Орфография

лингвистиканың һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу менән шөғөлләнгән киҫәге

Орфогра́фия, дөрөҫ яҙыу (бор. грек. ὀρθογραφία, ὀρθός — «дөрөҫ» һәм  γράφω  — «яҙам» тигәндән) —  яҙмала һүҙҙәрҙе һәм грамматик формаларҙы  бер төрлө ҡулланыу. Шулай уҡ был бер төрлөлөктө тәьмин итеүсе ҡағиҙәләр тупланмаһы һәм  ҡулланма  тел белеменең шуның менән шөғөлләнеүсе киҫәге.

Орфография
Рәсем

Орфография —  лингвистиканың һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙы өйрәнеүсе киҫәге.

Бер төрлө яҙылыш өндәрҙе әйтеүҙәге шәхсән һәм диалектик үҙенсәлектәрҙе шымарта, ҡайтанан һорау мөмкин булмағанда был үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итә.

Орфографияның төҙөлөш принциптары үҙгәртергә

Орфография яҙма менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, яҙма барлыҡҡа килеү тел орфографияһы төҙөлөшө принцибы формалашыуға төп йоғонтоно яһай[1]. Боронғо яҙмалы һәм реформаға дусар булмаған (йә күптән дусар булмаған) телдәргә ҡарата яҙманың иҫке хәлен сағылдырыуы һәм тормоштан артта ҡалыуы тураһында әйтергә мөмкин (мәҫәлән, инглиз теле).

Морфологик принцип үҙгәртергә

Атап әйткәндә, рус теленә хас. 

Морфема урын фонетик үҙгәрештәренә бәйһеҙ рәүештә гел бер төрлө яҙыла:  голова́, го́ловы, голо́вка — һәр осраҡта «голов» аша бер төрлө яҙылыш, әммә  әйтелеш  төрлө.  Шулай ҙа рус телендә   морфологик принциптан тайпылыуҙар ҙа осраштыра. Мәҫәлән,  «ё» хәрефе; төрлө сиратлашыуҙар.

Фонетик принцип үҙгәртергә

 
Аристакес Гричтың  әрмән теленең  орфографик һүҙлегенең беренсе бите, XII быуат

Белорус[2],  серб,  грузин, шулай уҡ башҡорт  телдәренә хас.

Белорус теленә кирилл  орфографияһы яҡынса 1907 йылда  индерелә.

Яҙмала нәҡ әйтелеш, шул иҫәптән урын  үҙгәрештәре лә сағыла, өндәрҙең морфемаларға бәйлелеге юҡ: галава́, гало́вы, галоўка (бел. ) — төрлөсә яҙыла, нисек яҙылһа, шулай әйтелә. Белорус  орфографияһы һәм пунктуацияһының (2008 йыл 23 апрель сыҡҡан) яңы ҡағиҙәләре, мәҫәлән, ошондай яҙылышҡа күсергә тәҡдим итә: маёр, маярат, маянэз, раён, Нью-Ёрк.


Семантик принцип үҙгәртергә

Ҡытай теленә  хас.

Яҙылыш әйтелешкә бер нисек тә бәйләнмәгән, ә   семантиканы ғына сағылдыра.

Вьетнам телендә тәүҙә ошо принцип була, шунан  фонетик принципҡа  һәм латин яҙмаһына алмаштырыла.

Башҡорт теленең орфографияһы үҙгәртергә

Башҡорт теленең орфографияһы фонетик принципҡа буйһона. 1939 йылда кириллицаға күскәндән һуң, БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән башҡорт теле фонетикаһына һәм грамматик төҙөлөшөнә яҡын булған башҡорт орфографияһы раҫлана. 1950 йылда башҡорт әҙәби теле орфографияһының яңы редакцияһы раҫлана [1] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.. 1981 йылда БАССР Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән башҡорт әҙәби теле орфографияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кайдалова А. И., Калинина И. К., Современная русская орфография: Учеб. пособие для вузов по спец. «Журналистика». — 4-е изд., испр. и доп. — М.: Высш. шк., 1983. 240 с.
  • Правила русской орфографии и пунктуации. Полный академический справочник. М.: Эксмо, 2007, 480 с. ISBN 978-5-699-18553-5
  • Глазков А. В. Орфографическая ошибка как предмет лингвистического исследования. М.: Издательство Московского культурологического лицея, 1999 — 132с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә