Лякишев Николай Павлович
Лякишев Николай Павлович (5 октябрь 1929 йыл — 18 ноябрь 2006 йыл, Мәскәү)[1] — ғалим-металлург; техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979); Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Ленин премияһы (1976) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
Лякишев Николай Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1929 |
Тыуған урыны | Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 18 ноябрь 2006 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | металлург |
Эшмәкәрлек төрө | Металлургия |
Эш урыны |
ЦНИИчермет имени И. П. Бардина[d] Институт металлургии и материаловедения имени А. А. Байкова РАН[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d], академик АН СССР[d], РФА академигы[d] һәм Украинаның Милли фәндәр академияһы |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Павлович Лякишев 1929 йылдың 5 октябрендә Покровка ауылында (хәҙер — Орёл өлкәһе) тыуған[2]).
1954 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын тамамлай[1]. 1954—1987 йылдарҙа И. П. Бардин исемендәге Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (1975—1987 — директор)[1][3].
1987—2004 йылдарҙа — директор, артабанғы йылдарҙа — А. А. Байков исемендәге металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү институтының ғилми етәксеһе[1][3]. Наноматериалдар һәм нанотехнологиялар буйынса Мәскәүҙә РФА Ғилми советын етәкләй.
Рәсәй металлургтарының Халыҡ-ара союзы вице-президенты; «Заводская лаборатория», «Физикохимия обработки материалов» журналдарының баш мөхәррире[4]
2006 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[5].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнә, ике балаһы бар[6]. .
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБоголюбов Владимир Александрович етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[7]; 1975 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; профессор (1979)[1].
Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре[2]:
- физик химия,
- металлургия процестары теорияһы һәм ҡорос һәм иретмәләренең яңы технологиялары.
Күп компонентлы системаларҙан оксидтарҙы тергеҙеү һәм селектив окислау теорияһы эшләй, ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге компоненттарнҙың юғары температуралы үҙ-ара бәйләнеше химияһы; углеводород тергеҙеү һәм металлокерамика процесстары термодинамикаһы һәм кинетикаһы[2].
- Төньяҡ магистраль газ үткәргестәре өсөн иҡтисади-легацияланған һалҡынға сыҙамлы ҡорос серияһын һәм уларҙы етештереүҙең технологик процестарын булдыра;
- металлургияла тимерҙе туранан-тура алыу процесын индерә (домнаһыҙ);
- 20-30 % һығылмалылығын кәметмәйенсә углеродлы ҡорос ныҡлығын арттырыу технологияларын тәҡдим итә
Уның эштәре нигеҙендә ванадий етештереүҙең яңы технологияларын булдырыла[2]
Ағза-корреспондент (29.12.1981), СССР Фәндәр академияһының (23.12.1987) органик булмаған материалдар технологияһы һәм физикохимия бүлегебуйынса академик[8]. 1991 йылдан — РФА академигы, академик-секретарь урынбаҫары — химия бүлеге һәм материалдар тураһында фәндәр бүлеге фәндәр секцияһы етәксеһе[2]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991, техник фәндәре бүлексәһендә тора)[9]. Ҡытай Инженер Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, Украинаның Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[3].
30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм 11 доктор әҙерләгән[7]. 450-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 6 монография, 100-ҙән ашыу уйлап табыу авторы[1][4].
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Лякишев Н. П. (соавт.) Борсодержащие стали и сплавы. М.: Металлургия, 1986
- Лякишев Н. П., ред. Диаграммы состояния двойных металлических систем. В 3 тт.
- Лякишев Н. П., Тулин Н. А., Плинер Ю. Л. Легирующие сплавы и стали с ниобием. М.: Металлургия, 1981
- Лякишев Н. П., Гасик М. И. Металлургия хрома. М.: 1999—581 с. ил. 26 см
- Лякишев Н. П., Колпаков С. В., Банных О. А. Энциклопедический словарь по металлургии в двух томах. М., 2000. 412 стр.+ 408 стр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1970),
- Ленин ордены (1981)
- СССР дәүләт премияһы (1970)
- Ленин премияһы (1976)
- РФ хөкүмәте премияһы (2002)
- Украина Министрҙар кабинетының Почёт грамотаһы (1 октябрь 2004 йыл) — Рәсәй һәм Украина ғалимдарының иҗади берҙәмлеген нығытыу эшенә һәм металлургия етештереүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе өсөн[10]
- Демидов премияһы (2005)
- Рәсәй Фәндәр академияһының И. П. Бардин исемендәге алтын миҙалы
- Рәсәй Фәндәр академияһының Д. К. Чернов исемендәге алтын миҙалы (2004) — «Создание сталей для нефте- и газопроводных труб большого диаметра и технология их производства» эше өсөн.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Башкирская энциклопедия, 2013
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Академия наук Республики Башкортостан
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Умер академик Лякишев Николай Павлович . РАН (21 ноябрь 2006). Дата обращения: 22 июль 2017.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Лауреат Демидовской премии Лякишев Николай Павлович . УрО РАН. Дата обращения: 22 июль 2017. 2017 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Лякишев Николай Павлович (1929—2006) . Московские могилы. Дата обращения: 22 июль 2017.
- ↑ Лякишев Николай Павлович . Биография.ру. Дата обращения: 22 июль 2017.
- ↑ 7,0 7,1 Ламажаа Ч. Академик Н. П. Лякишев: «Я с детства имел дело с металлом» (рус.) // Наука Урала. — 2006. — № 4.
- ↑ Лякишев Николай Павлович . Архивы Российской академии наук. Дата обращения: 22 июль 2017.
- ↑ Академия наук Республики Башкортостан
- ↑ Постановление Кабинета Министров Украины от 1 октября 2004 года № 1295 «О награждении Лякишева Н. П. Почётной грамотой Кабинета Министров Украины»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лякишев Николай Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2022)
- Лауреатами общенациональной неправительственной Демидовской премии 2005 года стали: Олег Николаевич Крохин, Николай Павлович Лякишев, Алексей Эмильевич Конторович (рус.) (недоступная ссылка). Международный Демидовский фонд. Дата обращения 22 июля 2017. Архивировано 6 марта 2016 года.
- Лякишев Николай Павлович (рус.). Академия наук Республики Башкортостан. Дата обращения 22 июля 2017.