Чернышевский урамы (Өфө)
Чернышевский урамы Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Нижегородкаға яҡын Петр Комлев урамынан башланып һәм Салауат Юлаев проспектына терәлеп, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай һуҙыла.
Чернышевский урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Киров районы, Ленин районы һәм Өфө |
Оҙонлоҡ | 3,6 ± 0,1 km |
Чернышевский урамы (Өфө) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУрамдың тәүге исеме — Кузнецкий, сөнки уның аҙағында, Соҡалаҡҡа яҡыныраҡ, күп һанлы тимерлектәр урынлашҡан булған. 1860 йылдарҙа урамды борондан йәшәгән урындағы сауҙагәр Колмацкийҙар хөрмәтенә үҙгәртәләр, был сауҙагәрҙәрҙең Нижегородкала күн заводы һәм Каруанһарайҙа кибеттәре булған. Әммә 1898 йылда сауҙагәрҙәргә аталған был исем халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, ҡала думаһындағы фекер алышыуҙар һөҙөмтәһенән һуң урам Уфимский тигән икенсе исем ала. 1920 йылдан ул яңынан яҙыусы Н. Г. Чернышевский хөрмәтенә үҙгәртелә.
Тарихи биналар һәм ҡоролмалар
үҙгәртергә- «Ғәлиә» мәҙрәсәһе, хәҙер — Рәсәй ислам университеты бинаһы
- С. Л. Сахаров йорто, элекке Өфө телеграфы бинаһы
Заманса ҡоролмалар
үҙгәртергә- Әрмән мәктәбе
- Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең иҫәпләү үҙәге менән математика институты
- Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы
- Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы
- «Альфа» бизнес- үҙәге
Транспорт
үҙгәртергәЧернышевский урамы буйынса автобустар хәрәкәте булдырылған.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- АРТ галереяһы — сауҙа-күңел асыу комплексы
- Дзержинский һәйкәле (Өфө)
Галерея
үҙгәртергә-
Ф. Э. Дзержинский һәйкәле
-
ART галереяһы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.