Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы

совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, архивист, журналист, Рәсәй тарихсыһы, "Башҡорт энциклопедияһындағы" энциклопедик мәҡәләләр авторы.

Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы (1 апрель 1931 йыл) — дәүләт һәм партия органдары ветераны, архивист, журналист, ғалим-тарихсы. «Башҡорт энциклопедияһындағы» энциклопедик мәҡәләләр авторы. КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары (1982—1985), Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивының директоры (1985—1999). Тарих фәндәре кандидаты. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире (1966—1969 йылдар). КПССағзаһы, СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡортостан рРеспубликаһы министрҙар кабинеты ҡарамағындағы архив эштәре буйынса идаралығының ғилми советы ағзаһы. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы 1931 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

2021 йылдың 1 апрелендә Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, СССР журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивының директоры (1985—1999), Башҡортостан республикаһы министрҙар кабинеты ҡарамағындағы архив эштәре буйынса идаралығының ғилми советы ағзаһы Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улына 90 йәш тула.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы, мәктәп директоры, РОНО етәксеһе, БАССР мәғариф министрлығы инспекторы, «Башкортостан укытыусыһы» журналының баш мөхәррире булып эшләй. Ҙур эш һөйөүсәнлек менән бергә тәбиғи һәләт уға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ябай уҡытыусынан алып мәғариф өлкәһендәге абруйлы белгескә тиклем үҫергә, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға мөмкинлек бирә.

СССР-ҙа социализм осоронда хеҙмәткәрҙең эшлекле сифаты, тәү сиратта, уның сәйәси ышаныслылығы һәм марксистик-ленин теорияһы йәһәтенән әүҙемлеге менән баһаланған. Был яҙмыш Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улын да урап үтмәй. Ул КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен тамамлай. Шунан һуң 1970—1985 йылдарҙа партия эшендә була: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары була.

1985 йылдың февралендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия архивы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1991 йылдың ноябрендә, Башҡортостан Республикаһының ЦГАОО партия архивында барлыҡҡа килеүгә бәйле, уның директоры итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостандың иң ҙур архивын етәкләп, Ғизитдин Ирғәлин республиканың тарихи фәнен, архив эшен үҫтереүгә, матди базаны нығытыуға, архивты яңы фондтарҙан алынған документтар менән тулыландырыуға ҙур көс һалды. Архив фондтарын һаҡлауҙы һәм фәнни өлкәлә ҡулланыуҙы тәьмин итеүгә тос өлөш индерҙе.

Етәкселек итеү эшен фәнни-публицистик эшмәкәрлек менән бергә алып барыуға өлгәшә. Гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа 100-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырып сығара.

Уның ҡатнашлығында документтар һәм документаль очерктар йыйынтыҡтары әҙерләнгән һәм нәшер ителгән: Ҡайтарылған исемдәр (1991), «Еңеү Уралда сүкелде» (Урал еңеү өсөн эшләне) (1993), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ы» (1995), «Дөрөҫлөккә ауыр юл» (1996), «Шайморатов генерал» (1998, «Уларҙың исемдәре үлемһеҙ» (2000), «XX быуат башында Башҡортостанда сәйәси партиялар һәм хәрәкәт».

Ғизетдин Ирғәлиндың хеҙмәтен Башҡортостан Республикаһы һәм Росархивтың (хәҙер — Федераль архив агентлығы) етәкселеге юғары баһаланы. Ул «Батырлыҡ хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» почет билдәһе, архив алып барыу, документләштереү һәм археография өлкәһендәге ғилми эштәр конкурстары дипломдары менән бүләкләнгән.

Бай тормош тәжрибәһе, ғалим һәм ойоштороусы таланттары, киләсәкте фекерләү һәм күреү оҫталығы Ғизетдин Дәүләтғәле улына архивсы коллегалары, республика ғалимдары һәм уҡыусылары тарафынан оло хөрмәткә нигеҙ булды.

Библиография

үҙгәртергә

Ҡайтарылған исемдәр (Исемдәрен ҡайтарҙы) : [Сталиндың шәхес культы йылдарында Башҡортостанда репрессияланғандар тураһында. / Сост. Г. Д. Ирғәлин, Асабин Е. П.. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.

Дөрөҫлөккә ауыр юл .. / Сост. Г. Д. Ирғәлин, Н. П. Каменев. — Өфө: Китап, 1997. — 272 с.

Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улының «Башҡорт энциклопедияһындағы» (2005—2011) һәм «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедияһында» (1996) совет эшмәкәрҙәренә арналған мәҡәләләре : Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы, Быкин Яков Борисович, Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы, Мортазин Муса Лот улы, Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы, Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә