Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы

Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (14 ноябрь 1928 йыл — 20 март 2004 йыл) — педагог-методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның тәүге рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).

Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Юғары Ҡарыш, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 март 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы Әхмәрова 1928 йылдың 14 ноябрендә БАССР-ҙың Бөрө кантоны Үрге Ҡарыш ауылында (Башҡортостан Республикаһының Балтас районы) тыуған. Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһын тамамлаған.

1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан алып 1989 йылға тиклем Ҡандра районы, Татар АССР-ының Шереметьев районы, Өфө ҡалаһында 47-се, 96-сы мәктәптәрендә уҡытыусы, Өфө халыҡ мәғарифы бүлегенең методик кабинеты мөдире булып эшләй. 1974 йылдан алып 20 йыл Өфөләге «Салют» балалар шифаханаһында завуч булып эшләй.

30 йыл самаһы тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә. 19972004 йылдарҙа Өфө тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубын ойоштороусы һәм рәйесе була. Тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ Ленин темаһы (Ульяновтар ғаиләһе туғандары менән хат алышыу ойоштора, В. И. Ленин, А. И. Рыков, А. Д. Цюрупаның туғандары менән бәйләнеш урынлаштыра), Башҡортостанда революцияға тиклемге хәйриә һәм белем биреү тарихы менән ҡыҙыҡһына.

«Ғәлиә», «Усмания» мәҙрәсәләре, Өфө мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең рәйесе Мәрйәм Солтанова, ғалим Б. И. Николаевский, публицист В. Л. Бурцев тураһында мәҡәләләр яҙа. Башҡортостан менән М. Ю. Лермонтов, А. С. Пушкин, Л. Н. Толстойҙың бәйләнеше тураһында, Эверсманндар-Базилевтар-Железновтар, Усмановтар, Залежскийҙар, Солтановтар һәм Рәсәйҙең башҡа заттары тураһында яңы мәғлүмәттәр аса. «Халыҡ дошмандары» мөһөрө тағып исемдәре телгә алыуҙан тыйылған Муса Мортазин, Афзал Таһиров, Риза Әбүбәкеров, Фәтих Ҡотлояровтарҙың исемдәрен халыҡҡа ҡайтарҙы.

Табылған тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы республика мәктәптәрендә уҡытыуҙа ҡуллана.

Хеҙмәтсәндәрҙең Совет районы советының етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Өфө ҡала советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

2004 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында вафат була.

2004 йылдан алып Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө ҡалаһы тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтен уның ҡыҙы, журналист Иҡсанова Гөлнара Альфред ҡыҙы етәкләй.

Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы — башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн рус теле дәреслектәре, уҡытыу-методик әсбаптар авторы.

Педагогика һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса китаптары:

  • «Не будет гражданин достойный к Отчизне холоден душой»,
  • «Эмигрант поневоле В. Л. Бурцев»,
  • «Ты сам свой высший суд: какой оставишь след ты на земле?»,
  • «Мне не в чем каяться, Россия, пред тобой»,
  • «Патриотическое воспитание подрастающего поколения»,
  • «След земной».

Владимир Львович Бурцев (1862—1942) : В помощь изучающим курс «История культуры Башкортостана» / Ф. Д. Ахмерова ; Рос. акад. наук, Отд-ние гуманитар. наук АН РБ, Ин-т истории яз. и лит., Отд. истории культуры и педагогики, 64 с. 21 см, Уфа ИИЯЛ 1997.

Не будет гражданин достойный к Отчизне холоден душой… : (Әҙәбиәт дәрестәрендә тыуған яҡты өйрәнеү материалы) / Ф. Д. Әхмәрова, 190,[2] с. ил. 21 см, Өфө Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1994

Өфө ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте Флүрә Әхмәрова исемен йөрөтә[1].

Өфөлә йыл һайын крайҙы өйрәнеү буйынса Әхмәрова уҡыуҙары үткәрелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә