Ҡуҡан

(Коканд битенән йүнәлтелде)

Ҡуҡа́н (үзб. Qo‘qon, Қўқон) — Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендәге ҡала. Иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Ҡуҡан ханлығының баш ҡалаһы[1] Был ханлыҡ 17091876 йылдарҙа хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы ерҙәрен биләп торған[2]

Ҡуҡан
үзб. Qo‘qon, Қўқон
Рәсем
Рәсми атамаһы Qo‘qon
Рәсми тел Үҙбәк теле
Дәүләт  Үзбәкстан
Административ үҙәге Коканд ханлығы һәм Ферганский округ[d]
Административ-территориаль берәмек Фирғәнә өлкәһе[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы хоким[d]
Халыҡ һаны 252 731 кеше (1 ғинуар 2020)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 409 ± 0 метр
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Майҙан 40 км²
Почта индексы 150700
Рәсми сайт kokand.uz
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты X быуат
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Коканде[d]
Карта
 Ҡуҡан Викимилектә

Ҡуҡан. Көршәк һатыусылар

2016 йылдың 1 апреленә халыҡ һаны 233,5 мең кеше булған[3].

Ҡуҡан ҡалаһындағы ҡомартҡыларҙы археологик йәһәттән тикшереү барышында 5 метр тәрәнлектә 2 мең йыл элекке мәҙәни ҡатлам табылған. Табылған артефакттар буйынса был урында б.э.т. кәмендә VII быуат элек кеше йәшәгәнлеге асыҡланған. Ҡала Сох оазисы үҙәге булған һәм конфедератив Фирғәнә дәүләтенең баш ҡалаһы булған тип фараз ителә (ҡытай йылъяҙмаларында «Давань»).

Х быуат ғәрәп географтары һәм сәйәхәтселәре Әл-Истаһри менән Ибн Һәүкәл Ховакенд йәки Хоканд ҡалаһы тураһында яҙма ҡалдырған. Уның буйынса һүҙ бөгөнгө Ҡуҡан тураһында барғаны аңлашыла.

Ховакенд йәки Хокан Бөйөк Ебәк юлында урынлашҡан булған, ихтимал, эре сауҙа үҙәге булғандыр. XIII быуатта монголдар тарафынан емертелгән[4][5].

Буласаҡ Ҡуҡан ханлығының биләмәһе 1571—1626 йылдарҙа Бохара әмирлегенә ингән. Артабан Калвака, Аҡтепә, Иҫке-Ҡурған һәм Хоканд урынында ҙур Коканд ҡалаһы барлыҡҡа килгән һәм Ҡуҡан ханлығының баш ҡалаһына әүерелгән.

1876 йылдың 19 февралендә Ҡуҡанды урыҫ ғәскәре яулап ала (генерал Скобелев Михаил Дмитриевич етәкселегендә). Ханлыҡ юҡҡа сығарыла һәм Рәсәй империяһының Фирғәнә өлкәһе составына ҡушыла. Ҡуҡан өйәҙ үҙәгенә әүерелә.

Ҡуҡандағы хан һарайын бик тиҙ нығытмаға әйләндерәләр.

19171918 йылдарҙа Ҡуҡан Төркөстан автономияһы баш ҡалаһы була (рәсми атамаһы Туркестани мухтариат).

1918 йылдың 12 февралендә Эргаш етәкселегендәге баҫмасылар Ҡуҡан нығытмаһына һөжүм итеп, бер нисә көндән яулап алалар, һәм уларҙы ике йыл үткәс кенә ҡыуып сығара алалар[6].

1924 йылда Ҡуҡан Үзбәк ССР-ы тәркибенә инә.

1991 йылдан Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһенә инә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Соловьев Л. В. «Повесть о Ходже Насреддине» книга вторая «Очарованный принц»
  • Никитин Н. Н. «Это было в Коканде

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. AN ACCOUNT OF THE KINGDOM OF CAUBUL, AND ITS DEPENDENCIES, IN PERSIA, TARTARY, AND INDIA; A VIEW OF THE AFGHAUN NATION, AND A HISTORY OF THE DOORAUNEE MONARCHY. BY THE HON. MOUNTSTUART ELPHINSTONE. NEW AND REVISED EDITION. IN TWO VOLUMES. VOL. I. LONDON: RICHARD BENTLEY, NEW BURLINGTON STREET, 1839. Р. 119
  2. Кокандское ханство
  3. Статистический буклет «О населении языком цифр» 2014 йыл 14 октябрь архивланған.
  4. Исторические и архитектурные памятники Коканда
  5. Коканд 2009 йыл 27 декабрь архивланған.
  6. Борьба с басмачами в Средней Азии. Хронология
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Зарипов Мәҙиәр Фәхретдин улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 май 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Ханлыҡтар