Риянов Рәйес Мәсәлим улы

Риянов Рәйес Мәсәлим улы (ижади псевдонимы Рәйес Риян; 14 март 1934 йыл30 март 2015 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Риянов Рәйес Мәсәлим улы
Псевдонимдары:

Рәйес Риян

Тыуған көнө:

14 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан АССР-ы Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылы

Вафат булған көнө:

30 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (81 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист, яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйес Мәсәлим улы Риянов 1934 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Бағаҙытамаҡ (хәҙерге Ҡариҙел) ауылында тыуған. Иртә атайһыҙ ҡала. Шунан һуң Рәйес менән өс балаһын эйәртеп әсәһе тыуған ауылына — Ураҙбахтыға күсенә.

Рәйес бала саҡтан «Ҡариҙел» колхозында эшләй, артабан Ураҙбахты (Үрге Өфө) һал ағыҙыу контораһында эшләй: һалсы, һалдарҙы булдырыусы, һалсылар бригадиры була. Уны урман ҡырҡыусы кеүек тә беләләр.

Өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетында ситтән тороп уҡып сыға[1].

Хәләл ефете Мансура менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгән.

Рәйес Риянов иртә яҙа башлай: шиғырҙарын, яҙмаларын «Ҡыҙыл таң» гәзитенә ебәрә. Һуңыраҡ «Совет Башҡортостаны», «Советская Башкирия» гәзиттәре биттәрендә лә күренә башлай. 1959 йылда, әүҙем эшсе хәбәрсе булараҡ, уны матбуғатҡа эшкә саҡыралар. Тәржемәсе, хаттар бүлеге мөдире, яуаплы секретарь була. Ҡариҙел район гәзитендә 20 йылға яҡын эшләй, мөхәррир урынбаҫары вазифаһын да үтәй.

70-се йылдар башында Яр Саллыла ҡала гәзитендә эшләй, шулай уҡ ҡала радиотапшырыуҙарын ойоштороусыһы була[2].

Ун йылға яҡын «Кызыл таң» республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы алты районды хеҙмәтләндерә.

Яҙыусы күп кенә әҫәрҙәрҙе күркәм, матур Ҡариҙел районына, уның тырыш, рухлы хеҙмәтсәндәренә бағышлаған. Уның очерктары, һүрәтләмәләре нескә итеп яҡташтарының рухи донъяларын, уйҙарының таҙалығын күрһәтә. Ул бер нисә роман, шулай уҡ поэмалар һәм риүәйәттәр, трагикомедия авторы. Уның башҡорт телендә — «Ҡар бүләк», татар телендә «Ҡариҙел», «Болангыр» романдары яҙылған. 2000 йылдың аҙағында «Тамғалы ҡаялар» (Ҡариҙел районы тарихы буйынса яҙмалар) тигән китабы донъя күрә. Был китаптың рус һәм татар телдәрендә текстары бар. Ул «Рухелбаян» драмаһы авторы.

Шағир һүҙҙәренә Ж. Фәйзи, Х. Булатов, А. Лоҡманов, Р. Хәкимов, И. Хәсәнов, Р. Васфиев, Ф. Ҡотдосов музыка яҙған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә