Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы

Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы (28 ғинуар 1951 йыл) — Рәсәйҙең ғалим-психиатры, медицина фәндәре кандидаты (1981), яҙыусы.

Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 28 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, психиатр, психолог
Эш урыны Санкт-Петербургский научно-исследовательский психоневрологический институт[d]
Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт медик-стоматология университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Второй Московский государственный университет[d] һәм Санкт-Петербургский научно-исследовательский психоневрологический институт[d]
Рәсми сайт enikeeva.ru

Биографияһы үҙгәртергә

Дилә Дәрд ҡыҙы Йәнекәйева медиктар ғаиләһендә (ата-әсәһе — психиатрҙар) тыуа. Атаһы — медицина фәндәре докторы, профессор Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (19252016[1]), Бөйөк Ватан һуғышында[2] ҡатнаша, 19731996 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт медицина академияһының психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы мөдире, шизофрения ваҡытында ремиссияны баһалауҙың Авруцкий-Йәнекәев шкалаһы авторҙашы (1957)[3][4][5]. Әсәһе — медицина фәндәре кандидаты Ғәлиева Рәйсә Нәби ҡыҙы (1927—2000), Татарстандың атҡаҙанған табибы[6]. Ағаһы — Йәнекәйев Искандер Дәрд улы — психиатр.[7]

Йәнекәйева 1974 йылда Мәскәүҙең 3-сө медицина институтын тамамлай.

19761989 йылдарҙа Мәскәүҙең 2-се медицина институтының Психиатрия кафедраһында эшләй.

1981 йылда М. Бехтерев исемендәге Ленинград психоневрологик институтында «Дөйөм медицина практикаһында йоҡо дарыуы һәм транквилизаторҙы саманан артыҡ ҡулланыуҙы диагностикалау» темаһы буйынса, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Дилә Йәнекәйева фәнни-популяр китаптар һәм «хисле детективтар» авторы.

Тәнҡит үҙгәртергә

Дмитрий Быков Дилә Йәнекәйева тураһында былай ти[8]:

Дилә Йәнекәйева «Аншлаг» тапшырыуын ҡараусылар кеүек аудиторияны хеҙмәтләндерә. Бындай кешеләргә психолог кәрәкмәй тип уйлау бөйөк ғәҙелһеҙлек булыр ине. Мин хатта уларға психиатр кәрәк тип әйтергә йөрьәт итер инем, әммә улар үҙҙәре икенсе төрлө уйлай... Ғәмәлдә Дилә Дәрт ҡыҙы ысынлап та ғалим, ҡайһы бер сексологтар хатта ишетмәгән Рәсәй сексологтары ассоциацияһы рәйестәше икәненә һис кенә лә шикләнмәйем.


«Новый мир» журналында әҙәби тәнҡитсе Е. А. Ермолин, «психолог булараҡ ул ябай ғына», тип яҙа[9].

М. Бейлькин үҙенең авторҙаштары менән уны гомофоб[10], ә Рәсәй сексологы И. С. Кон, Йәнекәева — сексолог түгел, ә «ғауғасыл бульвар яҙыусыһы», ти. Уның раҫлауынса, Йәнекәйеваны ғилми дәрәжәһе лә, ғалим исеме лә юҡ, сөнки Рәсәйҙә «психология докторы» дәрәжәһе бирелмәй, ә уның профессор дәрәжәһе ғилми түгел, коммерция ойошмаһынан бирелгән. Кон Йәнекәйеваны наҙанлыҡта ғәйепләй, «онанизм» һүҙҙең килеп сығышын ул Онандан — «Тәүрат аллаларының береһенең исеменән» алынған тип аңлата[11], ти.

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • «Плохой характер или невроз?» М., 1997.
  • «Сексуальная патология» (1997)
  • «Секс: Гармония и дисгармония. Серия: Беседа с доктором» (1997)
  • «Пограничные состояния у детей и подростков: основы психиатрических знаний: пособие для студентов средних и высших педагогических учебных заведений». — М.: Academia, 1998. — 299 с.
  • «Любовный приворот» (2004) в соавторстве с Валерием Розановым

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ушёл из жизни Еникеев Дэрд Галиевич 2017 йыл 24 декабрь архивланған. Республиканская клиническая психиатрическая больница им.акад. В. М. Бехтерева, 15 апреля 2016
  2. Победители — Солдаты Великой Отечественной войны
  3. Профессор Дэрд Галиевич Еникеев. Дата обращения: 5 март 2010. Архивировано 23 февраль 2010 года. 2010 йыл 23 февраль архивланған.
  4. «Половое влечение мужчины и его нарушения» (совместно с Искандером Дэрдовичем Еникеевым). М.: РИА «Юго-Запад», 1999
  5. История кафедры психиатрии, наркологии и психотерапии Казанской государственной медицинской академии(недоступная ссылка). Д. Г. Еникеев — ученик профессора Г. Я. Авруцкого.
  6. Сайт Яны Еникеевой. Дата обращения: 5 март 2010. Архивировано 16 март 2011 года. 2011 йыл 16 март архивланған.
  7. http://www.rkpbtatar.ru/about/news/ushel-iz-zhizni-enikeev-derd-galievich/
  8. Быков Д. Психфактор // Огонёк. — 2005. — № 50.
  9. Ермолин Е. Книжная полка Евгения Ермолина // Новый мир. — 2004. — № 10.
  10. М. Бейлькин, В. Буйков, М. Пашков. Ятрофобия гомосексуалов как сексологическая проблема. // Мат-лы конф. «Совр. тенденции организации психиатр. помощи: клинич. и соц. аспекты». / Прил. к журн. «Соц. и клинич. психиатрия». — 2004. — С. 330.
  11. Война компроматов

Һылтанмалар үҙгәртергә