Аҡманов Ирек Ғайса улы
Аҡманов Ирек Ғайса улы (19 август 1933 йыл) — башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
Аҡманов Ирек Ғайса улы | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Ейәнсура районы[1]Ырыҫҡол ауылы | |
Ил | ||
Ғилми даирәһе | ||
Эшләгән урыны | ||
Альма-матер | ||
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре докторы (1981) | |
Ғилми исеме |
профессор (1984) | |
Награда һәм премиялары |
| |
Биографияһы
үҙгәртергәИрек Ғайса улы Аҡманов 1933 йылдың 19 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылында[1] уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1962 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта (1981—1986 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1982—2005 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире).
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәИ. Ғ. Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре XVI—XVIII быуаттарҙағы Башҡортостандың сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалдары (XVII—XVIII быуаттар) тарихына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998;
- Социально-экономическое развитие Башкортостана во второй половине XVI- первой половине XVIII в. Уфа, 1981;
- Башкирия в составе Российского государства в XVII- первой половине XVIII века. Свердлоаск, 1991;
- Башкирские восстания XVII — начале XVIII вв. Уфа, 1993.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006);
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985);
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998);
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008);
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Аҡманов Ирек Ғайса улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ә. Сөләймәнов. Хәҡиҡәтте яҡлаған — ғалимлығын аҡлаған. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, № 173—174.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ирек Гайсеевич Акманов : библиогр. указ. / М-во культуры Респ. Башк. Нац. б-ка Респ. Башк. Библиогр. отд.; [сост. Т. А. Карманова; под ред. Р. Х. Тимергалиной] .— Уфа : Город. тип., 1992 .— 20 с. .— (Ученые Башкортостана) .— Имен. указ.: с. 17 .— ISBN , 300 экз.[1].
- ↑ Библиографический указатель (рус.)