Төп менюны асырға

Кулагин Юрий Захарович (14 ноябрь 1929 йыл20 октябрь 1983 йыл) — ғалим-ботаник, дендроэколог. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1970 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире, 1970—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Кулагин Юрий Захарович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 14 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Урта Волга крайы[d], Мордовский округ[d], Ромодановский район[d], Уришка[d]
Вафат булған көнө 20 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Ҡазан университеты[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

БиографияҮҙгәртергә

Юрий Захарович Кулагин 1929 йылдың 14 ноябрендә РСФСР составындағы Урта Волга крайының Мордовия округы Ромодановка районы Зоринка ауылында[1] хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

Рузаевка ҡалаһының урта мәктәбен отличие менән тамамлап, 1952 йылда Ҡазан дәүләт университетының биология-тупраҡ факультетын уҡып бөткәндән һуң аспирантураға тәҡдим ителә[2].

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Индустриаль дендроэкологияның фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы була[3].

Ю. З. Кулагин ағас үҫемлектәрен сәнәғәт предприятиелары ташландыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кеше һаулығына ҡырҡа кире йоғонто яһауын кәметеүсе сәнәғәт фильтры итеп күҙаллауҙарҙы үҫтерә.

Ғилми хеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • Кулагин Ю. З. Древесные растения и промышленная среда / Е. В. Кучеров — М.: Наука, 1974. — 126 б. — 1600 экз.
  • Кулагин Ю. З. Лесообразующие виды, техногенез и прогнозирование — М.: Наука, 1980. — 115 б.
  • Кулагин Ю. З. Индустриальная дендроэкология и прогнозирование — М.: Наука, 1985. — 116 б.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Хәҙер Мордовия Республикаһы Ромодановский районы Уришка ауылы
  2. Романов В. Юрий Кулагин — один из создателей индустриальной дендроэкологии (к 85-летию со дня рождения ученого-биолога). ИА «Башинформ» (14 ноября 2014).
  3. Хазиев Ф. Х. Кулагин Юрий Захарович. Энциклопедия Башкирии. Уфа-Гид.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә