Орск өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб губернии
Губерна Ырымбур губернаһы
Үҙәге Орск
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1928
Майҙаны 40 440,0 кв.
Халҡы 206 944[1] (1897)
Orenburgskaya gubernia Orsky uezd.png

Орск өйәҙе1865 йылдаң Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур өйәҙенең көнсығыш, Верхнеурал өйәҙенең көньяҡ; өлөшө инә.

XIX быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта Өфө губернаһы, төньяҡта һәм көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Турғай өлкәһе, көнбайышта — Ырымбур өйәҙе менән сиктәш була. Административ уҙәге — Орск ҡалаһы (Яман-ҡала).

ТарихҮҙгәртергә

1782 йылда нигеҙләнгән. 1865 йылдаң Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Өйәҙ 1928 йылда бөтөрөлә.

ГеографияҮҙгәртергә

Майҙаны — 46440 км² (1897). 1866 йылда өйәҙ территорияһында 305 торама пункт, 3 стан була. 1890 йылда 12 улус (Александровка, 1-се Бөрйән, 2-се Бөрйән, 3-сө Бөрйән, Ҡананикольский, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Преображенка, Түңгәүер, 1-се Уҫәргән, 2-се Уҫәргән, 3-сө Уҫәргән, 4-се Уҫәргән) һәм 6 станица (Воздвиженка, Гирьял, Ильинка, Кваркен, Орск, Таналыҡ), 1917 йылда 21 улус теркәлгән. Халҡы, нигеҙҙә, игенселек, малсылык менән шөғөлләнгән. 20 быуат башында Преображенск заводы эшләй. 5 йәрминкә уткәрелә (1866). 1913 йылда Троицк тимер юлын (Ырымбур — Орск, Троицк-Орск участкаларын) төҙөү башлана. 131 мәсет, 17 сиркәу, 4 часовня була (1866). 1919 йылда Орск өйәҙҙә 12 улусы Бөрйән-Түңгәүер кантоны, 16 улусы Уҫәргән кантоны составына индерелә.

Административ уҙәге — Орск ҡалаһы (Яман-ҡала).

ХалҡыҮҙгәртергә

1897 йылда — 206944 кеше (башҡорттар —88506, белорустар — 1694, мордвалар — 7626, урыҫтар — 83419, татарҙар — 14040, украиндар — 8963, сыуаштар — 2095 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 138929 крәҫтиән, 24618 мещан, 610 дворян һәм башҡалар иҫәпләнә; мосолмандар — 102881, православие динендәгеләр — 103904 (шул иҫәптән 4731 старообрядсы) һәм башҡалар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә