Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы

Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (19 август 1964 йыл) — график-акварелсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997), «Йыл аквареле» Халыҡ‑ара конкурсы (Мәскәү, 2005) лауреаты, «Арт‑Мост‑Акварель» Халыҡ‑ара конкурсы (Санкт-Петербург, 2013) дипломанты.

Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Аҡкүҙ ауылы, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Рәхмәтуллина[1] 1964 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Аҡкүҙ ауылында тыуа.

1986 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт-графика факультетын тамамлай. Уҡытыусылары Н. А. Калинушкин, Т. Х. Масалимов[2], А. И. Масленников. Диплом эше — акварель портреттар серияһы.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ләйсән Зөфәр ҡыҙы — танылған акварелдәр мастеры, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союздары ағзаһы (1996).

1995 йылдан алып «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы[3] .

Рәхмәтуллинаның картиналары музейҙар тупланмаһында, картина галереяларында һәм Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Эрбет дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Свердловск өлкәһе),  Үрге Йәркәй (Илеш районы), Ҡурған өлкәһе һынлы сәнғәт музейында, Өфө ГНИ «Урал» МК һәм НП Башҡортостан Республикаһы, Кумертау картина галереяһында һәм Рәсәйҙең, шулай уҡ сит илдәрҙең (Израиль, Төркиә, Швеция, Чехия Республикаһы) шәхси тупланмаларында һаҡлана[4].

Эштәре серияһы:[5] «Төньяҡ Байкал буйлап», «Һындар», «Байкал мотивы», «Ольхон буйлап», «Байкал умырзаяһы», «Ольхон балҡышы», «Байкалға ҡайтыу» 1990г, «Төркиә буйлап. Сапанджа».

«Сәскә» диптихы (1988), «Хәлдәр» серияһынан «Һағыш», «Һөйләшеү», «Аҡта ҡара» эштәре (1989) Триптих «Флюидтар» (1995), «Плеста кис», «Диалог», «Питерға юл» (2007), «Рабкорҙар урамында яҙ», «Һары йәйғор», «Ҡояш яҡтыһы», «Һары кис».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙең һәм конкурстарҙың махсус наградалары: Халыҡ-ара «Аквабиеннале» акварель һынлы сәнғәт конкурсында I дәрәжәле Дипломы (2004, Петрозаводск); VII халыҡ-ара «Йыл аквареле» конкурсында II премия (2005, Мәскәү); Өсөнсө Халыҡ-ара ирекле Биеннале «Аҡ интеркистәр» графикаһының Дипломы (2006; Санкт-Петербург).
  • Ш. Бабич исемендәге республика премияһы лауреаты (1997).

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1986 йылдан алып Рәхмәтуллина республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә союз, бөтә рәсәй халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Рәхмәтуллинаның барлығы 19 шәхси күргәҙмәһе ойошторола, шуларҙың өс шәхси күргәҙмәһе Мәскәүҙә Үҙәк рәссамдар йортонда үтә.

Шәхси күргәҙмәләре:

  • Акварель. Өфө сәнғәт училищеһы, Өфө, 1989.
  • Акварель. Өфө ҡалаһы, Республика күргәҙмә комплексы, 1993.
  • «Флюид. Ғәжәп уйын». Өфө, рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залы; «Флюид. Ғәжәп уйын». Мәскәү, ЦДХ, 1996.
  • Акварель. Өфө. Актерҙар Йорто; Акварель. Өфө, хәҙерге «Урал» сәнғәт галереяһы, 1997.
  • Акварель. Өфө, Президент-отель, 1998.
  • «Яңы ай». Мәскәү, ЦДХ, 2000.
  • «Зәңгәр тәрилкә». Мәскәү, ЦДХ, 2002
  • «Метаморфоза акварелдәре». Өфө, Президент-отель, 2004
  • Акварель. Өфө, Башҡортостан Республикаһының рус драма академия театры, 2005.
  • Президент-отель галереяһында шәхси күргәҙмә, Өфө, 2011.
  • Өфө художество галереяһында «Акварель яҙы» республика күргәҙмәһе, 2012.

2012 йылда Төркиәлә Халыҡ -ара төрки мәҙәниәте ойошмаһына ингән рәссамдар күргәҙмәһе үтә (ТӨРКСОЙ). Рәхмәтуллина Ләйсән Башҡортостан республикаһы исеменән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

  • Башкирская энциклопедия, т. 5, Уфа, 2007

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә