Смородин Георгий Степанович
Смородин Георгий Степанович (1 апрель (14 апрель) 1905 йыл, Сёльский ауыл биләмәһе, Вереино ауылы — 17 апрель 1986 йыл, Симферополь) — СССР-ҙың ғалим-агрономы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор.
Смородин Георгий Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1 апрель 1905 |
Тыуған урыны | Вереино[d], Сёльское сельское поселение[d], Чусовской городской округ[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 17 апрель 1986 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Симферополь, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | агроном |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Уҡыу йорто | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.[1]
Биографияһы
үҙгәртергәГеоргий Степанович Смородин 1905 йылдың 1 (14) апрелендә Пермь губернаһының Вереино ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Белеме
үҙгәртергә1921—1923 йылдарҙа Пермь политехникумының эш бүлегенә уҡырға инә[2] 1930 йылда Пермь дәүләт университетын (ауыл хужалығы факультеты) тамамлай, ә 1941 йылда Мәскәүҙә Маркс-Энгельс-Ленин институтын тамамлай (һуңыраҡ — Марксизм-ленинизм институты).
Һарытау ауыл хужалығы институтында «Агротехническая оценка тракторных плугов на чернозёмах и серых лесных почвах Башкирии» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1958 йылда К.А.Тимирязева исемендәге ауыл хужалығы академияһында «Агрофизические свойства чернозёмов Южного (Башкирского) Предуралья и особенности их обработки» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[3]
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХеҙмәт эшмәкәрлеген 1929—1930 йылдарҙа Уралсовхозтрестың «Подовинный» совхозында агроном булып башлай. 1930—1931 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә, артиллерия дивизионы курсанты була.
Демобилизацияланғандан һуң, 1931—1937 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан малсылыҡ һәм игенселек институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1937—1941 йылдарҙа — Башҡорт баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм бүлек мөдире. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән армия сафына алына, 1941 йылдың июненән 1942 йылдың февраленә тиклем Хабаровск крайында 50-се запастағы артиллерия полкының взвод командиры була. 1942 йылдан — Төньяҡ-Көнбайыш фронтта 48-се гвардия артиллерия полкының взвод командиры. 1943 йылдың ғинуарынан 1945 йылдың декабренә тиклем — 4-се Украина һәм 3-сө Балтик буйы фронттарында 3-сө гвардия уҡсылар дивизияһының 22-се батарея командиры[2]
Һуғыш тамамланғандан һуң, 1946—1949 йылдарҙа Георгий Смородин Башҡортостан тәжрибә станцияһы директоры урынбаҫары һәм бүлек мөдире була. 1949—1950 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институтының доценты (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты). 1950—1965 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты).[4]
Ҡырымға күсеп, 1965 йылдан алып 1970 йылға тиклем Ҡырым ауыл хужалығы институтының игенселек кафедраһы мөдире була; 1970—1971 йылдарҙа шул уҡ институтта дөйөм игенселек кафедраһының профессор-консультанты. 1972 йылдан 1974 йылға тиклем Г.С. Смородин М.В. Фрунзе исемендәге Симферополь милли университетының (хәҙер В.И. Вернадский исемендәге Таврия милли университеты) биология методикаһы һәм ауыл хужалығы производствоһы нигеҙҙәре кафедраһы буйынса ғилми-тикшеренеү секторының өлкән хеҙмәткәр-консультанты була; 1974 йылдан 1975 йылға тиклем ошо уҡ университетта ғилми-тикшеренеүҙәр секторының СССР физик географияһы кафедраһы буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Уның етәкселегендә фән кандидаты ғилми дәрәжәгә дәғүә итеп, ун диссертация яҡлана.
Георгий Степанович Смородин 1986 йылдың 17 апрелендә Симферополдә вафат була.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, (1944), II дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (ике тапҡыр, 1945 йылдың апрель һәм май айҙарында), шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «Сталинградты обороналаған өсөн» һәм «Кенигсберг алған өсөн» миҙалдары бар.
- «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1965) һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы» (1977).[1] маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 СМОРОДИН Георгий Степанович(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Смородин Георгий Степанович 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора сельскохозяйственных наук
- ↑ Факультет агротехнологий и лесного хозяйства