Бикмәтов Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы

Бикмәтов Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы (16 февраль 1838 йыл1927) — башҡорт дин әһеле.

Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы Бикмәтов
Дин:

ислам

Титул:

имам-хатип, мөҙәрис

Тыуыу выҡыты:

16 февраль 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:
Үлеү ваҡыты:

1927({{padleft:1927|4|0}})

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы Бикмәтов 1838 йылдың 16 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының) Атйетәр ауылында тыуған. Дини белем алған.

1866 йылдың 12 июлендә Троицк ҡалаһының 2-се йәмиғ мәсетенең икенсе муллаһы вазифаһына һайлана, ә Ырымбур губернаһы идараһының 1867 йылдың 8 февралендәге указына ярашлы был мәсет янында имам-хатип һәм мөҙәрис дәрәжәләрендә раҫлана[1].

1868 йылда мәсет мәхәлләһе менән етәкселек итә башлай. Попечителдәрҙең финанс ярҙамы менән мәхәллә мәҙрәсәһен Көньяҡ Урал төбәгендәге иң яҡшы уҡыу йорттарының береһенә әйләндерә. Мәхәллә мәҙрәсәһе уның исеме буйынса «Мөхәмәҙиә» тип йөрөтөлә башлай[2].

Бикмәтов Троицк ҡалаһы үҙәгендәге ике ҡатлы йортҡа һәм уға төкәтеп төҙөлгән магазинға эйә булған[3].

1894 йылда Троицк ҡалаһының 1-се йәмиғ мәсете ахуны Ә. Ғ. Рахманғолов менән бергә «Мишкәт әл-мәсәбих» хәҙистәр йыйынтығын баҫтырып сығара. Бикмәтов йәдитселек яҡлы була. 1896 йылдан «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡыу процессы яңы ысул менән уҡытыу системаһында нигеҙләнә, шәкерттәр дини менән бер рәттән донъяуи белем алғандар[4].

З. Х. Рәсүлев, Ә. Ғ. Рахманғолов һәм Ғ. М. Мәҡсүтов менән бергә мосолман уҡыу йорттарында зекер әйтеүҙе һәм донъяуи дисциплинарын уҡытыуҙы рөхсәт итеү мөмкинлеге хаҡындағы мәҡәләгә ҡул ҡуя, был мәҡәлә 1908 йылда «Ваҡыт» гәзите биттәрендә баҫылып сыға һәм фәтүә әһәмиәтлеген ала. 1909 йылда З. Х. Рәсүлев һәм Ә. Ғ. Рахманғолов менән берлектә «Троицк ғалимдары һәм йәдитселек» брошюраһын нәшер итәләр, бында авторҙар йәҙитселлеккә булған үҙҙәренеү мөнәсәбәте хаҡында тәфсир итәләр[5].

Замандаштары билдәләүенсә, йома вәғәздәрендә Мөхәмәт Бикмәтов халыҡты мәғрифәтселеккә, сауҙа һәм һөнәрҙәр менән шөғөлләнергә, «ысын мосолман» булырға һәм «кешеләрсә йәшәргә» өгөтләгән[1].

Улы — Әхмәтхәсән;

Ҡыҙҙары — Сәрүәр һәм Әсмә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Мишкәт әл-мәсәбих [Ниша светочей]. — СПб., 1894. (авторҙаш)
  • Ғөмүми нәсихәт./ Троискийда имам Зайнулла бин Хабибулла ан Наҡшбәнди, Троискийда ахунд мулла Әхмәдхажи бин Ғабделзаһир Рахманҡолой, Троискийда 2-нсе мәсеттә имам да мулла Мөхәмәдзариф әл Мәрхүм углы мулла Мөхәмәд Бикмәтов. // Шура, 1908. — № 7. — 211—212 б. (авторҙаш)
  • Троиски ғилмәсе вә ысул жәдидә [Троицкое учение или джадидизм]/ Троискийда имам Зайнулла бин Хабибулла ан Наҡшбәнди, ахунд мулла Әхмәдхажи бин Ғабделзаһир Рахманколой, 2-нсе мәсеттә имам да мулла Мөхәмәдзариф әл Мәрхүм углы мулла Мөхәмәд Бикмәтов. — Ырымбур, 1908. (2-се баҫмаһы: Ырымбур, 1909. 11 б.) (авторҙаш)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Денисов Д. Н. Бикматов Мухаммед Мухаммедзарифович. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 66. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  2. Денисов Д. Н., Гизатуллин Р. Н. «Мухаммадия» // Ислам на Урале : Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — С. 257—258. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  3. Хәҙерге адресы: Ленин урамы, 61.
  4. Ғизәтуллин Р. Н. Мөхәмәҙиә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Сафиуллина-Аль Анси Р., Гимазова Р. Сочинение Зайнуллы Расулева «Ученые Троицка и новый метод» // Гасырлар авазы — Эхо веков. — 2012. — № 3/4. — ISSN 2073-7483.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Денисов Д. Н. Бикматов Мухаммед Мухаммедзарифович. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 66. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.