Ғәзизов Мостафа Шакир улы
Ғәзизов Мостафа Шакир улы (5 октябрь 1923 йыл — 27 октябрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.
Ғәзизов Мостафа Шакир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1923 |
Тыуған урыны | Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 2005 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танковые войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМостафа Шакир улы Ғәзизов 1923 йылдың 5 октябрендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 15 октябрҙә) Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Яңы Муса ауылында тыуған. Татар. Ҡабаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, колхозда эшләй.
1942 йылдың мартынан Ҡыҙыл Армияла. Көнбайыш, Калинин, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша (1-се гвардия танк армияһының 8-се гвардия механизацияланған корпусы, 21-се гвардия механизацияланған бригадаһы, 69-сы гвардия танк полкы). Дан орденының тулы кавалеры.
1950 йыл — кесе лейтенанттар курсын тамамлай.
1959 йылдан отставкала. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
2005 йылдың 27 октябрендә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- III дәрәжә Дан ордены 10 февраль 1944 йыл
- II дәрәжә Дан ордены 8 май 1944 йыл
- I дәрәжә Дан ордены 23 сентябрь 1944 йыл
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А.З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 135-136
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
- ↑ Ғәзизов Мостафа Шакир улы . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәзизов Мостафа Шакир улы . «Герои страны» сайты.
- Ермоленко Н. Сегодня исполняется 85 лет со дня рождения Мустафы Газизова // Башинформ.