Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы

биология фәндәре докторы, профессор

Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы (3 июль 1952 йыл) — ғалим-ветеринар врач, профессор, биология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)[1].

Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө биология
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Асия Фәхретдин ҡыҙы Исмәғилева 1952 йылдың 3 июлендә Башҡорт АССР-ының Шаран районы Наратаҫты ауылында[2] тыуа.

1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1987 йылда «Тиофансульфоксидтың фармакотоксикологияһын өйрәнеү» темаһына кандидатлыҡ (Ҡазан, Ленин орденлы Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан ветеринария институты), 1997 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (Воронеж, Бөтә Рәсәй Патология, фармакология һәм терапия ғилми тикшеренеү ветеринария институты)[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1973—1979 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институтының үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, лаборант, өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1979—1981 йй. — Ырымбур ауыл хужалығы институтының зоогигиена һәм зоология кафедраһы ассистенты;
  • 1988—1997 йй. — Рәсәй Фәндәр Академияһы Органик химия институтының яңы дарыу саралары лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1997 йылдан — хәҙергәсә — Башҡорт дәүләт аграр университетының эске йоғошһоҙ ауырыуҙар, клиник диагностикалау һәм фармакология кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығы малдарының һәм ҡош-ҡорттоң тәбиғи ҡаршы тороусанлығын һәм продуктлылығын өйрәнеүгә арналған. Исмәғилева ҡатнашлығында яңы антибиотиктар (политрил), иммуномодуляторҙар (полизон, глицирризин кислотаһы, пиримидин сығарылмалары һ.б.), тире ауырыуҙарын дауалау өсөн препараттар (тиофансульфоксид) эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт бар, һәм ул — 28 уйлап табыу авторы.

Уның етәкселегендә аспирантура уңышлы эшләп килә, 1 докторлыҡ, 12 кандадатлыҡ диссертациялары яҡланған.

«Урал дәүләт Ветеринария медицинаһы академияһы» (ФГБОУ ВПО)(г. Троицк) эргәһендәге докторлыҡ советы ағзаһы (Д.220.066.01): Рәсәй Федерацияһының ветеринария фармакологтары һәм токсикологтары ойошмаһының почетлы ағзаһы. Рәсәйҙең «Кеше һәм дарыу» темаһы буйынса 14 милли конгресы, Рәсәй аллергологтары һәм клиник иммунологтары милли конференциялары, шулай уҡ беҙҙең илдә сит илдәрҙә үткәрелгән 96 конференция эштәрендә ҡатнашып, Башҡорт ғалимдарының ветеринар фармакология һәм токсикология өлкәһендәге ҡаҙаныштарын лайыҡлы рәүештә күрһәтеүгә өлгәшә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Пиримидины и их применение в птицеводстве. Уфа, 1998 (авторҙаш.);
  • Иммунный статус животных. Возможности коррекции иммунодефицитных состояний новыми производными глицирризиновой кислоты. Уфа, 2001 (авторҙаш);
  • Применение производных пиримидина в ветеринарии. Уфа, 2001 (авторҙаш).


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 16 сентябрҙәге Указы һәм Рәсәй Фәндәр Академияһы президиумы эргәһендәге дәүләт ғилми стипендиялары буйынса комиссияның 2000 йылдың 11 апрелендәге ҡарары менән А. Ф. Исмәғилеваға Рәсәйҙең дөйөм биология һәм ауыл хужалығындағы биологик проблемалар өлкәһендә уңышлы эшләгән күренекле ғалимдары өсөн ҡаралған дәүләт ғилми стипендияһы тәғәйенләнә.
  • А. Ф. Исмәғилеваға 2004 йылдың 9 авгусында «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелә (№ УП — 447).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9
  3. Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы 2019 йыл 21 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә