаһы29 ноябрь 1992 йыл, Ишембай) — СССР нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).

Шлюхин Николай Матвеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Матвеевич Шлюхин Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Новотроицк ауылында тыуған (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы).

Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың көньяғында 40 нефть ятҡылығы асылған һәм бырауланған, яңы төр забой двигателдәре файҙаланыуға тапшырылған, юғары тәрәнлектәге быраулауҙың турбина ысулын үҙләштергән. Н. М. Шлюхин етәкселеге аҫтында быраулау һәм вышка монтаж эштәрен селтәрле планлаштыру буйынса индустриаль алым индерелә.

Белеме үҙгәртергә

Педагогия, һуңынан Стәрлетамаҡ нефть техникумын тамамлай[1]. Ишембай промыслаларында ике йыл эшләй. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем Баҡы промакадемияһында уҡый, ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғас тарҡатыла, шунан һуң Н.М. Шлюхин Ишембайға ҡайта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1936—1974 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһендә: быраулаусы, инженер, торба базалары начальнигы, 1947 йылдан - Ишембай быраулау контораһы директоры, 1968 йылдан - «Башюгнефтеразведка» (Ишембай) тресы идарасыһы урынбаҫары, 1970 йылдан - Ишембай УБР базаһы начальнигы.

Асылған һәм бырауланған нефть ятмалары араһында: Грачевка, Исим, Канчурино, Һарытау һ. б.

Уның етәкселегендә быраулау яйланмаларын ҡаҙан ҡоролмаларынан дизель электр үткәргесенә күсереү, «Уралмаш-3Д», «Уралмаш-5Д» быраулау яйланмаларының яңы төрҙәрен һынау һәм индереү буйынса эш алып барыла, быраулаусылар кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса яңы система индерелә

Бүләктәре үҙгәртергә

Ленин ордены (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1948).

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны: Елизавета Михайловна; балалары, Юрий, Борис, Людмила; ейәндәре Александр, Дмитрий, Сергей, Анастасия, Ольга, Ирина.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә