Яңыбай (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Яңыбай (рус. Яныбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843001.

Ауыл
Яңыбай
рус. Яныбаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ейәнсура районы

Ауыл советы

Яңыбай

Координаталар

51°41′21″ с. ш. 57°16′04″ в. д.HGЯO

Халҡы

592[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453396

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 843 001

ОКТМО коды

80 626 443 101

Яңыбай (Рәсәй)
Яңыбай
Яңыбай
Яңыбай (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңыбай

Географик урыны

үҙгәртергә

Яңыбай ауылы бейек Баҡсатау итәгенән аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Ҡороюл йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 102 км һәм Ҡыуандыҡ (Ырымбур өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Әйтер кәрәк, йәйге эҫе көндәрҙә йылға йыл һайын ҡороған. Ауылды һәр яҡтан тиерлек тауҙар һәм ҡуйы урман уратҡан.

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Үҫәргән улусының Мәмбатша ауылынан Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

Яңыбай ауылына Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Мәмбәтша ауылы 1776 йылда үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Поход старшинаһы Яңыбай Ҡансурин исеме менән аталған. 1866 йылда 32 йортта 161 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет теркәлгән[3].

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауыл йылдан йыл ҙурая: эш урындары булдырыла, шәхси предприятиеләр асыла, яңы йорттар һалына. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Бөгөнгө заман шарттарына яраҡлаштырылған 11 класлыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Яңыбай ауылында 1900 йылда — 251 кеше, 1920 йылда 558 кеше, 1939 йылда — 477 кеше, 1959 йылда — 464 кеше, 1989 йылда — 522 кеше, 2002 йылда — 605 кеше, 2010 йылда — 592 кеше йәшәгән. Яңыбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002)[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 477 [4]
1959 461 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1970 604 [5]
1979 538 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1989 522 [6]
2002 605 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 669 [8]
2010 592 [7]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[9].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Арал урамы (рус.  улица Арал)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Тыҡрыҡ урамы (рус.  Переулок улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  улица Салавата Юлаева)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)[15]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
Тау-таштар
  • Баҡсатау
  • Бараҡтау тауы
  • Ҡутырлытау
  • Яутүбә тауы
Йылғалар
  • Ҡороюл йылғаһы
  • Алтынсай йылғаһы
  • Әсейылға
  • Әзеғуза йылғаһы
  • Шөшлө йылғаһы[16].

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. [1]
  3. 3,0 3,1 Яңыбай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  5. 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  10. Сайт Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова ⇒ Персоналии ⇒ ИЛИМБЕТОВ Валит Халитович (рус.)
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  12. МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ сайты: театр труппаһы: Мортазин Хәким Фәрит улы 2016 йыл 26 декабрь архивланған.
  13. В Уфе скоропостижно умер известный актёр Хаким Муртазин. ИА «Башинформ», 12.06.2023 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2023)
  14. САБИРОВ ИРЕК САБИРОВИЧ. Сибайский историко-краеведческий музей. Официальный сайт 2022 йыл 28 июнь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2022)
  15. Госсправка сайтында урамдар исеме
  16. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

үҙгәртергә