Мәнәүезтамаҡ
Мәнәүезтамаҡ (рус. Менеузтамак) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 878 кеше[2]. Почта индексы — 452082, ОКАТО коды — 80244840001.
Ауыл | |
Мәнәүезтамаҡ рус. Менеузтамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452082 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1810 | ||||
1920 йыл 26 август | 1793 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1944 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1430 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1013 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1006 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 878 | 430 | 448 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (60 %) һәм башҡорттар (38 %) йәшәй[3].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 28 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 35 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәМәнәүезтамаҡ ауылына типтәрҙәр нигеҙ һала. Был тарихи мәғлүмәтте Өфө провинция канцелярияһының 1746 йылдың 26 авгусындағы яҙмаһы һәм 1763 йылдың 13 майында Илекәй-Мең улусы башҡорттарының 1776 йылдың 13 майы, 1794 йылдың 24 июне, 1796 йылдың 5 февралендәге яҙмалар дәлилләй.
1795 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, 50 йортта 263 типтәр (улар Мәтәүбаш, Һайран, Торонтайыш һәм Уразбахты ауылдарынан), 7 йортта - 36 хеҙмәтле татар теркәлгән.1816 йылда 372 типтәр, 35 яһаҡлы татар, 6 мишәр,1834 йылда - 420, 1870 йылда - 750, 1917 йылда - 1870 типтәр, 307 татар, 15 урыҫ,1920 йылда 1793 типтәр һәм татар иҫәпкә алынған. XIX быуаттың аҙаҡтарында 2 мәсет, 3 тирмән, 11 бакалея кибете булған. Шишәмбе көндө баҙар ойошторолған.[4]
1796 йылда керҙәшлек килешеүҙәре буйынса бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Ауыл исеме гидронимдан алынған. 1795 йылда 58 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 йылда 120 йортта 750 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 11 кибет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 5 сауҙа кибете, 2 тимерлек, һыу тирмәне, 2 икмәкхана, мөгәзәй теркәлгән.[5]
Урамдары
үҙгәртергә- 9 Май урамы, (рус. 9 Мая(улица))
- Исемһеҙ тыҡрығы, (рус. Безымянный (переулок)
- Ғ.Туҡай урамы, (рус. Г.Тукая(улица))
- Таулы тыҡрығы , (рус. Горный (переулок)
- Коммунистик урамы, (рус. Коммунистическая(улица))
- Беренсе Май урамы, (рус. Первомайская (улица))
- Яңы урамы, (рус. Новая(улица))
- Пролетарҙар урамы , (рус. Пролетарская (улица)
- Азатлыҡ урамы, (рус. Свободы (улица))
- Дала урамы, (рус. Степная(улица))
- Т. Әхмәҙуллина урамы , (рус. Т.Ахмадуллина (улица))
- Шоссе урамы , (рус. Шоссейная (улица))[6]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллин Марат Ғатаулла улы (1943 йыл) — журналист, яҙыусы. Биш китап авторы.[7] 341-се б.
- Әхмәтйәнов Әмир Мөхәмәтйән улы (25 сентябрь 1938 йыл) — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы[7] 350-се б.
- Басырова Нурия Вәкил ҡыҙы (28 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы[7] 352-се б.
- Ғабдуллин Зөфәр Фазулла улы (01 май 1941 йыл — ?) — 1-се класлы хәрби летчик-һынаусы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Тыуған илгә хеҙмәт иткәне», «Почет билдәһе» ордены, СССР-ҙың Космонавтар Федерацияһының миҙалдары менән бүләкләнгән[7] 361-се б.
- Ғәлиев Сөләймән Ғилемйән улы (11 октябрь 1946 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе[7] 367-се б.
- Зарипов Риф Әкрәм улы (16.06.1945)-техник фәндәр кандидаты,Рәсәй Федерацияһының юғары мәғарифы маҡтаулы хеҙмәткәре.[7] 384-се бит
- Зарипов Шамил Әкрәм улы (02.04. 1954)-Башҡортостандың атҡаҙанған врачы.[7] 386-се бит
- Нәбиуллин Шәүкәт Сәхиулла улы (19.12. 1925-21.08.2004)-«Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.[7] 420-се-се б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.443
- ↑ Мәнәүезтамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2020)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәнәүезтамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2020)
- Менеузтамак на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |