Ракшин Дмитрий Сергеевич

Ракшин Дмитрий Сергеевич (14 ноябрь 1913 йыл — 9 ғинуар 1961 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 132-се гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (Воронеж фронты, 40-сы армия, 42-се гвардия уҡсылар дивизияһы), гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы (1943).

Ракшин Дмитрий Сергеевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыйғы районы
Вафат булған көнө 9 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Силәбе өлкәһе
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Сергеевич Ракшин 1913 йылдың 14 ноябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ләүйылға ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) тыуған.

Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле — мәктәптең 7 класын тамамлаған. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда тракторсы, Силәбе өлкәһенең Һатҡы леспромхозында шофер булып эшләй.

1943 йылдың апрелендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың май айынан.

Һуғыштан һуң Д. С. Ракшин Силәбе өлкәһендә йәшәй, Һатҡы урман хужалығында шофер, гараж механигы булып эшләй.

1961 йылдың 9 ғинуарында вафат була. Силәбе өлкәһенең Ельничный ҡасабаһында ерләнгән.

Батырлығы

үҙгәртергә

132-се гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (42-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) гвардия өлкән сержанты Д. С. Ракшин 1943 йылдың 28 сентябрендә тәүгеләрҙән булып беренсе һөжүм итеүсе төркөм составында Киев өлкәһенең Гребени ауылы эргәһендәге Днепр йылғаһын аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярында плацдармды баҫып алыуҙағы һәм киңәйтеүҙәге алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943 йылдың 29 октябрендә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Ракшин Дмитрий Сергеевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 59, л. 19).
  2. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 472, л. 2).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов, т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ракшин Дмитрий Сергеевич. «Герои страны» сайты.