Мырҙабулат

бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советына ҡараған ауыл

Мырҙабулат (рус. Мурзабулатово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советына ҡараған ауыл. 1843 йылда нигеҙләнгән[1].

Мырҙабулат
Нигеҙләү датаһы 1843
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Башҡортостан Республикаhы
 Баймаҡ районы
Ярат ауыл советы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1950

Икенсе исеме — Яңы Ярат.

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Ауыл тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Мырҙабулат Ҡоҙаҡаевтың исемен йөрөткән[1].

Географик урыны

үҙгәртергә

Мырҙабулат ауылы Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан булған. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көнбайышҡа табан 26 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Ауыл 1843—1850 йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылға Ярат ауылынан тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Ҡоҙаҡаев Мырҙабулат Сәғит улының исеме бирелгән. Яраттан айырылып сыҡҡанға күрә ауылды шулай уҡ Яңы Ярат тип тә йөрөткәндәр. 1859 йылда ауылда 37 йорт теркәлгән, унда 99 ир-егет һәм 85 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда 45 йортта — 225 кеше, 1939 йылда барыһы 37 кеше йәшәгән. 1930-сы йылдарҙа Мырҙабулат ауылы К. Маркс исемендәге колхоз составында була. 1921 йылғы аслыҡ, репрессиялар, һөргөндәр, артабан Бөйөк Ватан һуғышы ауылдың юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә[1].

Бөрйән ырыуы башҡорттары.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

— Әхмәт Мырҙабулатов — ат ҡараусы, 1936 һәм 1941 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашыусы[1].

— Мырҙабулатов Сөнәғәт Әбдрәхмән улы (1891) — золом ҡорбаны. 1931 йылдың 5 мартында репрессияға эләгә, 10 йылға хөкөм ителә[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. Кеше яҙмышы. Интернет селтәренән

Һылтанмалар

үҙгәртергә