Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы

Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (16 февраль 1928 йыл — 8 декабрь 2000 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1976).

Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Шланлыкүл ауылы, Бүздәк волосы[d], Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Аспиранттар Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы

Биографияһы үҙгәртергә

Миҙхәт Рәхмәтулла улы Мәүлитов 1928 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1]Шланлыкүл ауылында тыуған.

1950 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм ошо юғары уҡыу йортонда өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, быраулау кафедраһы мөдире, тау-нефть факультеты деканы, ғилми эш буйынса проректор, конструктор-технология бюроһы директоры булып эшләй.

1964 йылда институттың быраулау кафедраһы мөдире итеп һайлана.

Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы 19 фән докторы һәм 50-нән ашыу техник фәндәр кандидаты әҙерләгән. Ғалим бер нисә Рәсәй Фәндәр академияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы һәм ағза-корреспонденты итеп һайланған.

Рәсәй Федерацияһы Юғары аттестация комиссияһының Эксперт советы ағзаһы (1982—1994, 1997);

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы — 400-ҙән ашыу методик һәм ғилми эштәр авторҙашы, инглиз теленә һәм испан теленә тәржемәләнгән бер нисә дәреслек һәм монография яҙған. Ул авторҙаш булараҡ 50 самаһы асыш яһауҙа ҡатнаша, ҡайһы берҙәре АҠШ һәм Германияла патент алған.

  • Технология бурения глубоких скважин. Учебное пособие для вузов. Авторы: М. Р. Мавлютов, Л. А. Алексеев, К. И. Вдовин, Г. В. Конесев, Л. М. Левинсон, П. Н. Матюшин, Р. X. Санников, Р. М. Сакаев, Н. М. Филимонов. Под общей редакцией М. Р. Мавлютова. М.: Недра, 1982.
  • Мавлютов М. Разрушение горных пород при бурении скважин. М., 1978;
  • Мавлютов М. Крепление высокотемпературных скважин в коррозионно-активных средах. М., 1987 (соавт.);
  • Мавлютов М. Смазочные действия сред в буровой технологии. М., 1992 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Нефть һәм газ ятҡылыҡтары төҙөлөшө теорияһы һәм практикаһына индергән фундаменталь өлөшө өсөн Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (РАЕН) дипломына лайыҡ була.
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1975), академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983, 1987).
  • Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) алтын миҙалы,
  • Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының (РАЕН) академик П. Л. Капица исемендәге «Ғилми асыш өсөн» миҙалы (1995 й).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе,
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе;
  • РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө, 2006.
  • Башкортостан: краткая энциклопедия. Уфа: башкирская энциклопедия. 1996.

Һылтанмалар үҙгәртергә