Кашапов Марс Фәрәх улы

хакимиәт башлығы

Кашапов Марс Фәрәх улы (28 ғинуар 1966 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 2012—2017 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары, 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы. Өсөнсө (2012) һәм дүртенсе (2016) саҡырылыш район Советы депутаты.

Кашапов Марс Фәрәх улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Мәсетле, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Әүҙемлек урыны Муниципалитет

Биографияһы үҙгәртергә

Марс Фәрәх улы Кашапов 1966 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 19831984 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында башлай. 19841986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, бер йыл Башҡортостан ауыл хужалығы институтында электромонтер булып эшләй, һуңынан шунда уҡ уҡырға инә. 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, белеме буйынса — агроном. 19921997 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында Мәсетле бүлексәһе управляющийы була, һуңынан өс йыл Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы вазифаһында эшләй. 20002003 йылдарҙа — «Урал» СПК-һы рәйесе. Һуңынан бер йыл «Бөркөт» ял йорто директоры булып эшләгәс, 20042006 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була. 20062009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер ҡоролошо буйынса дәүләт комитетының Салауат районы буйынса рәйесе. Һуңынан 2012 йылға тиклем тоҡомсолоҡ буйынса «Башкирское» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы — баш инженеры була. 20122017 йылдарҙа — «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприиятиеһы директорының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

2017 йылдың мартынан — контракт буйынса Салауат районы хакимиәте башлығы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • 2012 һәм 2016 йылдарҙа өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Салауат районы советы депутаты итеп һайлана[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә