Бикбулатов Баһауетдин Абдрахман улы

«Германияны еңгән өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары һәм «Почет билдәһе» ордены кавалеры.

Бикбулатов Баһауетдин Абдрахман улы (28 ғинуар 1908 йыл — 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Германияны еңгән өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары һәм «Почет билдәһе» ордены кавалеры.

Бикбулатов Баһауетдин Абдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 28 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Аҡбулат, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1988
Һөнәр төрө партия эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Баһауетдин Абдрахман улы Бикбулатов 1908 йылдың 28 ғинуарында Аҡбулат ауылында тыуған. 10 йәшендә етем ҡала һәм Ырғыҙлыға малайлыҡҡа китеп, һарыҡ көтөп тамаҡ туйҙыра.

1927—1930 йылдарҙа ағас йығыусы булып эш башлай. 1930 йылда колхозға инә. 1934 йылда «Яңы тормош» колхозының хисапсыһы итеп һайлайҙар. 1938 йылда — «Чапаев» исемендәге колхоз председателе. 1939—1941 йылдарҙа районда инструктор булып эшләй.

1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша һәм политрук була. Хәрби званиеһы: өлкән лейтенант.

1946—1948 йылдарҙа Башҡортостан юғары партия мәктәбендә уҡый. 1949—1956 йылдарҙа Бөрйән районы партия комитетында икенсе секретарь булып эшләй. 1956—1962 йылдарҙа — «Ленин» исемендәге колхоз председателе. 1962 йылда хаҡлы ялға киткәс, райондағы «Белем» йәмғиәте председателе була.

Баһауетдин Абдрахман улы 1988 йылда вафат була. Иҫке Собханғолда ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Германияны еңгән өсөн»[1][2]
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары
  • «Почет билдәһе» ордены.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә