Рамаева Нина Пантелеевна
Рамаева Нина Пантелеевна (14 март 1929 йыл— 2019 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, 1968—1986 йылдарҙа Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары () кавалеры. Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
Рамаева Нина Пантелеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 март 1929 |
Тыуған урыны | Сидоровка, Поляковка ауыл Советы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 2019 |
Вафат булған урыны | Дәүләкән, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | еңел сәнәғәт хеҙмәткәре |
Биләгән вазифаһы | директор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНина Пантелеевна Рамаева 1929 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ы хәҙерге Дәүләкән районы Сидоровка ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башланғыс мәктәптә Балто-Ивановка ауылында уҡый, һуңынан Поляковка ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Бала сағы һәм мәктәп йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килә.
Һуғыштан һуң ул Дәүләкәнгә килә һәм тәүҙә район элемтә үҙәгенә эшкә инә. 1947 йылдан Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһына деталдәр киҫеүсе-өйрәнсек булып эшкә урынлаша. Фабрика етәкселеге уны Мәскәүгә өс айлыҡ курстарға уҡырға барырға йүнәлтмә бирә. Һуңынан Нина Пантелеевна киске мәктәптең һигеҙенсе класына, артабан Өфө туҡыу һәм еңел сәнәғәт техникумының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Мәскәүгә икенсе тапҡыр аяҡ кейеме тегеү нескәлектәренә өйрнеү курстарына уҡырға бара. Эшендә алған белемемен ҡулланырға өйрәнә, эш тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша. Ойоштороу оҫталығы, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, башҡаларға иғтибары коллективтың ихтирамын яулай. Комсомол ойошмаһы секретары, һуңынан предприятиеның партия ойоштороусы итеп һайлана. Егерме йыл дауамында Н. П. Рамаева урта кимәлдәге барлыҡ техник хеҙмәттәр аша үтә. 1968 йылда фабрика директоры итеп тәғәйенләнә[1] Нина Пантелеевна 18 йыл аяҡ кейеме тегеүселәр коллективын етәкләй. Күп йылдар рәттән Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы тармаҡтың өлгөлө предприятиеһы булып һанала. Коллективтың ыңғай тәжрибәһе бөтә илгә тарала. Балалар өсөн сифат билдәһе менән күп һанлы аяҡ кейеме Бөтә Рәсәйгә билдәлелек ала. Фабрика етәксеһе бер нисә тапҡыр Дәүләкән ҡала советы депутаты итеп һайлана.[2]
1986 йылда Нина Пантелеевна хаҡлы ялға сыға. 2019 йылда Дәүләкән ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәДәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (1998) Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
Октябрь Революцияһы ордены (1974),
Халыҡтар дуҫлығы ордены ()
Уның наградалары араһында һигеҙ миҙал бар, улар араһында иң беренсеһе һәм үҙе өсөн иң ҡәҙерлеһе — «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1966).[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ .Рамаева Нина Пантелеевна, Муниципиальный район Давлекановсий район Республики Башкортостан. 7 февраль 2024 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ П. Сергеев. От простой рабочей до директора . Асылыкүль (17 апрель 2019). Дата обращения: 7 февраль 2024.
- ↑ В. Пахомова. Золотая сторка в истории края (русский), Асылыкуль (март 2014).