Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы

Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы (3 июль 1924 йыл31 июль 2006 йыл) — ғалим-офтальмолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).

Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы
Тыуған көнө 3 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Ләлә Сафа ҡыҙы Байтирәкова 1924 йылдың 3 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1948 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң Башҡортостан трахоматоз ғилми тикшеренеү институтында, 19501982 йылдарҙа Мәскәү өлкә клиник ғилми тикшеренеү институтында (1960 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй.

Ләлә Байтирәкова 2006 йылдың 31 июлендә Мәскәүҙә вафат була.


Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Медицина фәндәре докторы Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре ҡан тамырҙары һәм эндокрин ауырыуҙар ваҡытында күреү ағзалары патологияһын өйрәнеүгә, балалар офтальмологияһы проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
  • ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1975).

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Сложные офтальмологические изменения и их диагностика. М., 1965 (авторҙаш).

Һылтанмалар үҙгәртергә