Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы

Айрат Рафиҡ улы Гаскәров, (5 октябрь 1963 йыл) — иҡтисадсы, банкир, 2002-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары — БР финанс министры, 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы, 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө банкир, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d][1]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы
 Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы 1963 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы үҙәге Шишмә ҡасабаһында тыуған.

Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының финанстар һәм кредит бүлеген (1989), Рәсәй Фәндәр академияһының иҡтисад институтын тамамлай, шул уҡ институтта 2007 йылда «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2]. 1981-1983 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә
  • 1981 йылдан БАССР финанс министрлығында иҡтисадсы.
  • 1983-1991 йылдарҙа БАССР финанс министрлығында ревизор-инспектор, өлкән ревизор-инспектор, министрлыҡ хакимлығы аппаратының финанслау бүлеге башлығы урынбаҫары.
  • 1991 йылда РСФСР Коммунистар партияһының Башҡортостан рескомы инструкторы.
  • 1991-1995 йылдарҙа БАГСУ-ның план-финанс бүлеге етәксеһе, финанс директоры.
  • 1995-2000 йылдарҙа БР финанс министры урынбаҫары.
  • 2000-2002 йылдарҙа РФ Пенсия фондының Башҡортостан республикаһы буйынса бүлеге идарасыһы.
  • 2002-2010 йылдарҙа БР премьер-министрының урынбаҫары («2008 йылдан» — беренсе урынбаҫары) — БР финанс министры.
  • 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советы ағзаһы — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советында БР дәүләт хакимиәтенең башҡарма органынан ышаныслы кеше.
  • 2011 йылдың мартынан РФ Һаҡлыҡ банкыһының вице-президенты.
  • 2012 йылдың 17 декабренән «Уралсиб банкыһы» ААЙ-ның беренсе вице-президенты, 2013 йылның 11 мартынан банкының идара рәйесе урынбаҫары, 2015 йылдың 18 апреленән банкының идара рәйесе[3].
  • 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы[4].
  • 2019 йылдан «Росспиртпром» йәмғиәтенең генераль директоры[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә