Асеев Алексей Александрович

Асеев Алексей Александрович (14 март 1922 йыл — 10 май 1980 йыл) — Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Карелия фронтының 7-се армияһы 272-се уҡсы дивизияһы 1063-сө уҡсы полкының ҡыҙылармеецы.[1].

Асеев Алексей Александрович
Тыуған ваҡыты

14 март 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө ҡалаһы

Үлгән ваҡыты

10 май 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (58 йәш)

Вафат урыны

Красноярск ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19421946

Хәрби звание

рядовой

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Биографияһы үҙгәртергә

Алексе́й Алекса́ндрович Асе́ев 1922 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Милләте рус. 10 класты тамамлаған.

1942 йылдың декабрендә Красноярск ҡалаһының Үҙәк район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла һәм шунда уҡ хәрәкәттәге армияға ебәрелә.

1944 йылдың йәйендәге Свирск-Петрозаводск операцияһында Карелия фронтының уң ҡанатындағы ике: 7-се һәм 32-се армиялар һөжүм итә. Төп һөжүм итеү 7-се армияға тура килә. Ул Ленинград өлкәһе Лодейное Поле ҡалаһы эргәһенән Ладога күле ярҙарына табан һөжүм итә. 7-се армияны көсәйтеү маҡсатында Баш главнокомандующий Ставкаһы резервынан ике уҡсы корпус, артиллерия, танк, инженер берләшмәләре ебәрелә.

1944 йылдың 21 июнендә беренсе һөжүм ваҡытында ҡыҙылармеец Алексей Асеев үҙенең оҫта һәм тәүәккәл эш итеүе менән айырылып тора. Ул разведка төркөмө составында Свирь йылғаһын аша сығыу өсөн әҙерлек алып бара һәм дошмандың алғы һыҙығында урынлашҡан ут нөктәләрен күрһәтеп бирә. Ҡаршы ярға сыҡҡас батыр яугир беренселәрҙән булып дошман менән алышҡа инә. Үҙенә билдәле булған разведка мәғлүмәттәренә таянып, ул йәһәт кенә урындың айышына төшөнөп ала һәм кешеләре менән бергә дошмандың биш ут нөктәһен юҡ итә. Мәргән атыу менән ағас башында ултырған бер-нисә «кәкүкте» бәреп төшөрә, ә өс фин һалдатын әсирлеккә алып өлгөрә.

Карелия фронтының 7-се армияһы, 272-се уҡсы дивизияһы, 1063-сө уҡсы полкының уҡсыһы, ҡыҙылармеец А. А. Асеев Видлицк нығытылған районын йырып сыҡҡан ваҡытта тағы батырлыҡ күрһәтә. Дошман оборонаһының өсөнсө һыҙатында һуғыштар бара. Туҡтауһыҙ яуған пулялар уты аҫтында тимерсыбыҡ кәртәләрен аша үтеп, ул беренселәрҙән булып траншеяға бәреп инә, ауыр пулемёт расчетын юҡ итә һәм әсир ала. Ҡыйыу һалдат шундай уҡ батырлыҡ һәм тәүәкәллек менән икенсе траншеяға ла үтеп инә. Унда дошмандың тағы бер пулемёт расчетын юҡ итә. 1944 йылдың 28 июнендәге был һуғышта ул ҡаты яралана. Тылдағы госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң ул, һуғыш инвалиды булараҡ, Ҡыҙыл армия сафынан демобилизациялана.

1944 йылдың 21 июлендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 3828).

1944 йылдан 1946 йылға тиклем СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) Эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1946 йылдан Красноярск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, 1980 йылдың 10 майында вафат була, Бадалык зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3828) (21.07.1944)[2]
  • Ленин ордены
  • Миҙалдары, шул иҫәптән:
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Должность и воинское звание на дату присвоения звания Героя Советского Союза
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 70/3, л. 26/212, 213)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар үҙгәртергә