Гудзь Борис Игнатьевич
Гудзь Борис Игнатьевич (19 август 1902 йыл — 27 декабрь 2006 йыл), чекист-разведчик. 1923—1937 йылдарҙа СССР именлек органдары хеҙмәткәре, артабан автобус водителе һәм автобаза директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Ғүмеренең һуңғы йылдарында тәүге быуын чекистарының берҙән-бер вәкиле була[1].
Гудзь Борис Игнатьевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Өфө ҡалаһы |
Вафат булған көнө |
27 декабрь 2006 (104 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы |
Рәсәй империяһы→ |
Эшмәкәрлеге |
разведчик |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Игнатьевич Гудзь 1902 йылдың 19 авгусында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө ҡалаһында революционер ғаиләһендә тыуған. Атаһы өлгөһөндә большевиктар партияһына инә. Архангельск ҡалаһында һөргөндә була. 1917 йылғы Февраль революцияһы барышында Тула ҡалаһы жандарм идаралығы начальнигы генерал Н. А. Иелит-фон-Вольскийҙы ҡулға алыуҙа ҡатнаша[2]. Октябрь революцияһынан һуң үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә бара, 1919 йылда Украинанан Мәскәүгә аҙыҡ-түлек ташыған эшелондарҙы һаҡлай.
1923 йылда атаһының дуҫы — ул саҡтағы совет контрразведкаһы начальнигы Артур Христианович Артузов (Фраучи) саҡырыуы буйынса ЧК-ға хеҙмәткә урынлаша[3]. Бында тәүге осорҙа контрабандистар менән көрәш буйынса, һуңынан аҡ гвардия подпольеһын юҡ итеүҙә эшләй.
1926 йылда илдең именлек органдары тарихында киң билдәлелек алған «Трест» операцияһында туранан-тура ҡатнаша.
1932 йылда Ҡыҙыл профессура институты философия факультетының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.
Шул уҡ 1932 йылдан Көнсығыш Себер крайында ОГПУ-ның разведка һәм контрразведка начальнигы. Манжурия биләмәләрендә есаул Дугар Тапхаевты ҡулға төшөрөү буйынса уңышлы махсус операция үткәрә.
1933 йылдан СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты ОГПУ-һының сит илдәр бүлегенең Япониялағы резиденты вазифаһын үтәй. 1936 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Разведка идаралығында хеҙмәтен дауам итә, бында Рихард Зоргеның кураторы була.
1937 йылда НКВД органдары эсендә «таҙартыу» башланып, Артузов менән башҡа күренекле чекистар ҡулға алынғандан һәм атылғандан һуң, «һөнәри яҡтан яраҡһыҙ, халыҡ дошмандары менән тығыҙ бәйләнештә булған ышанысһыҙ хеҙмәткәр» тигән формулировка менән Борис Гудзь разведка органдарындағы хеҙмәтенән бушатыла һәм ВКП(б) сафынан сығарыла. Быға тағы ла уның кейәүе Варлам Шаламовтың 58-се статья буйынса контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алыныуы ла йоғонто яһай. Ул 1936 йылда Гудзь тәҡдиме менән Лубянкаға үҙендәге элекке троцкизм идеяларынан ваз кисеүе тураһында яҙған була[4]. Шаламовтың ҡатыны Галина, Бористың һеңлеһе, 1946 йылға тиклем Ҡаҙағстандың Чарджоу өлкәһе Каганович районына һөргәнгә ебәрелә[5]).
НКВД органдарынан хеҙмәттән бушатылғандан һуң Борис Гудзь оҙаҡ йылдар автобус водителе булып эшләй, һуңыраҡ автобаза директоры вазифаһында хеҙмәт һала. Артабан аҡлана һәм КПСС сафында тергеҙелә.
1962 йылдан — хаҡлы ялда. СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм КПСС Үҙәк Комитеты архивтарында эшләй.
Яҙыусы Лев Вениаминович Никулиндың «Мёртвая зыбь» роман-хроникаһы буйынса 1967 йылда «Мосфильм» киостудияһында режиссёр Сергей Николаевич Колосов төшөргән Операция «Трест» фильмының консультанты була.
Өс тапҡыр өйләнә, һуңғы никахы — 2003 йылда[1].
2006 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Кто в гениях внешней разведки? Дата обращения: 27 сентябрь 2012. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Николай Адольфович Йелита-фон-Вольский . Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года. 2022 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ Кто виноват — Обвиняются в шпионаже
- ↑ Есипов Валерий Васильевич. Шаламов. — М.: Молодая гвардия, 2012. — Серия: Жизнь замечательных людей (ЖЗЛ). Вып. 1574 (1374). — Глава седьмая.
- ↑ Есипов В. В.' Шаламов. — М.: Молодая гвардия, 2012. — Серия: Жизнь замечательных людей (ЖЗЛ). Вып. 1574 (1374). — Глава девятая.
- ↑ Могила Б. И. Гудзя . Дата обращения: 10 май 2017. Архивировано 30 апрель 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Михайлов И. Живая легенда разведки // Парламентская газета, 20.12.2005.
- Гудзь Борис Игнатьевич. Некролог(недоступная ссылка)
- Разведчика Бориса Гудзя не расстреляли по случайности // Правда.ру, 29 декабря 2006 года. Варлам Шаламов.