Тухачевский Михаил Николаевич

(Михаил Тухачевский битенән йүнәлтелде)

Тухачевский Михаил Николаевич (16 февраль 1893 — 12 июнь 1937) — совет хәрби эшмәкәре, Граждандар һуғышы осорондағы РККА-ның военачальнигы, хәрби теоретик, Советтар Союзы Маршалы (1935). 1937 йылда «хәрби эш буйынса» репрессиялана, 1957 йылда аҡлана.

Михаил Николаевич Тухачевский
Тыуған ваҡыты

4 февраль (16 февраль) 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Смоленск губернаһы, Дорогобуж өйәҙе, Александровское

Үлгән ваҡыты

12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (44 йәш)

Вафат урыны

СССР, Мәскәү ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19121915
{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} 19181937

Хәрби звание

Ҡалып:Маршал Советского Союза Маршал Советского Союза

Командалыҡ итеү

РККА Штабы начальнигы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы,
Совет-поляк һуғышы

Наградалар һәм премиялар Рәсәй империяһы наградалары:
Орден Святого Владимира IV степени с мечами и бантом II дәрәжәләге ҡылыс тотҡан Изге Анна ордены Ҡылыс һәм таҫма тотҡан III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
Ҡылыс һәм таҫма тотҡан III дәрәжә Изге Станислав ордены

Совет наградалары:

Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Почётлы революцион ҡорал

Уҡыуы һәм Беренсе донъя һуғышы

үҙгәртергә
 
Йәш Тухачевский ғаиләһе менән, 1904 йыл

Михаил Тухачевский 1893 йылдың 16 февралендә Смоленск губернаһындағы Александровское имениеһында бөлгөнлөккә төшкән дворян нәҫеленән булған Николай Николаевич Тухачевский (1866—1914) ғаиләһендә тыуған, әсәһе — Мавра Петровна Молохова (1869—1941), крәҫтиәндәрҙән. Фамилияларының килеп сығышы билдәһеҙ. Поляк сығышы версияһы ла документаль мәғлүмәттәр менән нығытылмаған.

Бала сағы Пенза губернаһында һәм Пензала үтә. 1904—1909 йылдарҙа 1-се Пенза гимназияһында уҡый. Императрица Екатерина II Мәскәү кадет корпусын тамамлай (1912). рус император армияһында 1912 йылдан: кадет корпусын тамамлағас, Мәскәүҙәге Александровский хәрби училищеһында уҡый, уҡыуҙы алдынғылар иҫәбендә 1914 йылда тамамлай. 1914 йылда подпоручик Тухачевский Семеновский лейб-гвардия полкында кесе офицер булып хеҙмәтен башлай. Беренсе донъя һуғышында Көнбайыш фронтта 1-се гвардия дивизияһы составында ҡатнаша. Люблин, Ивангород, Ломжа операциялары ҡатнашыусыһы. Яралана, күрһәткән батырлығы өсөн төрлө дәрәжәле ордендар менән наградлана (ярты йыл эсендә 5 орден). 1915 йылдың 19 февралендә Пясечно ауылы янында пленға эләгә. Дүрт тапҡыр уңышһыҙ ҡасыуҙан һуң Ингольштадҡа, төҙәтерлек булмаған ҡасҡындар өсөн ойошторолған лагерға ебәрелә. Лагерҙа ул Шарль де Голль менән таныша. Бишенсе мәртәбә ҡасыуы уңышлы була, 18 сентябрҙә сик аша үтеп Швейцарияға эләгә. Франция, Англия, Норвегия, Швеция аша Рәсәйгә ҡайта. Ҡабаттан Семенов полкына рота командиры итеп тәғәйенләнә.

Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

Ҡыҙыл армияға 1918 йылдың мартында үҙ ирке менән инә, ВЦИК-тың Хәрби бүлегендә хеҙмәт итә. РКП(б)-ға 1918 йылдың яҙында инә, Мәскәү районы оборонаһы хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың июнендә әле генә ойошторола башлаған Көнсығыш фронтының 1-се армия командующийы итеп ҡуйыла. Августа 1-се совет армияһын етәкләй башлай, аҡтар биләгән Сембер ҡалаһын ҡайтарырға ниәтләй һәм 27 (14) — 30 (17) августа бик ҡаты алышта генераль штабы полковнигы В. О. Каппелдән еңелә һәм 1-се совет армияһы Семберҙән көнбайышҡа табан 80 саҡрымға сигенергә мөжбүр була. Сентябрҙә Семберҙе алыу буйынса уңышлы операция үткәрә. Был алышта Тухачевский беренсе тапҡыр үҙенең полководец сифаттарын күрһәтә. Хәрби тарихсылар «операция планы төптән уйланылған булыуын, төп көстәрҙең хәл иткес йүнәлештә ҡыйыу һәм етеҙ тупланыуын, ғәскәрҙәргә ваҡытында бурыстарын еткереүен, шулай уҡ уларҙың тәүәккәл, оҫта һәм инициативалы ғәмәлдәрен» билдәләп үтә. Граждандар һуғышында тәүге тапҡыр бер полк (Сембер дивизияһының 5-се Курск полкы) тупланыу урынына автомашиналар ярҙамында йөрөтөлә.

 
Командарм Тухачевский Граждандар һуғышы йылдарында

Сембер операцияһы 1918 −1919 йылдарҙағы Ҡыҙыл армияның Көнсығыш фронты дөйөм һөжүменең бер өлөшө генә була һәм 1918 йылғы Ҡаҙан операцияһынан һуң ғына башлана. Ҡаҙанды Комучтың иң яҡшы ғәскәрҙәре, шул иҫәптән Каппель бригадаһы, һаҡлай. Әммә Каппель Семберҙе ҡайтара алмай, 5-се армияһының Уң яр (Правобережная) төркөмөнөң һәм Волга хәрби флотилияһының килеп етеүе ҡыҙылдарға Волганы ҡабаттан аша сығырға һәм һөжүмгә күсергә форсат бирә.

Сембер операцияһы тамамланыу менән бер рәттән Сызрань- Сембер операцияһы йәйелдерелә. Был операцияла Тухачевскийҙың 1-се армияһы ҡатнаша һәм һөҙөмтәлә Һамар ҡалаһы яулана (Ҡала Ҡыҙыл армияның 1-се Һамар пехота дивизияһы частары тарафынан алына).

1918 йылдың декабрендә Тухачевский Көньяҡ фронттың (ЮФ) командующийы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 4 ғинуарға тиклем 1-се армияның командующийы булып иҫәпләнә, 1919 йылдың 24 ғинуарынан — Көньяҡ фронттың 8-се армияһының командующийы. 8-се армия командующийы вазифаһында Тухачевский 1919 йылдың 15 мартына тиклем була.

1919 йылдың мартында адмирал Колчактың армиялары көнсығышта һөжүмгә күсәләр. Генерал Ханжиндың Көнбайыш армияһы 5-се армияны ҡыйрата һәм Ҡыҙыл армияның Көнсығыш фронтының үҙәген йырып үтә.

5 апрелдә Тухачевский 5-се армияға етәкселек итә башлай. Армияла уҡсылар дивизиялары начальниктары Чапаев (25-се УД) һәм Эйхе (26-сы УД) булалар. Көнсығыш фронттың дөйөм контрһөжүм сиктәрендә 5-се армия сигенеүҙән һөжүмгә күсә, 28 апрелдә — 13 майҙа Төркөстан армияһы менән берлектә Боғорослан операцияһын үткәрә һәм генерал Войцеховскийҙың төркөмөн ҡыйрата. Артабан 5-се армия Төркөстан армияһына Бәләбәй операцияһын, ә 2-се армияға Сарапул-Воткинск операцияһын үткәрергә ярҙам итә. Июндә 5-се армияһы Бөрө операцияһын үткәрә һәм Ҡыҙыл армияһына Көньяҡ Уралға юл аса.

1920 йылдың 4 февралендә Тухачевский Кавказ фронтына командующий итеп тәғәйенләнә. Был фронт генерал Деникиндың Ирекле армияһын ҡыйратыу һәм Төньяҡ Кавказды баҫып алыу өсөн булдырыла.

Главком С. С. Каменев 1920 йылдың 20 мартында В. И. Ленинға Көнбайыш фронтына командующий итеп аҙаҡҡы операцияларҙы оҫта һәм ҡыйыу үткәргән М. Н. Тухачевскийҙы тәғәйенләнеүен белдерә, Тухачевскийға генерал Деникиндың армияларын ҡыйратыу бурысы йөкмәтелә, ә 26 мартта Республика Реввоенсоветы «Көнбайыш фронты хәҙерге ваҡытта Республиканың иң мөһим фронты булып тора» тип билдәләп үтә.

Совет-поляк һуғышы (1920)

үҙгәртергә

1920 йылдың 25 апрелендә Көньяҡ-Көнсығыш фронты Украинала совет Көньяҡ-Көнбайыш фронтына (ЮЗФ) ҡаршы һөжүмгә күсә (командующийы А. И. Егоров, РВС ағзаһы И. В. Сталин). 6 майҙа поляктар Киевты яулайҙар. 28 апрелдә Ҡыҙыл армияһының Баш командованиеһы Көнбайыш фронтының һөжүмен 14 майға билдәләй. Тухачевский Көнбайыш фронтына етәкселеккә 29 апрелдә тәғәйенләнә. Поляк Көнбайыш фронты үҙенең ҡаршы һөжүмен әҙерләү өсөн эре көстәрен туплай. Поляк командованиеһы ике ярым дивизияһын Көньяҡ-Көнсығыш фронтынан күсерергә мәжбүр була.

Совет Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 26 майҙа башланған һөжүме һөҙөмтәһендә поляк Көньяҡ-Көнсығыш фронты армиялары элекке урындарына сигенәләр, Украинаға Белоруссиянан көстәрҙең бер өлөшө ташлана. Ошоларҙы иҫәптә тотоп, Тухачевский максималь көстәре менән беренсе булып һөжүм итергә була. Уң флангта 4-се армия поляк оборонаһын йырып үтә, йырылған урынға Г. Д. Гайҙың 3-сө атлы корпусы индерелә (военком А. М. Постнов). 11 июлдә ҡыҙылдар Минскиҙы ала, 12 июлдә — Вильно, Гродно, Барановичи, Пинск ҡалалары алына. Һөжүм тураһында ҡарар 8 августа ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта Тухачевский 1-се һәм 12-се армиялар менән идаралыҡ итеү өсөн ваҡытлыса оператив пункт булдырырға тәҡдим яһай. Был ғәскәрҙәр, һәм шулай уҡ 14 армия, насар тәьмин ителгән Мозырь төркөмө һәм 16-сы армияны нығытыу өсөн тәғәйенләнгән була. Артабан был ғәскәрҙәр поляк баш ҡалаһын ҡамауға алырға тейеш булалар. 11 августа был армияларҙы Львов йүнәлешенән Люблин йүнәлешенә борорға итәләр. Әммә төрлө ҡытыршыҡтар арҡаһында директива менән 13 августа ғына танышалар. 14 августа Главком Каменев ғәскәрҙәрҙе ашығыс рәүештә кире ҡайтарырға бойора, әммә улар Львов аҫтында алыштарға ингән була һәм төньяҡҡа уларҙы борорлоҡ м2мкинлек табылмай. Будәнныйҙың 1-се Атлы армияһы 21 августа ғына бойороҡҡа буйһона, ә 12-се армия бөтөнләй буйһонмай. Был ваҡытта 16 августа һөжүмен башлаған Пилсудский Осроленка — Ломжа — Белосток һыҙығына сыға.

Маршал Й. Пилсудский поляк һөжүмен Вепш йылғаһы рубежынан әҙерләй, бында ул Урта фронттың төп көстәрен туплай. Контрһөжүм тураһында ҡарар 6 августа ҡабул ителә. 8 августа Львов аҫтынан тупланыу районына 3-сө поляк армияһы сығарыла. 14 августа генерал В. Сикорскийҙың (буласаҡ премьер) 5-се армияһы Көнбайыш фронттың 4-се армияһына (А. Д. Шуваев) ҡаршы контрудар яһай. 16 августа Урта фронт Көнбайыш фронттың һул флангына контрһөжүмгә күсә һәм беренсе көндә үк уны яҡлап торған Мозырь төркөмөн ҡыйрата. Төркөм хатта фронт штабына поляк һөжүме тураһында хәбәр итеп өлгөрмәй. 17 августа Тухачевский төньяҡ армияларына сигенергә ҡуша, әммә сигенеү тәртипһеҙ характер ала. Көнбайыш фронттың бер өлөшө ҡамалып ҡала һәм пленға эләгә, Көнсығыш Пруссияла тотҡонлана. Көнбайыш фронты бик етди еңелеүгә дусар ителә һәм октябрь айына Минскиға сигенә. 1920 йылдың 12 октябрендә совет-поляк ваҡытлыса тыныслығы көскә инә, 1921 йылдың мартында солох төҙөлә. Килешеүгә ярашлы Польшаға Украина һәм Белоруссияның Көнбайыш өлкәләре ҡала. Сик буйҙарында, шул иҫәптән, Минскиҙа, РККА-ның хәрәкәттәре сикләнә.

Ленин, Сталин һәм Каменев һымаҡ, Тухачевский ҙа Керзон һыҙығында туҡтауға ҡаршы һәм Варшаваға табан поход яҡлы була, сөнки Ҡыҙыл армияһының Польшаға инеүе революцион күтәрелешкә сәбәп булыуына ышана. Хәрби күҙлектән, фронталь Варшава операцияһы баштан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар ителгән була. 27 йәшлек командующийҙың хаталары Главкомдың стратегик хатаһын көсәйтәләр генә. Фронт разведкаһы Тухачевскийға кәрәкле мәғлүмәт бирмәй. Бынан тыш Варшава операцияһында Тухачевскийҙың ғәскәрҙәренә күпкә тотороҡлораҡ һәм рухи яҡтан көслөрәк дошман ҡаршы тора. Совет ғәскәрҙәре, киреһенсә, август айында тотороҡһоҙ була.

Күп кенә тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, Варшава оперцияһындағы Көнбайыш фронттың еңелеүе 1937 йылда Тухачевскийҙың яҙмышына йоғонто яһай.

Советтарға ҡаршы ихтилалдарҙы баҫтырыу

үҙгәртергә

1920 йылдың ноябрендә Тухачевский Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре менән Польшанан Белоруссия территорияһына килеп ингән генерал Булак-Балаховичтың Халыҡ-ирекле отрядтарын ҡыйратыу буйынса операцияла етәкселек итә.

1921 йылдың 5 мартында Тухачевский 7-се армияға командующий итеп тәғәйенләнә һәм Кронштадт гарнизоны ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 18 мартта ихтилал баҫтырыла.

1921 йылда РСФСР-ҙа бик күп ихтилалдар була, уларҙың иң эреһе — Тамбов губернаһындағы крәҫтиәндәр ихтилалы һанала. Үҙәк комитетының Политбюроһы Тухачевскийҙы Тамбов округы ғәскәрҙәренә командующий итеп тәғәйенләй, уның алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ихтилалды баҫтырыу бурысы ҡуйыла. Отрядтарға ҡаршы Тухачевский химик ҡорал, артиллерия һәм авиацияны ҡуллана. Шулай уҡ баш күтәреүселәрҙең туғандарынан аманатсыларҙы тотоп алыу һәм уларҙы атып үлтереү һымаҡ саралар киң ҡулланыла.

1921 йылда химик ҡоралды ҡулланыу енәйәт тип һаналмай: уны тыйыу тураһында Женева протоколы (1925) СССР-ҙа 1928 йылда ратификациялана. Архив документтары буйынса, химик ҡоралдың ҡулланыуы әҙерлекле шәхси составтың булмауы арҡаһында үткәрелмәй йәки бер нисә атыу менән сикләнгән, газдан ағыуланыусылар булмаған.

РККА-ла реформалар үткәреү буйынса эштәре

үҙгәртергә

1921 ылдың 25 июленән Тухачевский — РККА-ның Хәрби академияһы начальнигы, 1922 йылдың 24 ғинуарынан алып 1924 йылдың 26 мартына тиклем — ҡабаттан Көнбайыш фронты командующийы. Тухачевский һәм Көнбайыш фронты парткомы араһындағы килеп сыҡҡан конфликттан һуң, Көнбайыш фронтының РККА Штабы начальнигы М. В. Фрунзе уны үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй, 1925 йылдың ноябрендә, Фрунзе вафат булғандан һуң, Тухачевский РККА Штабы начальнигы булып китә.

1926 йылдың 26 декабрендә хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса нарком урынбаҫары Тухачевский «Совет Социалистик Республикалар Союзы оборонаһы» исемле докладында илдә армия һәм тылдың булмауын, Ҡыҙыл армияһының һәм илдең һуғышҡа әҙер булмауын раҫлай. Наркомвоенмор К. Е. Ворошилов менән конфликттар һөҙөмтәһендә вазифаһынан бушатылыуы тураһында ғариза яҙ. 1928 йылдың майынан 1931 йылдың июненә тиклем — Ленинград хәрби округы командующийы. 1931 йылда РККА-ның ҡоралдары начальнигы, һуңынан СССР Реввоенсоветы рәйесе урынбаҫары, хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса нарком урынбаҫары (15.03.1934 — оборона наркомы) итеп тәғәйенләнә. 1933 йылдың февралендә Ленин ордены менән наградлана. 1934 йылдың февралендә ВКП(б)-ның XVII съезында ВКП(б)Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат итеп һайлана. 1935 йылдың ноябрендә Тухачевскийға юғары хәрби званиеһы — Советтар Союзы Маршалы -званиеһы бирелә (тәүге биш маршал араһында — Блюхер, Буденный, Ворошилов, Егоров), а 1936 йылдың апрелендә ул оборона наркомының 1-се урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

 
Тәүге биш маршал (һулдан уңға): Тухачевский, Ворошилов, Егоров (ултыралар), Буденный һәм Блюхер (торалар)

.

Тухачевский Ҡыҙыл армияның буласаҡ һуғышҡа әҙерлеген үҙенең төп бурысы итеп һанаған. 1930 йылдың ғинуарында ул Ворошиловҡа Ҡораллы көстәрҙең үҙгәртелеп ҡоролоуы тураһында докладын тапшыра. Тухачевский дивизияларҙың һанын 250 тиклем арттырырға, артиллерия, авиация, танк ғәскәрҙәрен һәм уларҙы ҡулланыу нигеҙҙәрен тәҡдим итә. Мәҫәлән, докладта килтерелгән Беренсе донъя һуғышындағы Германия һәм Франция тәжрибәһенә нигеҙләнгән иҫәп-хисап буйынса танктарҙың етештереүе йылына 100 меңгә етергә тейеш була. Сталин Тухачевскийҙың тәҡдимдәре менән ризалашмай, сәнәғәтте үҫтереүҙе өҫтөн күрә. Тухачевский күп ваҡытын хәрби-ғилми эшкә бүлә. Уның ҡул аҫтынан стратегия, оператив сәнғәт, тактика, ғәскәрҙәрҙе тәрбиәләү һәм өйрәтеү буйынса 120 ашыу эштәре сыға[1]. Тухачевский — һөжүмлек стратегияһы яғында тороусы, бер башлыҡлылыҡ принцибы, иң ваҡ подразделениеларының үҙаллылығы һәм инициативалылығы яҡлы, химик ҡоралды һуғыштың тулы хоҡуҡлы сараһы тип һанай. Линкорҙарҙың ролен буласаҡ һуғышта ул тәнҡит күҙлегенән баһалай һәм авыаносецтар роленә — ыңғай ҡарашта була. Тухачевский «1932 йылдың ноябрендә уҡ ракета двигателдәренең шыйыҡ яғыулыҡта ҡоролоуына, ә 1933 йылдың сентябрендә СССР-ҙа ракета ҡоралының эшкәртеүе менән шөғөлләнгән Реактив Фәнни- тикшеренеү институтының булдырылыуына ирешә»[2].

Шулай уҡ ул Англия, Франция, Германиялағы хәрби уй-фекерҙәрҙең үҫешенә ҙур иғтибар бүлә; Фуллер, Лиддел Гарт и де Голля эштәрен юғары баһалай. Тухачевский 1922-1933 йылдарҙа СССР менән Германия араһындағы хәрби хеҙмәттәшлектә ҡатнаша; 1932 йылда Германияла ҙур маневрҙарҙы барып күрә.

Шул уҡ ваҡытта артиллерияла ҡайһы бер башланғыстары уңышһыҙ була, ҡоралдың перспективаһыҙ өлгөләренә күп аҡса түгелә.

РККА командованиеһындағы ҡара-ҡаршы тороу

үҙгәртергә
 
1936 йыл

Тухачевскийҙың Ҡораллы көстәрҙең үҙгәртеп ҡороуы буйынса эшмәкәрлеген һәм буласаҡ һуғышҡа армияны әҙерләү буйынса ҡараштары оборона наркоматында ҡаршылыҡ һәм оппозиция тыуҙыра. Төрлө сәбәптәр буйынса Тухачевскийға маршалдар Ворошилов, Будённый, Егоров, командармдар Шапошников, Дыбенко, Белов йәшерен хаслыҡ менән ҡарайҙар. Үҙ сиратында, Тухачевский, Гамарник, Уборевич, Якир кеүек военачальниктар оборона наркомы посындағы Ворошиловтың эшмәкәрлегенә ҡырҡа тәнҡитсел ҡарашта була. Ике төркөм араһындағы мөнәсәбәттәр 1936 йылдың май айында ныҡ көсәйә, Ворошиловтың ҡаршылаштары Сталин алдында нарком посында алыштырыу мәсьәләһен ҡуялар[3].

Версияларҙың береһенә ярашлы, Тухачевский исеменә ғәйепләүҙәр өлөшләтә нацист службаларының уйҙырмаларында һәм Чехословакия президенты Бенеш аша Сталинға тапшырылған уның Германия Генштабы менән конспиратив бәйләнештәрен дәлилләгән «ҡыҙыл папкаға» нигеҙләнә.

Үҙенең мемуарҙарында Вальтер Шелленберг Тухачевский өҫтөнә тапшырылған компромат тураһында телгә ала, ундағы документтар 4 көн эсендә әҙерләнә һәм бик күп булмай, башлыса Германия Генштабын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу өсөн генә[4]. Әммә Сталин үҙе барыһын да ике маҡсатта эшләгән — Германия Генштабын көсһөҙләндереү һәм Тухачевский менән көрәшкә сәбәпте «ситтән» алыу өсөн — тигән версия бар[5].

  Уголовное дело против Тухачевского целиком основывалось на его собственных признаниях, и какие бы то ни было ссылки на конкретные инкриминирующие факты, полученные из-за рубежа, начисто отсутствуют. Если бы такие документы существовали, то я как заместитель начальника разведки, курировавший накануне войны и немецкое направление, наверняка видел бы их или знал об их существовании[6]
П. А. Судоплатов
 

.

Ҡулға алыныуы һәм үлеме

үҙгәртергә

Сталин үҙенә тулыһынса тоғро булған Ворошилов яҡлы була һәм 1936 йылдың авгусында военачальниктарҙың РККА-ла 1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар сиктәрендә беренсе ҡулға алыуҙары башлана: были арестованы комкорҙар В. М. Примаков һәм В. К. Путна ҡулға алыналар. 1937 йылдың 11 майында Тухачевский оборона наркомы урынбаҫары посынан Волга буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы вазифаһына күсерелә. 22 майҙа ул Куйбышевта булған сағында ҡулға алына, 24 майҙа Мәскәүгә килтерелә, 26 майҙа Примаков, Путна һәм Фельдмандар менән күҙгә-күҙ осраштырғандан һуң беренсе таныу мәғлүмәттәрен бирә[7].

Алдан тикшереү барышында Тухачевский үҙен власты мәжбүри саралар аша ҡолатыу һәм СССР-ҙа хәрби диктатура урынлаштырыуы маҡсатында РККА-ла хәрби заговор әҙерләүҙә ғәйепле итеп таный. Уңышҡа етешеү өсөн Германия менән (бәлки, Япония менән дә) буласаҡ һуғышҡа РККА-ның еңелеүен әҙерләү планлаштырыла. Маршал М. Н. Тухачевскийҙың 1937 йылдың 26 майында[7] һәм 1 июндә биргән мәғлүмәттәренән[8]. Шулай уҡ Тухачевский, уның һәм заговорҙың башҡа ҡатнашыусылары тарафынан Германия разведкаһына сиктәш райондарҙа дәүләт серенә ингән РККА-ның тупланыу урындары һәм һандары тураһында мәғлүмәттәрен тапшырыуын таный. Суд хөкөмөнә ярашлы ғәйепләнеүселәр РСФСР-ҙың Енәйәт кодексында ҡаралған 58-1"б" 58-3 58-4 58-6 һәм 59-9 статьялары буйынса енәйәттәрҙе башҡарыуҙа ғәйепле тип танылалар. 1937 йылдың 11 июнендә Советтар Союзы Маршалы Тухачевский, 1-се ранглы командармдар Уборевич һәм Якир, 1-се ранглы командармдар Корк, Фельдман, Эйдеман, Примаков һәм Путналарҙы шпионаж, Ватанға хыянат итеү һәм террористик актар әҙерләү буйынса ғәйепләнеү эше СССР-ҙың Юғары судының махсус суд присутствиеһы ябыҡ ултырышында ҡарала.

  О ходе судебного процесса Ульрих информировал И. В. Сталина. Об этом мне говорил Ульрих. Он говорил, что имеются указания Сталина о применении ко всем подсудимым высшей меры наказания — расстрела.[9]
И. М. Зарянов, секретарь суда
 

23 сәғәт 35 минутта хөкөм иғлан ителә — һигеҙе лә кисекмәҫтән үлем язаһына тарттыралалар. Хөкөм иғлан итеүҙән һуң Тухачевский һәм ҡалған ғәйепләнеүселәр СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы бинаһы подвалында атып үлтерелә[10]. Шаһиттарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, Тухачевский үлем алдынан «Ҡыҙыл Армия йәшәһен!» тип ҡысҡырған.

Тухачевский эше буйынса процесс РККА-ла 1937—1938 йылдарҙағы массауи репрессияларға юл һалды.

Реабилитацияһы

үҙгәртергә

1956 йылда Баш хәрби прокуратураһы һәм СССР-ҙың Министрҙар Советы янындағы Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты Тухачевский һәм уның менән бергә хөкөм ителгәндәрҙең енәйәт эшен тикшерҙеләр һәм уларға ҡаршы ғәйепләүҙәр яһалма рәүештә булғанын раҫлайҙар. Юстиция генерал-лейтенанты А. А. Чепцов рәйеслеге аҫтында СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы СССР-ҙың Генеральный прокурорының 1957 йылдың 31 ғинуарындағы һығымтаһын ҡарағандан һуң билдәләне:1937 йылдың 11 июнендәге Тухачевский, Якир, Уборевич, Корк, Эйдеман, Примаков, Путналарға ҡарата СССР-ҙың Юғары суды Махсус суд присутствиеһының хөкөмөн юҡҡа сығарырға һәм уларҙың ғәмәлдәрендә енәйәт составы булмауы сәбәпле эште ябырға [11].

Шул уҡ 1957 йылда КПСС Үҙәк комитеты янындағы Партия Контроле Комитеты уларҙың барыһын да партия яғынан аҡланы[11].

Наградалары[12]

үҙгәртергә

Тухачевскийҙың ғаиләһе һәм ғаиләһенә ҡаршы репрессиялар

үҙгәртергә
  • беренсе ҡатыны — Игнатьева Мария Владимировна, Пенза депоһы машинисы ҡыҙы. Граждандар һуғышы осоронда ирен фронттарҙа оҙатып йөрөй. 1920 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала.
  • Икенсе ҡатыны (1921 йылдан) — Нина Евгеньевна Гриневич. Дворян тоҡомонан.Һөргөнгә ебәрелә, 1941 йылда атып үлтерелә. 1922 йылда уларҙың Светлана исемле ҡыҙҙары тыуа.
  • Өсөнсө ҡатыны — Юлия Кузьмина,секретарь, был никахҡа тиклем Балтфлот комиссары Н. Н. Кузьминдың ҡатыны була. Уларҙың да светлана исемле ҡыҙҙары була (1922  - 1982).

М. Н. Тухачевскийҙың ғаиләһе ағзалары барыһы ла тиерлек ҡулға алына һәм хөкөм ителә:[13]

  • Әсәһе Мавра Петровна — һөргөндә үлә.
  • Ҡатыны Нина Евгеньевна — һөргөн, лагерь, атып үлтереү[14].
  • Ҡыҙы Светлана — лагерь.
  • Ағаһы Николай — атып үлтереү.
  • Ағаһы Николайҙың ҡатыны — лагерь, һөргөн.
  • Ағаһы Александр — атып үлтереү.
  • Ағаһы Алексндрҙың ҡатыны — лагерь, һөргөн.
  • Апаһы Елизавета — лагерь, һөргөн.[15]
  • Апаһы Елизаветаның ире, Арватов, Юрий Игнатьевич — атып үлтереү.
  • Апаһы Ольга — лагерь, һөргөн[15].
  • Апаһы Ольганың ире — лагерь.
  • Апаһы Мария — лагерь, һөргөн[15].
  • Апаһы Марияның ире — атып үлтереү.
  • Апаһы Марияның ҡыҙы — һөргөн.[16]
  • Апаһы Софья — һөргөн.
  • Апаһы Наталья — Ростова фамилияһын алып, репрессияларға эләкмәгән берҙән-бер туғаны[17].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тухачевский М. Н. Избранные произведения в 2-х томах / предисловие Маршала Советского Союза С. С. Бирюзова. — М.: Воениздат, 1964. — Т. 1. — С. 24.
  2. Соколов Б. В. Михаил Тухачевский: Жизнь и смерть «Красного маршала». — Смоленск: Русич, 1999. — 318 с. — ISBN 5-88590-956-3.
  3. Минаков С. Заговор «красных маршалов». Тухачевский против Сталина. М., 2016.
  4. «Шелленберг В. Мемуары»: Издательство «Родиола плюс»; Минск; 1998 ISBN 985-448-006-2
  5. .Хайнц Хене. Чёрный орден СС. История охранных отрядов. Глава 9. Главное управление имперской безопасности
  6. Судоплатов П. А. Спецоперации. Лубянка и Кремль 1930—1950 годы.—М.: ОЛМА-ПРЕСС, 1997, с. 138
  7. 7,0 7,1 Показания М. Н. Тухачевского от 26 мая 1937 года 2013 йыл 31 май архивланған.
  8. Показания М. Н. Тухачевского от 1 июня 1937 года 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
  9. Там же, с. 44
  10. Рейфилд Д. Сталин и его подручные / Пер. с английского автора. — М.: Новое литературное обозрение, 2008. — 576 с.
  11. 11,0 11,1 Справка комиссии Президиума ЦК КПСС «О проверке обвинений, предъявленных в 1937 году судебными и партийными органами тт. Тухачевскому, Якиру, Уборевичу и другим военным деятелям, в измене Родины, терроре и военном заговоре» // опубл.: Военные архивы России. 1993. Вып. 1. С. 4-113; Военно-исторический архив. 1998. Вып. 2. С. 3-81
  12. Информация по дореволюционным наградам приведена в статье: Шабанов В. М. «В свой полк из плена через шесть границ»//Военно-исторический журнал, 1996, № 5. — Стр.90-92. Там же приведены ссылки на документы Российского государственного военно-исторического архива.
  13. Биография и Фото Михаила Тухачевского
  14. «Секрет» дела Тухачевского
  15. 15,0 15,1 15,2 Плата за родство. Сестра маршала Тухачевского 16 лет провела в неволе
  16. Там же, с. 526
  17. Ю. В. Примаков. Их водила молодость в сабельный поход // Киевские ведомости 27.03.2002.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Тухачевский Михаил Николаевич

Ҡалып:Начальники Генштаба России Ҡалып:Командующие в Гражданской войне в России Ҡалып:Маршалы Советского Союза

Ҡалып:Командующие Ленинградским военным округом