Ғәниев Мөнир Мирғәлим улы

Ғәниев Мөнир Мирғәлим улы (1940 йыл 14 март) — агроном, биология фәндәре кандидаты (1967), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1990).

Ғәниев Мөнир Мирғәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Сайрән, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Мөнир Мирғәлим улы Ғәниев 1940 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы Сәйрән ауылында тыуған. 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1962—1964 йылдарҙа Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының ауыл хужалығы идаралығында үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агроном булып эшләй. Бер үк ваҡытта 1964 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын (Пушкин ҡалаһы) тамамлай[1].

Мөнир Мирғәлим улы 1967—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй (1999—2015 йылдарҙа — үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм биотехнология кафедраһы мөдире).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1967 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[⇨].

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре:

  • баҫыу культуралары сәсеүлектәренең фитосанитар торошо,
  • пестицидтар һәм биопрепараттар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге.

Башҡортостандың ауыл хужалығы зоналары буйынса сәсеүлектәр экосистемаһына пестицид йөкләнешен анализлай. Ужым арышын, яҙғы бойҙайҙы ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау буйынса тәҡдимдәр эшләй һәм Башҡортостан ауыл хужалығы производствоһына индерә.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән студенттар өсөн уҡыу әсбаптары һәм белешмә китабы авторы. "Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы"нда һәм күп томлы "Башҡортостан Республикаһы энциклопедиялары"нда бер нисә мәҡәлә авторы.

Һайланма хеҙмәттәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә