Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Ғәлимйән Кәрим улы Йыһаншин — (1940—2016) ғалим-инженер-технолог, химик. Техник фәндәр докторы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәлимйән Кәрим улы Йыһаншин 1940 йылдың 11 майында Ярославль өлкәһенең ҡала тибындағы Константиновский ҡасабаһында тыуған.

Ғалим-инженер-технолог, химик.

1966 — Өфө нефть институтын тамамлай.

1960—1962 — Черниковкала Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй.

1966—1967 — Өфө нефть институтына эшкә ҡалдырыла.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1970—1972 — Новосибирский ҡалаһында СССР Фәндәр Академияһының Себер бүлеге Г. К. Боресков исемендәге Катализ институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.

1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1976 — Алжирҙың Нефть һәм газ Милли институты (Бумердес ҡалаһы) преподавателе 1977—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры. бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфөләге «ИМПА Инжиниринг» ғилми-производство фирмаһы директоры һәм

2001 йылдан — Өфөләге «IМРА engineering» предприятиеһының баш ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991).

2016 йылдың 18 июлендә Өфөлә вафат булған.

Һөнәри ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәт процестарына шыйыҡсалы экстракциялы технологияларҙы камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Ғәмәлдәге ҡорамалдарҙа йылы һәм масса алмашыу процестарын шәбәйтеү мөмкинлеген биреүсе, минерал майҙарҙың ҡиммәтле компоненттары сығыуы артыуын тәьмин итеүсе, экстракторҙарҙың етештереүсәнлеген үҫтереүсе, техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыусы контакт һәм таратып биреү ҡоролмалары булдырҙы.

Ғалимдың асыштары Ангарск, Рязань, Өфө һ. б. һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге нефть эшкәртеү предприятиеларында ҡулланыла.

Үҙ-ара масса менән алмашыу процестары өлкәһендә 200-ҙән артыҡ фәнни эш һәм 37 уйлап сығарыу авторы.

1991 йылда году была создана Научно-производственная фирма «ИМПА» фәнни-производство фирмаһы (хәҙер — ИМПА Инжиниринг) төҙөлә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1991 — СССР-ҙың уйлап табыусыһы
  • 1999 — техник фәндәр докторы

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Трубчатые печи: назначение, конструкции, расчёты и безопасность эксплуатации. Уфа, 2006 (соавт.).
  • Йыһаншин Ғ. К. етәкселегендә техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыусы контакт һәм таратып биреү ҡоролмалары, ғәмәлдәге ҡорамалдарҙа йылы һәм масса алмашыу процестарын шәбәйтеү мөмкинлеген биреүсе, минерал майҙарҙың ҡиммәтле компоненттарын сығарыуҙы арттырыуҙы тәьмин итеү, экстракторҙарҙың етештереүсәнлеген үҫтереү һ. б. башҡарылды.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.impa-ufa.ru/about_us/senior_staff/ «ИМПА Инжиниринг»]