Сәфәров Тәүис Әғләм улы
Сәфәров Тәүис Әғләм улы (19.8.1937—7.10.2008), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты ректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1981), иҡтисад фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1998)[1].
Сәфәров Тәүис Әғләм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 август 1937 |
Тыуған урыны | Илек, Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 октябрь 2008 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәТәүис Әғләм улы Сәфәров 1937 йылдың 19 авгусында Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Илек ауылында күп балалы колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1945 йылда Илек ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға инә. 1952 йылда мәктәпте тик «5» билдәләренә тамамлай һәм Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу дәүерендә уҡыу йортоноң йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, төркөм комсоргы була. 1956 йылда Өфө педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. 1957 йылда институт университет тип үҙгәртелә. Юғары уҡыу йортонда ла алдынғы студент була[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1961 йылда Тәүис Әғләм улы Сәфәров тыуған Кушнаренко районы Ҡаратәкә ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәбенең директоры булып хеҙмәт юлын башлай. 1962 йылда Иҫке Ҡамышлы мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Бында йәштәр мәктәбен аса. Ике мәктәп тә райондың алдынғы мәктәптәре тип иҫәпләнә.
1964 йылда аспирантураға уҡырға керә.
1967 йылдың ноябренән 1989 йылдың октябренә тиклем СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1972 йылда Башҡорт дәүләт институты преподавателе. 1977 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина институты преподавателе, 1979 йылдан — Бөтә Союз сауҙа-иҡтисад ситтән тороп уҡыу университетының Өфө факультеты преподавателе булып эшләй.
1989 йылдың ноябрендә Совет сауҙаһы ситтән тороп уҡыу институтының Өфө уҡытыу-консультация пункты мөдире итеп йүнәлтелә.
1990 йылда пункт факультет итеп үҙгәртелә һәм Сәфәров Т. Ә. факультет деканы итеп тәғәйенләнә.
1993 йылда факультет Мәскәү Дәүләт коммерция институтының Өфө филиалы статусын ала һәм Сәфәров Тәүис Әғләм улы ректор вазифаһына тәғәйенләнә. Сәфәров Тәүис Әғләм улы етәкселек иткән осорҙа (2001 йылға тиклем) Рәсәй сауҙа-иҡтисад университеты Өфө институтының материаль-техник базаһы нығына, белгестәр әҙерләү кимәле яҡшыра. Сәфәров Т. Ә. Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Ғалим Т. Ә. Сәфәров 77 фәнни хеҙмәт авторы. Сәфәровтың фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисад эшмәкәрлегенә, Рәсәй Федерацияһы төбәгенең донъя хужалығына интеграцияһы мәсьәләләренә бағышланған.
Сәфәров Тәүис Әғләм улы 2008 йылдың 7 октябрендә вафат була[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәКурсташы Рәмзиә менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары — Тамара[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1998).
- БР Сауҙа министрлығының Почёт Грамотаһы (1996)
- Өфө ҡала советының Почёт Грамотаһы[5]
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Т. А. Сафаров. Внешнеэкономический комплекс региона России в условиях интеграции в мировое хозяйство
- Развитие внешнеэкономических связей Республики Башкортостан в 90‑е годы. М., 1998; Социально-экономические проблемы образования в условиях перехода к рынку. Уфа, 1999 (авторҙаш)[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сәфәров Тәүис Әғләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сәфәров Тәүис Әғләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Иликовская сельская модельная библиотека. Сафаров Тавис Аглямович
- ↑ Иликовская сельская модельная библиотека. Сафаров Тавис Аглямович
- ↑ Сәфәров Тәүис Әғләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Т. А. Сафаров. Внешнеэкономический комплекс региона России в условиях интеграции в мировое хозяйство