Түрһәгәҙе (рус. Турсугали) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 175 кеше[2]. Почта индексы — 453495, ОКАТО коды — 80 205 843 003.

Ауыл
Түрһәгәҙе
рус. Турсугали
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Таштамаҡ

Координаталар

53°58′42″ с. ш. 55°43′04″ в. д.HGЯO

Халҡы

175[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453495

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 843 003

ОКТМО коды

80 605 443 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түрһәгәҙе (Рәсәй)
Түрһәгәҙе
Түрһәгәҙе
Түрһәгәҙе (Башҡортостан Республикаһы)
Түрһәгәҙе

Географик урыны

үҙгәртергә

Түрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таштамаҡ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 43 км

Түрһәгәҙе ауылы исеме гидронимдан - йылға исеменән барлыҡҡа килә. Халҡы этник яҡтан ҡатнаш: башҡорттар һәм сыуаштар бергә йәшәгән. V ревизия буйынса башҡорттар — 138, сыуаштар — 125 кеше. 1813 йылда Мораҙымға 20 ғаилә күсеп китә. Улар араһында 52 йәшлек Байым Мораҙымов, уның улдары: есаул Моратша, йорт сотнигы Ҡотлогилде. Был ике ауылдың туғанлыҡ ептәре тураһында һөйләй. VIII ревизия 1834 йылда 234 башҡортто, 156 сыуашты асыҡлай[3]. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, арба яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

Ауылда училище булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Бөгөнгө көндә төп мәктәп (Толбазы башҡорт гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 363
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 242
1959 йыл 15 ғинуар 164
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 179
2002 йыл 9 октябрь 174
2010 йыл 14 октябрь 175 84 91 48,0 52,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (94 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Таулы урам (рус. Нагорная улица)
  • Партизан урамы (рус. Партизанская улица)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)[6].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Йылға-күлдәр

  • Ҡасҡын күле
  • Төпһөҙкүл күле
  • Моҡан күле
  • Киндерләр күле
  • Түрһәгәҙе йылғаһы
  • Набаҡ йылғаһы

Тауҙар

  • Ҡыҙҙар тауы[8]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 51. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Түрһәгәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
  7. Почетные граждане. Кучкарова Роза Аллаяровна. Администрация муниципального района Аургазинский район. Официальный сайт 2021 йыл 1 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2021)
  8. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

үҙгәртергә