14 март
көнө
(14 марта битенән йүнәлтелде)
14 март — григориан стиле буйынса йылдың 73-сө (кәбисә йылында 74-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 292 көн ҡала.
14 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: «Пи» һаны көнө.
- Ер: Йылғалар көнө.
- Һорауҙар көнө.
- Ныҡ яҡшы кәйеф көнө.
- Бутербродтың тыуған көнө.
- Видеомагнитофондың тыуған көнө.
- Тажикстан: Прокуратура органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1944: Стәрлетамаҡтағы «Строймаш» заводы эш башлай.
- 2004: Владимир Путин икенсе мөҙҙәткә Рәсәй Президенты итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы (1925—4.12.2000), төҙөүсе. 1955–1985 йылдарҙа «Уфимтрансстрой» тресы 826-сы төҙөлөш монтаж поезының балта оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Беленкова Оксана Архиповна (1940), ғалим-философ. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Тальный ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәниев Мөнир Мирғәлим улы (1940), ғалим-агроном. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2010 йылдарҙа үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1967), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1990).
- Муллабаев Биктимер Ғәлләм улы (1945—1982), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының элекке актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылынан.
- Кузеев Искәндәр Рөстәм улы (1950), ғалим-инженер механик. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылда химик етештереү машиналары һәм аппараттары кафедраһы, 2009 йылдан — технологик машиналар һәм ҡорамалдар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987 йылдан «Технология, ресурс һәм ныҡлыҡ» ғилми тикшеренеү комплексының тармаҡ лабораторияһы етәксеһе, 1990 йылдан — директоры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2008).
- Иркәбаев Олег Геннадьевич (Иркәбаев Этайн; 1955), театр актёры, режиссёр, педагог. 1991 йылдан Мари милли драма театры филиалы — Мари йәш тамашасы театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Мари республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Марий-Эл Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фин-уғыр халыҡтары театрҙарының «Майатул» халыҡ ара фестивале дипломанты (Йошкар-Ола, 2010). Мари-Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге дәүләт премияһы (1999) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Тымбай ауылынан.
- Ибраһимов Шакир Шәғәлим улы (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Күмертау ҡалаһы «Акрополь» йәмғиәте мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2015).
- Мортазин Хәким Фәрит улы (1975—12.06.2023), театр артисы. 1997 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Яңыбай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мерзляков Алексей Николаевич (1911—31.01.1994), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1942—1978 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Һатҡы урман сәнәғәте хужалығы директоры. 1947—1979 йылдарҙа Силәбе өлкә һәм Һатҡы ҡала Советтары депутаты. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. 1978 йылдан республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер, Һатҡы ҡалаһы һәм Һатҡы районының почётлы гражданы (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Быков ауылынан.
- Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы (1936), нефтсе-инженер, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1968—1996 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы урынбаҫары. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
- Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (1951), педагог, хор дирижёры, режиссёр. 1983—2006 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2001 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2007 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Асеев Алексей Александрович (1922—10.05.1980), Бөйөк Ватан һуғышы һуғышы яугиры, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тигин Юрий Николаевич (1937), спорт һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, саңғысы. 1965—1969 йылдарҙа Спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзының Өфө ҡала советы рәйесе, 1969—1971 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе, 1972—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе. Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры
тулы исемлек
- Нурмөхәмәтов Зөфәр Мирғәлим улы (1947), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1965—2015 йылдарҙа Дүртөйлө районы хәҙерге Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы тракторсыһы. 2-се (1985) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Хәмиҙуллин Фаил Заһит улы (1947), комсомол, профсоюз органдары һәм нефть сәнәғәте ветераны. 1970 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитеты инструкторы, бүлек мөдире; 1973 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының ВЛКСМ комитеты секретары, профком рәйесе урынбаҫары һәм профком рәйесе; 1986—2003 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең берләштерелгән профсоюз ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (2002). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Ганцев Виктор Александрович (1957), нефть сәнәғәте ветераны. 1978 йылдан нефть эшкәртеү предприятиелары яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000 йылдан «Башҡортостан нефть химияһы компанияһы»ның генераль директоры, 2006 йылдан «Өфөнефтехим» йәмғиәте етәксеһе, 2009—2014 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса өлкән вице-президенты. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003), өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Петровка ауылынан.
- Рәхмәтуллин Наил Зәки улы (1957), сауҙа тармағы алдынғыһы. 1984 йылдан Әбйәлил районы ҡулланыусылар йәмғиәте (райпо) идараһы рәйесенең кадрҙар буйынса урынбаҫары, 1985 йылдан — универмаг директоры, 1991 йылдан — райпо идараһы рәйесе; 2001 йылдан «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән район үҙәге Асҡарҙан.
- Юлтимерова Гөлсөм Ғәли ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфөләге күп профилле һөнәри колледждың элекке методисы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
- Аралбаева Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы (1977), журналист, музыка белгесе. 2014 йылдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2017), халыҡ-ара ТӨРКСОЙ премияһы (2015) һәм республика конкурстары лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы (1883—10.06.1938), ғалим, дәүләт хеҙмәткәре. 1929—1938 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Лежнёв Анатолий Петрович (1888—11.03.1956), рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1919—1925 йылдарҙа Өфөнөң тимер юл оҫтаханаһы ҡарамағындағы һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы, бер үк ваҡытта Урыҫ педагогия училищеһы һәм Юл техникумы уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Рәссамдар союзы идараһының беренсе рәйесе (1941—1943). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940).
тулы исемлек
- Бештау Юрий Григорьевич (1928—16.12.2011), һыу транспорты инженеры. 1989—2000 йылдарҙа «Речбункер» йәмғиәтенең Өфө филиалы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1988). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1976) ордены кавалеры. Сығышы менән Төньяҡ Кавказ крайы Апшерон станицаһынан.
- Бәширов Әкрәм Абдулла улы (1933—28.01.2010), ғалим-иҡтисадсы. 1991 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2001 йылдарҙа аудит һәм һалымдар кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991).
- Ишҡыуатов Зиннур Исмәғил улы (1938—17.03.1983), механизатор. 1955—1983 йылдарҙа Баймаҡ районы К. Маркс исемендәге колхоз механизаторы, бригадиры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1957). Сығышы менән ошо райондың Ҡарағайлы ауылынан.
- Тәнзилә Үлмәҫбаева (1963), радиожурналист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1999). Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2006).
- Шамил Кучуков (1963), радиотележурналист.
- Тимербаева Рина Харис ҡыҙы (1968), ғалим-микробиолог, табип-педиатр. 1995 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы микробиологы, 1998 йылдан участка етәксеһе, 2006 йылдан цех, 2008 йылдан бүлек начальнигы, 2013 йылдан директорҙың производство һәм технология буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Михайловка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәзим Туҡаев (1909—7.11.1981), театр артисы. 1935—1981 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1954) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Крыкля Сергей Степанович (1924—2021), бухгалтер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, өлкән лейтенант. 1953 йылдан хәҙерге Благовар районы «Россия» колхозының баш бухгалтеры, 1964 йылдан — рәйес урынбаҫары; 1975 йылдан Благовар май заводының, 1982—1993 йылдарҙа Благовар МПМК-һының баш бухгалтеры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Нефорощанка ауылынан.
тулы исемлек
- Рамаева Нина Пантелеевна (1929—2019), еңел сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. 1968—1986 йылдарҙа Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1981). Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.
- Риянов Рәйес Мәсәлим улы (Рәйес Риян) (1934—30.03.2015), журналист, яҙыусы, шағир. «Кызыл таң» гәзитенең элекке үҙ хәбәрсеһе. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡариҙел районының Ғаян Лоҡманов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.
- Аброщенко Вячеслав Васильевич (1949), инженер-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 2000 йылдан «Дорремстройтрест» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1993), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Калиновка ауылынан.
- Рәсүл Сәғитов (1964), радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1804: Иоганн Штраус, Австрия композиторы, скрипкасы, дирижёр.
- 1835: Джованни Вирджинио Скиапарелли, Италия астрономы.
- 1870: Евдокия Турчанинова, Рәсәй империяһының һәм СССР-ҙың театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1943).
- 1879: Альберт Эйнштейн, Германия физигы, сағыштырмалыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы, Нобель премияһы лауреаты (1921).
- 1930: Василий Песков, яҙыусы, журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, сәйәхәтсе, Ленин премияһы лауреаты.
- 1979: Павел Воля, Рәсәй артисы, телевидение тапшырыуҙары алып барыусыһы.
- 1883 — Карл Маркс, философ һәм сәйәсмән, марксизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
- 2015— Валентин Распутин, рус яҙыусыһы.