Әҙеһәмов Юнир Самат улы

БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты

Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929 йыл — 24 сентябрь 1994 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты[1].

Әҙеһәмов Юнир Самат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1929
Тыуған урыны Юлыҡ, Рәсәй
Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 24 сентябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Һөнәр төрө уҡытыусы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Әҙеһәмов Юнир Самат улы 1929 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. 1948 йылда Йылайыр педагогия училищеһында уҡығандан һуң ситтән тороп уҡып, 1958 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай[2]

1949—1963 йылдар — БАССР Баймаҡ районының Юлыҡ тулы булмаған урта мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

1952—1954 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты инструкторы.

1954—1956 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты бүлеге мөдире.

1959—1962 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитетының 2-се секретары.

1963—1967 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.

1967—1971 йылдар — БАССР Баймаҡ районы советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1971—1978 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.

1978—1988 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумы директоры урынбаҫары, БАССР Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумы директоры.

1988—1994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумының «Сиҙәм ерҙәр» музейы мөдире.

Әҙеһәмов Юнир Самат улы СССР Журналистар союзы ағзаһы (1968), БАССР Журналистар союзының IV съезы делегаты (1969), "История создания, становления и развития Ордена Ленина совхоза-техникума «Зилаирский» (1989) ҡулъяҙмаһы авторы[2].

1994 йылдың 24 сентябрендә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Г. Якупова. Мы помним Вас, Юнир Саматович!. — Баймакский вестник, 2009. 14 сентября.
  • А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — С. 231. — 332 с.
  • Р. З. Утяев. Первичная журналистская…. — Баймакский вестник, 2016. 15 марта.
  • Некролог в газете «Октябрьское знамя». 1994. сентябрь.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә