Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы

телсе-ғалим. Филология фәндәре докторы. Профессор

Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы (18 декабрь 1973 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Профессор.

Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 декабрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Прибельский, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, филолог
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Эльвина Әхнәф ҡыҙы Сәлихова 1973 йылдың 18 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала һәм 1995 йылда дипломлы белгес була. 1997 йылда — кандидатлыҡ, 2007 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2004 йылдан — доцент, 2020 йылдан — профессор[1]. 1995 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй, 2008 йылдан тел коммуникацияһы һәи сихолингвистика кафедраһы профессоры[2].

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Эльвина Сәлихова 3 аспирант әҙерләй. Аспирантураға ҡабул итеү буйынса төп белем биреү программаһын эшләүсе автор-төҙөүселәрҙең береһе. Өфө дәүләт авиация техник университеты өсөн барлыҡ йүнәлештәге һәм профилдәге юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең һөнәри программаһын эшләй. 18 докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялар яҡлауҙа оппонент була, 11 докторлыҡ һәм кандидатлыҡ эшенә рецензия яҙа, 10 докторлыҡ һәм 31 кандидатлыҡ авторефераттарҙың баһалама авторы[1]. Ғилми тикшеренеүҙәре ике теллелек мөхитендә һүҙҙе белеү һәм уның психологик структураһы менән ҡулланыуҙы моделләштереүгә бағышланған. Барлығы 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн уҡыу әсбаптары авторы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Эльвина Әхнәф ҡыҙы аттестация комиссияһы составына инә. Асирантураға уҡырға инеүселәрҙең кандидатлыҡ имтихандарын ҡабул итеүҙә һәм юғары квалификациялы фәнни-педагогик кадрҙарҙы аттестациялауҙа ҡатнаша[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Төрлө кимәлдәге Рәхмәт хаттары
«Гуманитар өлкәләге иң яҡшы ғилми хеҙмәт — 2012; 2017» халыҡ-ара конкурстары дипломы, сертификаттары
Бөтә Рәсәй педагогик уйлап табыуҙар смотр-конкурсы призеры дипломы
«Иң яҡшы фәнни мәҡәлә — 2018» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе дипломы[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә