Отто фон Бисмарк
Отто Эдуард Леопольд фон Бисмарк-Шёнхаузен (нем. Otto Eduard Leopold von Bismarck-Schönhausen, 1871 йылдан кенәз; 1 апрель 1815 йыл, Шёнхаузен — 30 июль 1898 йыл, Фридрихсру) — Германия империяһының беренсе канцлеры, 1871 йылда Германияны Кесе Германия менән берләштереүҙе планлаштырған һәм тимер канцлер ҡушаматын алған эшмәкәр. Отставкаға сыҡҡанда нәҫел буйынса күсә торған «Лауэнбург герцогы» титулын һәм генерал-полковник чинындағы Пруссия генерал-фельдмаршалы дәрәжәһен ала .
Пруссия рейхсканцлеры һәм министр-рәйес булған осоронда Рейхта алып барылған сәйәсәткә әҙ иғтибар бүлә һәм отставкаға сыҡҡансы шулай ҡала. Эске сәйәсәттә ҡеүәт балланысы (йәки Европа тигеҙлеге өсөн) принцибына таяна.
Ул етәкслек иткән дәүерҙәге эске сәйәсәтте ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Тәүҙә ул уртасыл ҡарашлы либералдар менән килешеү төҙөй. Ошо осорҙа күп һанлы эске реформалар үткәрелә. Шуларҙың береһе- гражданлыҡ никахын индереү. Был юл менән Бисмарк сиркәүҙең тәьҫирен әҙәйтергә теләй. 1870 йылдан башлап, ул либералдарҙан айырыла. Был осорҙа ул протекционизм сәйәсәте менән мауыға һәм дәүләт иҡтисадына ҡыҫылырға теләй. 1880 йылда социалистарға ҡаршы закон керетелә. Ул саҡтағы Германияның йәш императоры — кайзер Вильгельм II менән килешмәүҙәре арҡаһында отставкаға китә.
БиографияһыҮҙгәртергә
СығышыҮҙгәртергә
Отто фон Бисмарк 1815 йылдың 1 апрелендә Бранденбург провинцияһында (хәҙерге Саксония-Анхальт ере) әҙ ерле дворян ғаиләһендә тыуған. Бисмарктар нәҫеле һәр саҡ дәүләттә хәрби етәкселәр булып торғандар. Улар юнкерҙар — йәғни баҫып алыусы рыцарҙәр нәҫеле. Улар Эльбаның көнсығышы яғындағы ерҙәрендә ауылдарын төҙөгәндәр. Бисмарктар ерҙәренең күплеге, аристократ һәм бай булыуҙары менән маҡтана алмай. Улар тик аҡһөйәк булыуҙары менән ғорурлана алған.
Йәшлек йылдарыҮҙгәртергә
Отто 1822 йылдан 1827 йылғаса Пламан мәктәбендә уҡый һәм физик яҡтан үҫешә. Тик ул бының менән генә ҡәнәғәт булмай, ошо турала ата-әсәһенә яҙа. Ун ике йәшенән Пламанды ҡалдыра, әммә Берлиндан китмәй. Фридрихштрасселағы Бөйөк Фридрих исемендәге гимназияға бара. Ә ун биш йәше тулғас, « Һоро монастыр»ҙағы гимназияға күсә һәм үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Гимназияны тамамлауға әсәһе уны Гёттингендағы Георг Август исемендәге университетҡа алып бара. Был университет Ганновер короллегендә була. Йәш Бисмарк хоҡуҡ уҡыр һәм дипломатия эшенә өйрәнер тип өмөтләнәләр. Тик ул да башҡа «алтын» немец йәштәренән әллә ни айырылмай. 27 тапҡыр дуэлдә була. Шуларҙың береһендә сикәһе яралана һәм ғүмерлеккә йөй ҡала. Уға унивеситетты тамамларға тура килмәй. Кеҫәһе йоҡа булғанлыҡтан, униерситет етәкселеге уны ҡулға алыу менән янай һәм Бисмарк ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була. Артабан ул Берлин унивеситеттарының береһендә урынлаша. Һәм философиянан диссертация яҡлай. Уҡыуын тамамлағас та,Бисмарк эш табырға ашыҡмай. Пруссияның ул ваҡыттағы сит ил эштәре министры уға Германияның берәй ҡалаһында административ эшкә барырға кәңәш итә.
ЭшҮҙгәртергә
Һөҙөмтәлә Бисмарк Ахенға эшкә китә. Был провинция Пруссияға яңы ғына ҡушылған була. Шуға күрә был курорт ҡалаһы Францияның көслө тәьҫире аҫтында ҡала . Эше бик үк ҡатмарлы булмай. Буш ваҡыты күп егет Отто Англия руханийы Лорейн-Смиттың ҡыҙы Изабеллаға ғашиҡ була һәм уға саҡ өйләнмәй ҡала.
ГалереяҮҙгәртергә
Бисмаркутың Гамбургтағы һәйкәле
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Отто фон Бисмарк Викиөҙөмтәлә | |
Отто фон Бисмарк Викикитапханала | |
Отто фон Бисмарк Викимилектә |
- Отто фон Бисмарк — враг революций. Программа «Эха Москвы» из цикла «Всё так»
- Отто фон Бисмарк. Жизнеописание
- Мысли и воспоминания в 3-х томах
- Статья о Отто фон Бисмарке
Алдан килеүсе: — |
Германия Рейхсканцлеры 1871—1890 |
Һуңынан килеүсе: Лео фон Каприви |
Был сәйәси эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ 1,0 1,1 Pas L. v. Genealogics — 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://www.dhm.de/lemo/biografie/otto-bismarck
- ↑ 3,0 3,1 Lundy D. R. The Peerage
- ↑ https://www.uni-goettingen.de/de/graf-otto-von-bismarck-1815-bis-1898/62594.html
- ↑ http://ub-goobi-pr2.ub.uni-greifswald.de/viewer/fullscreen/PPN559838239_NF_77/135