Байышев Булат Таһир улы
Байышев Булат Таһир улы (1 апрель 1927 йыл — 14 июль 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған эшмәкәре (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).
Байышев Булат Таһир улы | |
Файл:Булат Баишев.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Эшмәкәрлеге |
ғалим, мәғариф эшмәкәре |
Наградалары һәм премиялары | |
Биография
үҙгәртергә- 1952 — Мәскәү нефть институтын тамамлай;
- 1944 й. — Өфө электротехник заводында мастер булып эшләй;
- 1952—1956 — өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеһе;
- 1959 й. — фәнни хеҙмәткәр, фән лабораторияһы етәксеһе,
- 1974 й. — нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең мөдире,
- 2001 й. — Рәсәй ғилми нефеть һәм газ тикшеренеү иниститутының төп ғилми хеҙмәткәре;
- 1965 й. — нефть ятҡылыҡтары буйынса үҙәк эксперт комиссияһының алыштырғыһыҙ ағзаһы(Центральной комиссии по разработке нефтяных месторождений — ЦКР Миннефтепрома, Минтопэнерго, хәҙер Роснедра МПР)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- СССР-ҙың нефть һәм газ ятҡылыҡтарын геологик төҙөлөшө буйынса ҙур проект авторы һәм етәксеһе. Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса проекттарҙы төҙөй (Туймазы, Ромашкинский, Самотлорский, Узеньский, Жетыбайский, Лянторский, Харьягинский, Приобский, Приразломный (шельф), Төньяҡ һәм көньяҡ Румейл (Ираҡ), Көнбайыш Курный (Ираҡ), Гелек (Һиндостан) һәм башҡалар).
- Нефть һәм газ яҡтылыҡтарында яңы ысул менән төрлө коллектр ярҙамында нефть һәм газды һыуҙан һәм төрлө ҡатнашмаларҙан таҙартыуҙы уйлап таба.
- Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү ҙә 11 уйлап табыу ,13 китап авторы ,130-ҙан ашыу монографиялар, мәҡәләләр авторы.
- Нефть һәм газ ятҡылыҡтары буйынса үҙәк комиссия ағзалары минтопэнерго эшләй (1963 й.)[1]
- Ссср фәндәр академияһының нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проблемалары буйынса ғилми советы ағзаһы (1972—1990)
- Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы (1997).
Фәнни дәрәжәләре һәм исемдәре
үҙгәртергә- техник фәндәр кандидаты (1962)
- техник фәндәр докторы (1989)
- профессор (1991)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993)
- Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
- Почётлы нефтсеһе (1987)
- Миҙалдары
- «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» (1977)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1946)
- "Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. (В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы) (1970).
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Атаһы Таһир Байышев — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Байышев Булат Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2019)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 9 Из истории развития нефтяной и газовой промышленности ВЫПУСК ВЕТЕРАНЫ Москва ЗАО «Издательство «Нефтяное хозяйство» УДК 001(091): 622.276 В39 Серия основана в 1991 году Ветераны: из . www.nauka.x-pdf.ru. Дата обращения: 23 август 2016. 2016 йыл 25 август архивланған.