Грамматика (бор. грек. γραμματική γράμμα — «хәреф» тигәндән) — тел ғилеме (лингвистика) фәне тармағы. Ул телдең грамматик төҙөлөшөн, был телдә мәғәнәле, дөрөҫ телмәр сегменттарын (һүҙ формалары, синтагмалар, һөйләмдәр, диктемалар, текстар) төҙөү законлыҡтарын өйрәнә.

Грамматика
Связанное изображение
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу ব্যা◦ һәм ব্যাক.
 Грамматика Викимилектә

Грамматика был законлыҡтарҙы дөйөм грамматик ҡағиҙәләр рәүешендә билдәләй.

Фән булараҡ грамматика айырыла:

  • тарихи грамматикаға — һүҙ төҙөлөшөн, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәрҙе тел тарихының төрлө баҫҡыстарын сағыштырыу юлы менән үҫешен өйрәнеүсе фән.
  • синхрон грамматикаға — һүҙҙәрҙең, фразаларҙың һәм һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн синхрон терминдар менән өйрәнеүсе фән (XIX быуатта был дисциплина тасуирлау грамматикаһы тип атала).

Фән булараҡ грамматиканың килеп сығышы

үҙгәртергә

Хәҙерге заман грамматикаһының төшөнсәләре һәм категориялары, шулай уҡ терминологияһы (һүҙ төркөмдәренең, килештәрҙең атамалары һ.б.) боронғо антик лингвистика традицияларына барып тоташа (гректар — Аристотель, стоиктар, Александрия мәктәбе; римлылар — Варрон (б.э.т. 116—27).

Хәҙерге заман грамматика ысулдары һинд лингвистикаһы традицияларында (беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ уртаһында Панини яҙмаларында) башланғыс алған.

Урта быуаттарҙа ете ирекле сәнғәттең береһе була. Дескриптив та, норматив та булып, классиктарҙың текстарын өйрәнеүҙе лә, билдәле бер кимәлдә тел тураһындағы төшөнсәне лә үҙ эсенә ала; латин теле фекерләү механизмдары менән туранан-тура бәйләнгән мәңгелек форма булараҡ ҡарала. XII быуат аҙағына тиклем белем биреүҙә Донат һәм Присциандың һуңғы осор латин дәреслектәре ҡулланылған, шунан һуң ғына тәүге үҙенсәлекле грамматикалар (Вильдьё төбәгенән сыҡҡан Александрҙың Doctrinales һәм Эберхард Бетюнскийҙың Grecismus дәреслектәре) барлыҡҡа килгән.

  • Яңырыу һәм Мәғрифәтселек осорондағы Европа филологтары яңы телдәрҙең грамматикаһына латин грамматикаһы концепцияларын һәм категорияларын күсерә (мәҫәлән, беренсе сиркәү славян грамматикаһында, 1591, 1596).
  • XVII—XVIII быуаттарҙа грамматика теорияһының логик һәм фәлсәфәүи нигеҙҙәренә («универсаль» йәки «дөйөм» грамматика проблемаһына) ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек арта.
  • XIX быуат башында типологик тикшеренеүҙәрҙең үҫеше һәм донъя телдәренең беренсе морфологик классификацияһын булдырыу төрлө системалы телдәрҙе тасуирлауҙа бер-береһенән айырылған концептуаль системалар эшләүгә этәргес бирә; был йүнәлештә системалы эште Хейман Штейнталь башлай һәм йәш грамматиктар дауам итә.
  • Конкрет телдәрҙең грамматикаһында яңы телдәр грамматикаһын латин-грек грамматик традицияларынан «эмансипациялау» идеяһы тик XX быуат башында ғына үтеп инә. Атап әйткәндә, рус грамматикаһында Ф. Ф. Фортунатов тарафынан эшләгән грамматик төшөнсәләр системаһы ҡулланыла.
  • XX быуатта грамматика үҫешенең төп юлдары аныҡ телдәрҙе тасуирлау ысулына ғына ҡағылмай (был яҡҡа етерлек иғтибар бирелһә лә, мәҫәлән, дескриптив-тасуирлаусы лингвистика сиктәрендә), ә грамматика теорияһы мәсьәләләренә ла ҡағыла.

Грамматика классификацияһы

үҙгәртергә

Һүҙ төркөмдәре

үҙгәртергә

Һүҙ төркөмө — телдең морфологик һәм синтактик һыҙаттар менән билдәләнгән категорияһы. Донъя телдәрендә бөтәһенән элек исем (исем, сифат һ. б.) менән ҡылым ҡаршы ҡуйыла. Күпселек телдәрҙә һүҙ төркөмдәре үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәренә бүленә.

Исем категорияһына һәм тулы мәғәнәле лексемалар класына ҡараған үҙ аллы һүҙ төркөмө, һөйләмдә эйә, аныҡлаусы, тултырыусы[1], хәл, тултырыусыны аныҡлаусы булып, хәбәрҙең хәл һәм исем өлөшөндә килергә мөмкин. Башҡорт телдәрендә исем — үҙ аллы һүҙ төркөмө, лексик һәм грамматик категория булараҡ, предметлыҡ төшөнсәһен аңлата һәм «кем?» йәки «нимә?» тигән һорауға яуап бирә. Төп лексик категорияларының береһе; һөйләмдә, ҡағиҙә булараҡ, эйә йәки тултырыусы, шулай уҡ хәл һәм хәбәр булып та килә ала.

Үҙ аллы һүҙ төркөмө, предметтың билдәһен аңлата, «ниндәй?», «ни төҫлө?», «ҡайһы?», «ҡасанғы?», ҡайҙағы? нимәләге?, «кемдәге?» һорауҙарына яуап булып килә. Һөйләмдә сифат йышыраҡ аныҡлаусы булып йөрөй, шулай уҡ хәбәр булып та килә.

Ҡылым — ниндәй ҙә булһа заттың йәки предметтың эш-ғәмәлен, хәрәкәтен йә торошон белдереүсе үҙ аллы һүҙ төркөмө. Нимә эшләй? нимә эшләне? ни эшләйәсәк? нимә эшләргә? һ.б һорауҙарға яуап булып килә.?[2].

Эш йәки хәлдең билдәһен, уның ниндәй хәлдә үтәлеүен аңлатҡан үҙ аллы һүҙ төркөмө.

Мәктәп дәреслектәрендә был һүҙ төркөмдәре «нисек?», «ҡайҙа?», «күпме?», «ҡайҙан?», «ҡасан?», «ни өсөн?», «ниндәй маҡсат менән?», «ниндәй дәрәжәлә?» һорауҙарының береһенә яуап була. Рәүеш яһаусы процесс адвербиализация (күсеш) тип атала.

Бәйләүестәр

үҙгәртергә

Ярҙамсы һүҙ төркөмө, һүҙбәйләнештәрҙә һәм һөйләмдәрҙә исемдәрҙең, алмаштарҙың, һандың башҡа һүҙҙәрҙән синтактик бойондороҡлолоғон сағылдыра.


Теркәүестәр

үҙгәртергә

Ярҙамсы һүҙ төркөмө, уның ярҙамында ҡушма һөйләмдәр йәки һөйләмдең тиң киҫәктәре бәйләнә.

Ымлыҡтар

үҙгәртергә

Үҙгәрмәй торған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙең үҙенсәлегенә ҡарап, ымлыҡтар синтаксик вазифа үтәргә — һөйләм киҫәге булып килергә мөмкин. Телмәрҙә бер составлы һөйләмдәр булып, хис-тойғоно (ғорурланыуҙы, шатланыуҙы, шикләнеүҙе, һөйөнөүҙе, таң ҡалыуҙы, иҫ китеүҙе, хайран ҡалыуҙы) аңлата.

Ҡылым варианттарын ҡулланыу

үҙгәртергә

Инфинитив

үҙгәртергә

Ҡылымдың билдәһеҙ формаһы, эйәһеҙ (нефинит) ҡылым формаларының береһе. Башҡорт телендә хәбәр составына инергә мөмкин. Мәҫәлән: һүрәт төшөрөргә теләй, ҡарарға ярата.

Сифат ҡылым

үҙгәртергә

Ҡылымдың айырым формаһы, ҡылым үҙенсәлектәренә лә, сифат үҙенсәлктәренә лә эйә булып, предметтың билдәһен һәм хәрәкәтен билдәләп, ниндәй? нимә эшләүсе? нимә эшләгән? нимә эшләйәсәк? нимә эшләүсе? һорауҙарына яуап биреүсе үҙ аллы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә сифат ҡылымдың ҡылым билдәләре — тамамланған, тамамланмаған, 4 йүнәлеш[3]: — уртаҡлыҡ йүнәлеше, ҡайтым йүнәлеше: төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм заман формаһы.

Герундий

үҙгәртергә

Ҡылымдың нефинит (эйәһеҙ) формаларының береһе, инглиз, әзербайжан, испан, француз, латин һәм башҡорт телендә бар. Башҡорт телендә исем ҡылым тип йөрөтөлә. Герундий (исем ҡылым) эштең, хәрәкәттең исемен белдерә һәм исемгә хас булған күплек, килеш һәм эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итә. Нимә эшләргә? Нимә эшләү? тигән һорауҙарға яуап бирә. Исем һыҙаттарын (атап әйткәндә, һөйләмдә синтактик ролде) һәм ҡылымды берләштерә.

Һөйләм киҫәктәре

үҙгәртергә

Һөйләмдең баш киҫәге, грамматик яҡтан башҡа һүҙҙәргә буйһонмай, Һөйләмдә һәр ваҡыт нимә йәки кем тураһындалыр әйтелә һәм хәбәр итеүҙең предметын белдергән һүҙҙәр эйә, тип атала. Эйә кем? нимә? һорауҙарына яуап бирә. Һөйләмдең эйәһе төрлө һүҙ төркөмдәренән, шулай уҡ ҡушма һүҙҙәрҙән, һүҙбәйләнештәрҙән килергә мөмкин. Эйә күпселек осраҡта исемдәрҙән төп килештә килә. Һөйләмгә грамматик анализ яһағанда аҫтына тура һыҙыҡ һыҙып билдәләнә.

Һөйләмдең баш киҫәге[4], эйә тураһында ниҙер хәбәр итә. Нимә эшләй? нимә эшләгән? кем ул? нимә ул? һ. б. һорауҙарға яуап бирә. Хәбәр, эйәгә буйһоноп, уның менән ярашып килә. Эйә үҙгәрһә, хәбәр ҙә үҙгәрешһеҙ ҡала алмай. Хәбәр күпселек осраҡта ҡылымдан килә. Эйә кеүек үк, төрлө һүҙ төркөмдәренән, ҡушма һүҙҙәрҙән, һүҙбәйләнештәрҙән килә ала. Бер һүҙҙән торған хәбәр — ябай, бер нисә һүҙҙән торғаны ҡушма хәбәр тип атала. Һөйләмгә анализ яһағанда хәбәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙыла.

Тултырыусы

үҙгәртергә

Тултырыусылар һөйләмдең хәбәренә (йәки ҡылымдан килгән башҡа киҫәккә) эйәреп, уның мәғәнәһен асыҡлап, тултырып килә. Улар төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын-ваҡыт килеш һорауҙарына, шулай уҡ төрлө бәйләүестәр менән килгән һорауҙарға (кем менән? кем өсөн? кем тураһында? кем тарафынан? һ.б.) яуап булалар. Тултырыусылар тура һәм ситләтелгәндәргә бүленә.

Төшөм килештәге тултырыусылар (рус телендә эйәлек килештә булыу осраҡтары бар) — тура, ҡалғандары ситләтелгән тултырыусы тип атала.

Тура тултырыусыһы булған һөйләмдең хәбәре һәр ваҡыт күсемле ҡылымдан килә, ситләтелгән тултырыусылар күсемһеҙ ҡылымдарҙан килә. Ҡылымдың тура тултырыусыһы ғәҙәттә берәү була, ситләтелгән бер нисә булырға мөмкин. Һөйләм тикшергәндә тултырыусыларҙың аҫтына пунктир һыҙыҡ һыҙыла.


Һөйләмдең эйәрсән киҫәге, хәбәрҙе асыҡлап, эш-хәрәкәттең билдәһен, рәүешен, ваҡтын, урынын һ.б билдәләрен асыҡлап килә. Хәлдәр ситләтелгән тултырыусыларҙан һәм рәүештәрҙән, ҡайһы бер хәл төркөмдәре хәл әйтемдәренән килә.

Өҫтәлмәлек

үҙгәртергә

Предметты асыҡлап, уға яңы атама биреп килгән аныҡлаусыларҙы өҫтәлмәлек тип йөрөтәләр. Мәҫәлән,

Ҡая-бәһлеүән күкрәгендә алтын болот йоҡланы.

Өҫтәлмәлектәр предметтың төрлө билдәләрен: йәшен, милләтен, һөнәрен һ.б күрһәтергә мөмкин.

Өҫтәлмәлектәрҙең икенсе ҙур төркөмө үҙе эйәргән һүҙҙең мәғәнәһен аныҡлау өсөн ҡулланыла. Предметтың төбәлешен, ниндәй белгес икәнен, сифатын белдергән өҫтәлмәлектәр, аныҡланыусының аҙағынан килеп, дефис менән айырыла: балаҫ-самолет, эшсе-нефтяник, инженер-химик. (Аныҡланыусы ла, өҫтәлмәлек тә уртаҡлыҡ исемдән килгән) Һөйләм иикшергәндә өҫтәлмәлектәр аныҡлаусылар кеүек тулҡынлы һыҙыҡ менән һыҙыла.

Килештәр

үҙгәртергә

Төп килеш

үҙгәртергә

Төп килеш номинатив төҙөлөшлө телдәрҙә ғәҙәттә был килеш агенс (башҡарыусыны) кодлай, синтаксик терминда йыш һөйләмдең эйәһе була. Һинд-Европа телдәрендә төп килеш, ғәҙәттә, хәбәрҙең исем өлөшөндә ҡулланыла « быть-булырға» мәғәнәһендә (шулай уҡ күп кенә телдәрҙә «булырға — становиться», «күренергә — казаться», «рождаться — тыуырға», «үлергә — умирать» һ.б.):

  • Рус: Квадрат есть прямоугольник, все стороны которого равны. Квадрат — бөтә яғы ла тигеҙ булған дүртмөйөш.
  • Латин: Homini Homo lupus est («Кеше кешегә бүре»)
  • Литва: Aš esu studentas («Мин — студент»)

Эйәлек килеш

үҙгәртергә

Донъя телдәрендә эйәлек мөнәсәбәтен белдереүсе, шулай уҡ башҡа төрлө функцияларға эйә булған ситләтелгән килештәрҙең береһе. Шуның менән ул билдәһеҙ эйәлек килештән айырыла. Билдәһеҙ эйәлек килеш тик объект ҡараған эйәне күрһәтә[3]. Мәҫәлән, башҡорт телендә: ҡаланың баҡсаһы (билдәле бер ҡала) — ҡала баҡсаһы (билдәһеҙ эйәлек килеш). Термин боронғо грек традицияларына барып тоташа, уның ярҙамы менән атаһының исеме крһәтелә: «шул атайҙың шул улы».

Төбәү килеш

үҙгәртергә

Донъя телдәрендә ситләтелгән килештәрҙең береһе. Хәрәкәттең берәй предметҡа (аллатив) төбәлеүен йәки берәй урынға йүнәлеүен белдерә. Төбәү килеш йыш ҡына хәлде аңлатыуҙы белдерә, улар: экспериенцер тип атала: рус «сниться мне», «мне нравится», инглиз телендә thinks me, likes me. Нах-Дагестан телдәренең күбеһендә төбәү килеш ҡылымдар эргәһендә ярайһы уҡ эҙмә-эҙлекле ҡулланыла. Ҡайһы бер телдәрҙә төбәү килеш урын килеш мәғәнәһендә тейешле бәйлеүестәр менән ҡулланыла (мәҫәлән, немец: 'Deutschen im).

Төшөм килеш

үҙгәртергә

Номинатив-аккузатив төҙөлөшлө телдәрҙә ҡылым аңлатҡан эштең бер предметҡа төшөүен аңлата (тура тултырыусы): рус. читаю книг-у — китап уҡыйым, лат. libr-um lego. Эргатив төҙөлөшлө телдәрҙә төшөм килеш юҡ, ә объект функцияһын абсолютив (башҡа трактовкаларҙа — төп килеш) үтәй. Рус һәм башҡа телдәрҙә килеш атамаһы латин телендәге тәржемәнән accusativus алынған, үҙ сиратында грек атамаһы бор. грек. αἰτιατική. Грекса был һүҙ «сәбәп» һәм «төшөмдө» аңлата. Римлылар, гректарҙың грамматик терминдарын өйрәнеп, был атаманы «төшөм» тип тәржемә иткәндәр, хәйер, «сәбәп» тип тәржемә итеү нығыраҡ тура килер ине.[5].

Сығанаҡ килеш

үҙгәртергә

Сығанаҡ килеш, ҡайһы бер телдәрҙә эш ҡоралын белдерә, агенс билдәле бер эш-хәрәкәт йәки башҡа етештереү объектына йоғонто яһай. Ҡайһы берҙә сығанаҡ килеш пассив конструкцияларҙа агенс (башҡырыусы) ролен сағылдыра. Сығанаҡ килеш һорауҙары: кем менән? ҡайҙан? нимә менән? һ.б.

Урын-ваҡыт килеш

үҙгәртергә

Урын-ваҡыт килештәге һүҙҙәр рус славян һәм башҡа ҡайһы бер телдәрҙә кем тураһында? нимә тураһында? ҡайҙа? ҡасан? ҡайһы ваҡытта? һорауҙарына яуап булып, исемдәр ҡылымдан аңлашылған эш йәки хәлдең урынын, ваҡытын белдерә. Сығышы менән урыҫ урын килеше һинд-европа (локатив) урын килешенә барып тоташа һәм уның мәғәнәһен бәйләүестәр «в» һәм «на», «при» менән һаҡлай. Боронғо рус телендә был килеш бәйләүесһеҙ ҡулланыла алған: Киевль « в Киеве», урын килеш мәғәнәһенең төп күрһәткесе, бәйләүес об тәүҙә «вокруг-тирәләй» мәғәнәһен аңлатҡан.

Грамматиканың үҙәк өлөшө

үҙгәртергә

Грамматиканың үҙәк өлөшөн һүҙ төркөмдәре һәм уларҙың категориялары тураһында тәғлимәт тәшкил итә. Шулай уҡ уға һүҙҙәр бәйләнешенең дөйөм ҡағиҙәләре тураһында тәғлимәт (һүҙбәйләнеш, һөйләм) һәм был телмәр берҙәмлектең төҙөлөшө — синтаксисинә.

Синтетик телдең грамматика бүлеге

үҙгәртергә

Синтетик телдәрҙең грамматикаһы морфемаларҙан һүҙҙәр төҙөү ҡағиҙәләре тураһында фән булараҡ морфемиканан һәм синтаксистан тора.

Грамматика һәм башҡа лингвистик дисциплиналар араһындағы сик

үҙгәртергә

Семантика, лексикология һәм фонетика, ҡағиҙә булараҡ, грамматикаға инмәй (киреһенсә, уға ҡаршы ҡуйыла). Әммә грамматиканың ҡайһы бер концепцияларында уның өлкәһе киң аңлашыла — грамматика был фәнни дисциплиналарҙың предмет йүнәлештәрен «йота» («абсорбирует»). Уға грамматик семантика, морфонология (шул иҫәптән сегментлы морфонология, акцентология һәм интонология, йәғни интонация тураһындағы фән) һәм дериватология (һүҙьяһалыш тураһындағы фән) инә. Улар грамматика, фонетика һәм лексикология сигендә яталар.


Грамматиканың башҡа дисциплиналар менән бәйләнеше

үҙгәртергә

Грамматика лексикология менән тығыҙ бәйләнгән, сөнки ул һүҙҙәрҙең грамматик үҙенсәлектәрен өйрәнә; шулай уҡ тел ғилеменең түбәндәге бүлектәре менән бәйләнгән:

  • орфоэпия — телмәрҙең тауыш ағышын һәм тауыштың төрлө биҙәктәрен, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәнә.
  • орфография — дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре йыйылмаһы,
  • стилистика — грамматик формаларҙы төрлө телмәр жанрҙарында ҡулланыуҙың стилистик законлылыҡтарын тасуирлай (ҡара: грамматик стилистика).

Грамматика сиктәрендә грамматик тикшеренеүҙәрҙең бер нисә йүнәлеше бүленә:

Формаль һәм функциональ грамматика

үҙгәртергә
  • «Формаль» грамматика — грамматик күрһәткестәр һәм уларҙың формаль төрҙәре — грамматик ысулдар тураһында тәғлимәт булдыра.
  • Функциональ грамматика (йәки төпкөл грамматика) грамматик мәғәнәләр һәм шуның менән грамматика менән семантиканың киҫешкән урынын тәшкил иткән тәғлимәт төҙөй.

Шәхси һәм универсаль грамматика

үҙгәртергә
  • Универсаль грамматика донъяның төрлө телдәренең грамматик төҙөлөшөн тасуирлау мөмкинлеге булған төшөнсәләр эшләй.
  • Шәхси грамматика айырым телдәрҙең, шулай уҡ уларҙың төркөмдәренең һәм ғаиләләренең грамматик төҙөлөшөн өйрәнә.

Синхрон һәм тарихи грамматика

үҙгәртергә
  • Синхрон грамматика бер телде ниндәйҙер бер этапта йәшәүен тасуирлай. XIX быуатта, һуңыраҡ бындай грамматиканы ғәҙәттә тасуирлау тип атайҙар, ә XX быуатта синхрон йәки синхронлы тип атайҙар;
  • Тарихи грамматика (башҡаса термин, диахрон йә диахронлы) был телдең төрлө тарихи үҫеш этаптарын сағыштыра, грамматик формалар һәм төҙөлөштәр системаһындағы тарихи үҙгәрештәрҙе һәм үҙгәрештәрҙе асыҡлай.
  • Һуңғы төр — сағыштырма-тарихи грамматика (башҡа терминдарҙа сағыштырма грамматика) — телдән бер төркөмдөң йәки ҡәрҙәш телдәр ғаиләһенең килеп сығышын тикшерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Существительное / В. М. Живов // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. ГЛАГОЛ | Онлайн Энциклопедия Кругосвет
  3. 3,0 3,1 Дмитриев Н.К. «Башҡорт теленең грамматикаһы». — Өфө: «Китап», 1950 й. — С. 74-се.
  4. Русский язык: краткий теоретический курс для школьников. Дата обращения: 19 октябрь 2009.
  5. Douglas Harper, Online Etymology Dictionary
  • Грамматика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Виноградов В. В. Рус теле. Һүҙ тураһында грамматик тәғлимәт. — М., 1947;
  • О Есперсный Грамматика Философияһы. . инглиз теленән тәржемә — М., 1958 (ҡара. шулай уҡ [1] йәки [2] йәки [3]);
  • П. С. Кузнецов Грамматика өйрәнеү принциптары тураһында. — М., 1961;
  • Лена Блумфилд Теле. Пер. инга менән. — М., 1968, с 165—310;
  • Т. В. Булыгин Грамматика // БСЭ. Изд. 3. 7 та. — М., 1972;
  • Лайонз, Джон. Теоретик лингвистика инеш. Тәржемә. инглиз теленән . — М., 1978, с. 146—423;
  • Лайонз, Джон. Лингвистика һәм телде. Пер. инга менән. — М., 2004, с. 96-127;
  • Маслов Ю. С. Тел ғилеменә инеш. баҫма. 2-се— М., 1987, с. 125—185, 210—213;
  • Хәҙерге заман сит ил грамматик теориялары. — М., 1985

Һылтанмалар

үҙгәртергә