Нагаев Валерий Сәлим улы

мәғариф эшмәкәре

Нагаев Валерий Сәлим улы (28 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-педагог. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), педагогия фәндәре кандидаты[1] (1998).

Нагаев Валерий Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Исмәғил, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Биләгән вазифаһы мәғариф ойошмаһы[d] һәм етәксе[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Биографияһыы үҙгәртергә

Валерий Сәлим улы Нагаев 1949 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Исмәғил ауылында механизатор ғаиләһендә тыуған.

1966 йылда Ишле урта мәктәбен тамамлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә.

1971 йылда Ауырғазы районы Ибрай урта мәктәбендәә физика уҡытыусыһы булып эш башлай.

1974 йылда Исмәғил урта мәктәбендә уҡыта.

1975 йылдың июлендә Исмәғил урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.

1984 йылдың авгусынан Валерий Сәлим улы Нагаев Ауырғазы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһында.

Мәғариф идаралығы етәкселегендә ул 30 йылдан ашыу эшләй. Валерий Сәлим улы районда мәғариф системаһын яңы сифатҡа күтәреү өсөн күп саралар күрә. Район мәғариф идаралығы башлығы Валерий Сәлим улы. Нагаев етәкселегендә мәктәптәрҙә предметтарҙы тәрән һәм профилле өйрәнеү синыфтары булдырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш башҡарыла, альтернатив программалар буйынса уҡытыу ғәмәлгә индерелә. Идаралыҡ башлығы шулай уҡ мәктәптәрҙә эксперимент үткәреүгә һәм уны һөҙөмтәле ойоштороуға етди ҡарай[1].

Валерий Сәлим улы Нагаев мәктәптәргә идара итеү мәсьәләләре буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. 1998 йылда диссертация яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 1997 йылда Рәсәй Педагогия һәм социология фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 [К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 240—241-се б.б..]
  2. Аургазинский район Республики Башкортостан 2021 йыл 1 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә