Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы
Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы (16 февраль 1946 йыл — 12 октябрь 1998 йыл) — Рәсәй рәссамы, график, иллюстратор. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (1996). РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1991) һәм Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы (1996). Удмурт АССР‑ының Дәүләт премияһы лауреаты (1986).
Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 февраль 1946 |
Тыуған урыны | Бәләкәй Бәлзүгә, Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 октябрь 1998 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Ижевск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт матбуғат университеты Удмурт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒарипов Миңсадиҡ Ғариф улы 1946 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР‑ының Тәтешле районы Бәләкәй Бәлзүгә ауылында тыуған. Бигәнәй урта мәктәбен тамамлаған.
1967 йылда Удмурт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт-графика факультетын тамамлай. 1967—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1970 йылдан Ижевскиҙа нәшер ителгән «Дась лу!» («Әҙер бул!») гәзите рәссамы булып эшләй.
1970 йылда Мәскәү полиграфия институтының матбуғат продукцияһын һынлы сәнғәт-техник биҙәү факультетының (профессорҙары — А. Д. Гончаров, Е. Б. Адамов) ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1976 йылда тамамлай.
1973 йылда «Удмуртия» нәшриәтендә рәссам тарафынан биҙәлгән тәүге китап нәшер ителә.
1990—1998 йылдарҙа Удмурт дәүләт университетының һынлы сәнғәт-графика факультетында уҡытыусы булып эшләй.
1998 йылдың 12 октябрендә Удмурт Республикаһы Ижевск ҡалаһында вафат булған.
Ижады
үҙгәртергәМиңсадиҡ Ғарипов — балалар китаптары рәссам-иллюстраторы, удмурт халыҡ әкиәттәре һәм ауыл көнкүреше темаһына станок офорттары авторы.
1979—1980 йылдарҙа А. Клабуковтың «Моя азбука» китабына иллюстрациялар өсөн РСФСР дәүләт нәшриәте комитетының «Искусство книги» («Китап сәнғәте») конкурсында дәртләндереүсе премия ала. 1984—1985 йылдарҙа «Мифы, легенды и сказки удмуртского народа» («Удмурт халҡының мифтары, риүәйәттәре һәм әкиәттәре») китабын биҙәү өсөн РСФСР дәүләт нәшриәте комитетының «Искусство книги» («Китап сәнғәте») конкурсында 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
Хәтер
үҙгәртергә2003 йылда Тәтешле районы Бигәнәй урта мәктәбенә, Бәләкәй Бәлзүгә ауылының урамына Миңсадик Ғарипов исеме бирелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Менсадык Гарипов. Графика. Книжная иллюстрация. Живопись: каталог. — М., 1991.
- Набатов А. Л. Россия ХХI век. Художники Поволжья и Урала: художеств. альбом. Кн.1. — М., 2003.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Григорьева А. Е. Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Биография и картины М. Гарипова
- Гарипов Менсадык Гарипович 2021 йыл 15 май архивланған. // «Финно-угорский мир» образовательные и межкультурные программы.