Крашенинников Николай Александрович
Крашенинников Николай Александрович (14 ноябрь 1878 йыл — 11 октябрь 1941 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы. Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында байтаҡ әҙәби әҫәр авторы.
Крашенинников Николай Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Патронимы йәки матронимы | Александрович[d] |
Тыуған көнө | 14 (26) ноябрь 1878[1] |
Тыуған урыны | Соль-Илецк, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 октябрь 1941 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Сергиевское кладбище (Уфа)[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, драматург |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[2] һәм драма[d][2] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергә- Николай Александрович Крашенинников 1878 йылдың 14 ноябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Илек ҡәлғәһендә (хәҙерге Соль-Илецк (Тоҙтүбә) ҡалаһы) тыуған.
- 1905 йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
- 1905-1907 йылдарҙа «Новое слово» (Мәскәү) журналының мөхәррир-нәшер итеүсеһе.
- 1941 йылдың 11 октябрендә Өфөлә вафат була.
Ижады
үҙгәртергә«Туташтар» («Барышни», 1911), «Сафлыҡ» («Девственность», 1913), «Инсафлыҡ» («Целомудрие», 1925) романдары; «Мөхәббәт тураһында әкиәт» («Сказка о любви», 1912) повесы, «Бәләкәй Тася тураһында» («О маленькой Тасе», 1908) пьесаһы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
Ижадында Башҡортостан темаһы
үҙгәртергәНиколай Крашенинников әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө Башҡортостанға арналған. «Урман ҡарауылсыһы» («Лесной сторож», 1899) исемле тәүге хикәйәһендә, «Һүнә барған Башҡортостан» («Угасающая Башкирия», 1907) китабына ингән очерктарында колониаль сәйәсәт һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә һәм хәйерселеккә төшкән башҡорт халҡының ауыр тормошо, башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәле һүрәтләнгән. Әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын тыуҙыра, уларҙың рухи байлығын аса. «Әмилә» («Амеля», 1915) романының нигеҙендә - рус дворян мөхитендә тәрбиәләнгән, ләкин үҙенең тыуған далаларына өҫтөнлөк биргән башҡорт ҡыҙы тарихы.
1941 йылда Николай Александрович социалистик Башҡортостан тураһында хикәйәләр һәм очерктар серияһы яҙыу өсөн Өфөгә килә, тик уларҙың «Яңы ер» («Новая земля») тип исемләнгән тәүгеһен генә яҙып өлгөрә[3].
Яҙыусының әҫәрҙәрен башҡорт теленә Сәләх Кулибай, Назар Нәжми, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харисов һәм башҡа әҙиптәр тәржемә иткән.
Николай Крашенинниковтың «Рәхиләнең һыҡтауы» («Плач Рахили») пьесаһы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Рәхиләнең күҙ йәше» спектакле ҡуйыла.
Хәтер
үҙгәртергә- Николай Крашенинников исеме Өфөләге бер урамға бирелгән.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1951;
- Под солнцем Башкирии: рассказы. М., 1936;
- Невозвратное: повести. Уфа, 1987.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 76-77 с. ISBN 5-295-02294-3.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Башкирские «Записки охотника»: известный русский писатель «открывал» для россиян жизнь башкир. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 13 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Крашенинников Николай Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2018)
- Башкирские «Записки охотника»: известный русский писатель «открывал» для россиян жизнь башкир. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 13 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2018)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Узиков Ю.А., Наймушин П.А. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980.