Әхмәтов Хәмзә Рәис улы
Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (3 июль 1958 йыл — 13 октябрь 2007 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1], Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы (2000—2007)[2], Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы Действительный дәүләт кәңәшсеһе, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.[3]
Әхмәтов Хәмзә Рәис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 3 июль 1958 |
Тыуған урыны | Иҫке Ихсан ауылы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 октябрь 2007 (49 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Уҡыу йорто |
Башҡортостан ауыл хужалығы институты Урал дәүләт хеҙмәте академияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әхмәтов Хәмзә Рәис улы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1958 йылдың 3 июлендә БАССР-ҙың Саҡмағош районы Иҫке Иҡсан ауылында тыуа; Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, ғалим агроном; Свердловск Юғары партия мәктәбен; Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын тамамлай.
- 1975—1980 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты студенты
- 1980—1983 — Ҡырмыҫҡалы районының Шаймуратов исемендәге колхозы агрономы[4]
- 1983—1984 — ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының икенсе секретары[5]
- 1984—1987 — ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары[6]
- 1987—1989 — Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы[7]
- 1989—1990 — КПСС район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы[8]
- 1990—1992 — Шаймуратов исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары[9]
- 1992—1998 — Шаймурат ауыл хакимиәте башлығы[10]
- 1998—2000 — Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары[11]
- 2000—2007 — Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы
2007 йылдың 13 октябрендә вафат була[12]
Белеме
үҙгәртергә- 1975—1980 Башҡортостан ауыл хужалығы институты (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты); Агрономия факультеты; Һөнәре «ғалим агроном»
- 1987—1989 Свердловск Юғары партия мәктәбе (хәҙер Урал дәүләт хеҙмәте академияһы)
- 2004—2007 Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы. Юридик факультет, Дәүләт һәм административ хоҡуҡ кафедраһы; Һөнәре «дәүләт-хоҡуҡи махсуслашыу юриспруденцияһы»
Фоторәсемдәр
үҙгәртергә-
Улдары Ильшат һәм Эльзат менән
-
Хәмзә Әхмәтов, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һәм Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов. 2004 йыл
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[13]
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[14]
- «Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғарифының Почётлы хеҙмәткәре» миҙалы[15]
- «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[16]
- «Берҙәмлек-Теләктәшлек-Ғәҙеллек» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Страница 404
- ↑ Указ Президента РБ №УП-27 от 19.01.2000 г.
- ↑ Присвоено приказом МО РФ № 029 от 10.05.2005 г. удостов. ГД № 1159435
- ↑ Пр. № 6 реш. засед. прав. кза от 1.09.1980 г.
- ↑ Прот. 6 Пленума райкома ВЛКСМ от 10.06.1983 г.
- ↑ Прот. 9 Пленума райкома ВЛКСМ от 31.08.1984 г.
- ↑ Пр. № 75 от 13.05.1987 г.
- ↑ Прот. № 13 бюро РК КПСС от 23.08.1989 г.
- ↑ реш. засед. от 1.09.1990 г.
- ↑ Пост. № 14 от 19.05.1992.
- ↑ Расп. № 19 § 2 от 28.05.1998 г.
- ↑ detailed information. Reviews, real experiences of people like you. — Ахметов Хамза Раисович(недоступная ссылка)
- ↑ УКАЗ Президента РБ от 28.07.1999 N УП-504 «О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ „ЗАСЛУЖЕННЫЙ РАБОТНИК СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН“ АХМЕТОВУ Х. Р.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.10.2002 г. удостов.№ 08019
- ↑ Приказ Минобрнауки России от 25.10.2005 г.№ 915/к-н удостов.№ 102085
- ↑ Приказ Федеральной службы государственной статистики от 29 декабря 2006 г. № 247 удостов.№ 28913