Ғәрә́п теле́ (ғәр. العربية‎, әл-ғәрәбиә) Афро-Азия ғаиләһенең семит тармағына ҡарай. Ғәрәп телендә һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 300 миллион кеше. Ҡөрьән китабы яҙылған классик ғәрәп телен бөтә донъя мосолмандары дини маҡсаттарҙа ҡуллана.

Ғәрәп теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

اللُّغَة العَرَبِيّة

Телде белеүселәр

2

Классификация
Категория

Афро-Азия телдәре

Афро-Азия ғаиләһе

Семит тармағы
Әлифба

ғәрәп яҙыуы[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

ара 050

ISO 639-1

ar

ISO 639-2

ara

ISO 639-3

ara

Был телдә Википедия

Тарихы үҙгәртергә

Ғәрәп теле афро-азиатик ғаиләнең семит тармағына ҡарай. Был тармаҡҡа ҡараған телдәрҙең байтағы — «үле» телдәр, тулыһынса ҡулланыуҙан сыҡҡандар йә дини маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла. Ғәрәп теле иһә, киреһенсә, донъя буйлап киң таралған. Быға ислам диненең үҫешеүе, айырыуса мосолмандарҙың изге китабы, ғәрәп телендә яҙылған Ҡөрьән сәбәбсе.

«Ғәрәп теле» термины тәү башлап беҙҙең эраға тиклемге яҡынса III быуатҡа ҡараған боронғо йәһүд сығанаҡтарында осрай. VII быуат баштарында беренсе яҙма ҡомартҡы — Ҡөрьән китабы пәйҙа була. Шул осорҙа ислам менән бергә ғәрәп теле киң тарала башлай. Бер быуат самаһы үтеүгә, ғәрәп теле Урта Азиялағы Амударъя йылғаһынан алып Атлантик океанға тиклем һуҙылған, хатта Европаның Иберий ярымутрауына үтеп ингән ҙур империяның рәсми теленә әүерелә.

Бөгөнгө көндә ғәрәп теле донъяла иң таралған телдәрҙең береһе булып тора.

Классик, әҙәби һәм һөйләш телдәре үҙгәртергә

Ғәрәп теленең бер-береһенән байтаҡҡа айырылып торған өс формаһы бар.

Классик ғәрәп теле, шулай уҡ ул Ҡөрьән ғәрәп теле исеме аҫтында билдәле — Ҡөрьән китабы яҙылған һәм ислам дәүеренә тиклемге дәүерҙән алып Ғәрәп хәлифәлеге тарҡалыуына тиклем ҡулланылған тел варианты. Теорияла классик ғәрәп телендә синтаксик һәм грамматик нормалар билдәләнә, шулай уҡ классик һүҙлек бирелә. Әммә ысынбарлыҡта хәҙерге авторҙар бер ҡасан да тиерлек саф классик ғәрәп телендә яҙмай, уның урынына иһә хәҙерге стандарт ғәрәп теле исеме аҫтында билдәле әҙәби телде ҡуллана. Телдең был варианты ғәрәп баҫмаларында, радио, телевидение, реклама, фильмдарҙа ҡулланыла, ҡайһы бер ғәрәп халыҡтары өсөн ул — һөйләү теле. Ғәрәп телендә һөйләшеүсе белемле кешеләрҙең күбеһе әҙәби ғәрәп телен аңлай, төрлө диалекттарҙа һөйләшкән ғәрәптәр өсөн ул — аңлашыу ысулы.

Ғәрәп һөйләү теленә уның төрлө ерҙә, төрлө милләт тарафынан ҡулланылған диалекттары керә. Был диалекттар шул тиклем бер-береһенән айырыла, хатта ҡайһы бер тел белгестәре уларҙы айырым телдәр тип ҡарай. Телдең диалекттары ғәҙәттә рәсми булмаған һөйләшеү мөхитендә, мәҫәлән, сериалдарҙа һәм ток-шоуҙарҙа, шулай уҡ ҡайһы берҙә яҙма рәүештә шиғырҙарҙа һәм рекламала ҡулланыла.

Мөхәммәт пәйғәмбәр дәүерендә үк ғәрәп теленең төрлө диалекттары булыуы иғтибарға лайыҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе Мәккәнең, Ғәрәп ярымутрауының көнбайыш өлөшө диалектында һөйләшә, Ҡөрьән нәҡ ошо диалектта яҙыла. Әммә был осорҙа Ғәрәп ярымутрауының көнсығыш диалектының абруйы юғарыраҡ була, һәм ахырҙа Ҡөрьән ошо диалектҡа ярашлы үҙгәртелә.

Төп ғәрәп теле диалекттары үҙгәртергә

 
Ғәрәп диалекттары картаһы
  • Ғәрәп ярымутрауы төркөмө:
хәлийә диалекты(Кувейт, Ираҡ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Бәһрәйен, Ҡатар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман)
бәһрәни диалект (Бәһрәйен, Оман)
нәджди диалект (Сәғүд Ғәрәбстаны)
омани диалект (Оман)
хиджази диалект (Сәғүд Ғәрәбстаны)
шиһи диалект (Оман)
зофари диалект (Оман)
күвәйти диалект (Кувейт)
йәмәни диалект (Йемен, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сомали)
  • Ираҡи төркөм (йәки Месопотамия төркөмө):
мәсләүи диалект (Ираҡ, Сүриә, Иран, Төркиә)
бағдади диалект (Ираҡ)
  • Сүриә—Палестина төркөмө
йәһүди диалект
Ливан диалекты (Ливан, Сүриә, Палестина, Израиль, Иордания)
Кипр диалекты(Кипр)
  • Мысыр төркөмө (йәки нили төркөм):
тшади диалект (Чад, Судан, Көньяҡ Судан)
судани диалект (Судан)
сәиди диалект (Мысыр)
мысри диалект (Мысыр)
джуби диалект (Көньяҡ Судан)
  • Мәғриби төркөм
мәғриби диалект (Марокко)
тунис диалекты (Тунис, Ливия, Алжир)
Алжир диалекты (Алжир)
Ливия диалекты (Ливия)
хәсәниә диалекты (Алжир, Мали, Мавритания, Марокко, Көнбайыш Сахара)
Джиджәл диалекты (Алжир)
Мальт диалекты (Мальта)
Сахара диалекты (Алжир, Нигер)

Ғәрәп яҙмаһы үҙгәртергә

Ғәрәп яҙмаһының төп үҙенсәлеге шул: бында текст уң яҡтан башланып, һулға табан китә. Тыныш билдәләренән өтөр аҫтан өҫкә ҡарай күтәрелеп, осо уңға бөгөлә (،), ә һорау билдәһе уң яҡҡа ҡаратып ҡуйыла (؟). Цифрҙар иһә уңдан һулға түгел, ә һулдан уңға уҡыла.

Ғәрәп яҙыуында баш хәрефтәр юҡ. Унда һөйләм башында ла, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә лә шул уҡ юл хәрефтәре яҙыла.

Ғәрәп яҙмаһының йәнә бер үҙенсәлеге — бында һүҙҙәге бөтә хәрефтәр бергә ҡушып яҙылмай, бер үк һүҙ икегә, өскә, хата унан да күберәк өлөшкә бүлеп яҙыла. Сөнки ғәрәп телендә үҙенән һуң килгән хәрефкә ялғап, тоташтырып яҙып булмай торған өҙөк хәрефтәр бар. Ошо сәбәптән һәр хәрефтең дүрт төрлө яҙылышы бар:

  • яңғыҙ — хәрефтең яңғыҙ яҙылышы;
  • башта — һүҙ башында йәки һүҙ эсендәге өлөш башында яҙылышы;
  • уртала — һүҙ йәки өлөш уртаһында яҙылышы;
  • аҙаҡта — һүҙ йәки өлөш аҙағында яҙылышы.
Ғәрәп әлифбаһы
Исеме Транскрипцияһы Яҙылышы Яңғыҙ
Аҙаҡта Уртала Башта
әлиф ـا ـا ا ا
бә [b] ـب ـبـ بـ ب
тә [t] ـت ـتـ تـ ت
ҫә [θ] ـث ـثـ ثـ ث
джим [dʒ], [ɡ] ـج ـجـ جـ ج
хә [ħ] ـح ـحـ حـ ح
ха [x] ـخ ـخـ خـ خ
дәл [d] ـد ـد د د
ҙәл [ð] ـذ ـذ ذ ذ
рә [r] ـر ـر ر ر
зәйн [z] ـز ـز ز ز
син [s] ـس ـسـ سـ س
шин [ʃ] ـش ـشـ شـ ش
сад [sˤ] ـص ـصـ صـ ص
дад [dˤ] ـض ـضـ ضـ ض
та [tˤ] ـط ـطـ طـ ط
ҙа [ðˤ], [zˤ] ـظ ـظـ ظـ ظ
ъәйн [ʕ] ـع ـعـ عـ ع
ғайн [ɣ] ـغ ـغـ غـ غ
фә [f] ـف ـفـ فـ ف
ҡаф [q] ـق ـقـ قـ ق
кәф [k] ـك ـكـ كـ ك
ләм [l] ـل ـلـ لـ ل
мим [m] ـم ـمـ مـ م
нүн [n] ـن ـنـ نـ ن
һә [h] ـه ـهـ هـ ه
үәү [w] ـو ـو و و
йә [j] ـي ـيـ يـ ي


Ғәрәп теле фонетикаһы үҙгәртергә

Һуҙынҡылар үҙгәртергә

Ғәрәп телендә а, ә, у, ү, и, ы һуҙынҡылары бар. Улар әйтелеше буйынса ҡыҫҡа һуҙынҡыларға һәм оҙон һуҙынҡыларға бүленә. Оҙон һуҙынҡылар хәрефтәр ярҙамында яҙылһа, ҡыҫка һуҙынҡылар иһә хәрефтәрҙең өҫтөнән йә аҫтынан ҡуйылған махсус тамғалар — хәрәкәләр ярҙамында билдәләнә. Ғәрәптәр ғәҙәттә хәрәкәһеҙ уҡып, яҙалар, шулай ҙа уларҙы Ҡөрьәндә һәм ғәрәп теле һүҙлектәрендә осратырға мөмкин.

Тартынҡылар үҙгәртергә

Ғәрәп телендә 28 тартынҡы өн бар. Тартынҡылар араһында айырыуса эмфатик тартынҡылар тип аталған дүрт д, т, с, ҙ өндәре үҙенсәлекле. Улар дад, та, сад, ҙа хәрефтәре ярҙамында яҙыла. Эмфатик тартынҡылар башҡаларынан ҡатыраҡ әйтелеүе менән айырыла. Был тартынҡылар артынан килгән һуҙынҡыларға ла йоғонто яһай — улар артынса ә, ү, и урынына а, у, ы һуҙынҡылары ҡулланыла. Бындай өндәр донъяның башҡа бер телендә лә осрамай, шуға ла ғәрәптәр үҙҙәрен ҡайһы берҙә Дад кешеләре тип атай.

Тамаҡ төбө тартынҡылары араһында ғайн һәм ъәйн хәрефтәре менән билдәләнгән өндәр шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Уларҙың тәүгеһе башҡорт телендәге ғ хәрефе менән оҡшаш яңғыраһа, икенсеһе иһә тамаҡ мускулдары ҡыҫылғанда барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә был өн башҡорт теленә күскән һүҙҙәрҙә ғ хәрефе менән алмаштырыла йәки бөтөнләй төшөп ҡала.

Ғәрәп теленең грамматикаһы үҙгәртергә

Семит ғаиләһенә ҡараған башҡа телдәрҙәге кеүек үк, ғәрәп теленә лә ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмаған морфология (һүҙҙәрҙең тамырҙан барлыҡҡа килеү ысулы) хас. Тамыр ғәҙәттә өҫ тартынҡынан тора. Был тамыр артабан бихисап яңы һүҙҙәр сығанағына әүерелә. Мәҫәлән, «к-т-б» тамырынан ғына ошондай һүҙҙәр барлыҡҡа килә:

كَتَبَ‎ — КәТәБә — ул яҙҙы
أَكْتُبُ‎ — әКТүБү — мин яҙам
كِتَابٌ‎ — КиТә:Бүн — китап
كُتُبٌ‎ — КүТүБүн — китаптар
كَاتِبٌ‎ — Кә:ТиБүн — яҙыусы
كُتَّابٌ‎ — КүТТә:Бүн — яҙыусылар
مَكْتَبَةٌ‎ — мәКТәБәтүн — китапхана

һ.б.

Ғәрәп грамматикаһында өс килеш (төп килеш,төшөм килеш һәм эйәлек килеш), өс һан (берлек, икелек, күплек), ике род (الجنس, женес) (مذكر, мөзәккәр — ир һәм المؤنث, мөэннәс — ҡатын-ҡыҙ) һәм өс торош (билдәһеҙлек, билдәлелек һәм нейтраль) бар. Аныҡлаусылар, исемдәр кеүек үк, килеш, һан, род һәм торош менән үҙгәрә.

Ҡылымдар өсөн зат (беренсе, икенсе һәм өсөнсө), род һәм һан хас. Улар үткән һәм үткән булмаған заман, төп йүнәлеш һәм төшөм йүнәлеше, хәбәр, бойороҡ, ихтималлыҡ, шарт һөйкәлеше һәм көслө һөйкәлеш (һуңғыһы семит ғаиләһенә ҡараған телдәргә хас) менән үҙгәрә. Бынан тыш сифат ҡылымдар, ҡылымдан яһалған исемдәр ҡулланыла.

Ғәрәп теленең башҡа телдәргә йоғонтоһо үҙгәртергә

Инглиз, испан һәм уларға туғандаш телдәр хөкөм һөргән көнбайыш илдәрҙә тәү ҡарашҡа ғәрәп теле яҡын да булмаған һымаҡ. Шулай ҙа ғәрәп теле — инглиз, француз, португал, испан һәм башҡа телдәр өсөн байтаҡ һүҙҙәр сығанағы. Урта быуат осоронда әҙәби ғәрәп теле Европа мәҙәниәтенә, айырыуса фәндәр, математика һәм фәлсәфә өлкәһенә ҙур йоғонто яһаған, һөҙөмтәлә, Европа телдәре һүҙлеге лә бихисап һүҙҙәрҙе унан алған.

Ғәрәп теленән алынған һүҙҙәр «ал-» тип башланыуынан танылып тора. Португал телендә, мәҫәлән, aldeia (ауыл) йәки Algarve, инглиз телендә күптәргә таныш algebra (алгебра), alchemy (алхимия) һәм alcohol (алкоголь).

711 йылдан алып 1492 йылға тиклем, Иберий ярымутрауында ислам дине хөкөм һөргән осорҙа испан теленең Кастилия һәм башҡа күп диалекттарына ғәрәп теленән күп һүҙҙәр инеп ҡала. Хәҙерге испан һүҙлеге ғәрәп теленән бихисап һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған, шулар иҫәбендә taza (сынаяҡ), loco (диуана) һәм café (ҡәһүә). Бынан тыш, Испанияла байтаҡ географик атамалар ғәрәп телендә.

Ғәрәп теле шулай уҡ, башлыса XIX быуаттағы Мәғриб илдәренең һәм Алжирҙың Франция тарафынан оккупацияһы арҡаһында, француз теленә лә көслө йоғонто яһаған. Күп француз һүҙҙәре, шулар араһында bougie (шәм), sucre (шәкәр) ғәрәп һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Ғәрәп теленең башҡорт теленә йоғонтоһо үҙгәртергә

Ислам донъяһына ҡараған фарсы, төрөк, ҡаҙаҡ, һинд һәм башҡа телдәр менән бер рәттән, башҡорт теленең һүҙлегенә бихисап ғәрәп һүҙҙәре кергән. Ғәрәп теленән һүҙҙәр үҙләштереү, башҡорттарға ислам дине килеп кергәс, сама менән 7-8 быуаттарҙа башланған булырға тейеш, тип фараз итеп була. Мәҫәлән, иң киң таралған һүҙҙәр — хәләл, харам, гөнаһ һ.б.

Хәҙерге йәнле башҡорт һөйләштәрендә ғәрәп һүҙҙәре менән йәнәшә шул уҡ мәғәнәне аңлатҡан төп башҡорт һүҙҙәрен ҡулланыу хас. Мәҫәлән, ғөрөф-ғәҙәт һүҙе урынына йола, нәҫел һүҙе урынына ырыу, тоҡом, гөнаһ һүҙе урынына яҙыҡ һүҙе йыш ҡулланыла. Лексик яҡтан был һүҙҙәр башҡорт телендә — синоним хоҡуғында.

Ғәрәп теле — сингармонизмлы тел түгел, бында һүҙҙең тамырында ҡалын һуҙынҡылар ҙа, йомшаҡ һуҙынҡылар ҙа булырға мөмкин. Башҡорт теле бер һүҙҙең тамырында ике рәттең һуҙынҡылары (ҡалын йәки йомшаҡ һуҙынҡылар) булыуға юл ҡуймай. Ғәрәп һүҙҙәре, башҡорт һүҙлегенә ингәндә, һуҙынҡы өндәр тулыһынса башҡорт теленә хас булған сингармонизм законына буйһона. Мәҫәлән, дауа, ғалим, әҙәм һ.б.

Ғәрәп яҙмаһы башҡорт телендә үҙгәртергә

Х быуаттан башҡорттар мөхитенә ғәрәп хәрефе менән яҙылған төрлө китаптар, яҙмалар килеп инә. Аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, башҡорттар үҙҙәре лә шул хәреф менән яҙа башлағандар. Үҙ заманының уҡымышлылары ҡулдан күп нәмә яҙып ҡалдырғандар, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған. XIX быуатта, XX быуат башында байтаҡ китап, әҙәби әҫәрҙәр, журнал, газета, һәр төрлө мөһим документтар шул ғәрәп хәрефе менән баҫылған. 1928-1930 йылдарға тиклем партия, совет учреждениеларында эш йөрөтөү ҙә ғәрәп хәрефе менән алып барылған.

Ғәрәп телендә һөйләшеүселәр үҙгәртергә

Ғәрәп теле 300 миллиондан ашыу кеше өсөн туған тел. Башлыса улар 22 ғәрәп иле — Ғәрәп лигаһының ағзалары: Алжир, Бәһрәйен, Джибути, Мысыр, Иордания, Ираҡ, Йемен, Ҡатар, Коморҙар, Кувейт, Ливан, Ливия, Мавритания, Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман, Палестина, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Сомали, Судан, Тунис илдәрендә йәшәй.

Ғәрәп теле рәсми телдәрҙең береһе рәүешендә ғәрәп булмаған өс илдә — Израиль, Чад, Эритреяла ҡабул ителгән.

Ғәрәп теле халыҡ-ара тел статусына эйә. Ул — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡулланған алты телдең береһе. Ул, бынан тыш, — Африка берләшмәһе, Ислам конференцияһы ойошмаһы, Ислам үҫеш банкы һымаҡ халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми теле булып тора.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә