Носратуллин Вил Ҡасим улы
Носратуллин Вил Ҡасим улы (19 август 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2001)[3].
Носратуллин Вил Ҡасим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 август 1946[1][2] (78 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыҙылъяр, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[2] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Рәсми сайт | nvk-ufa.narod.ru |
Биографияһы
үҙгәртергәВил Ҡасим улы Носратуллин 1946 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуа[4].
1963 йылда үҙ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай һәм Силәбе ҡалаһына китә. «Челябстрой» тресында бер йыл эшләгәндән һуң, ташсы һөнәре буйынса 3-сө разряд ала. Шунан Башҡортостанға ҡайтып, Өфө авиация институтына уҡырға инә. Ике йыл уҡығас, торлаҡ мәсьәләһенең киҫкенләшеүе арҡаһында Совет Армияһына китә, Һарытау янында Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәрҙе Аэродром-техник хеҙмәтләндереү айырым батальонында хеҙмәт итә. Армияла өс йыл була.
Хәрби хеҙмәттән һуң Ленинград ҡалаһында «Ленуниверситетстрой» төҙөлөш тресында эшләй, 1969 йылдың көҙөндә БАССР-ҙың Нуриман районына ҡайта. 1970 йылдың йәйенә тиклем Саруа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә (Нуриман районының Саруа ҡасабаһы) хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, уҡыу йылы тамамланғандан һуң юғары уҡыу йортона инеү өсөн Өфөгә китә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын һайлай, уны 1975 йылда отличие менән тамамлай.
Диплом яҡлағандан һуң, иҡтисади кибернетика кафедраһында ассистент була, 1977 йылда СССР Ауыл хужалығы министрлығының Бөтә Рәсәй кибернетика ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтының маҡсатлы аспирантураһына ебәрелә. Аспирантураны 1980 йылда тамамлай һәм диссертация яҡлауға тәҡдим ителә.
08.00.13 — «Халыҡ хужалығындағы һәм уның тармаҡтарындағы иҡтисади тикшеренеүҙәрҙә, планлаштырыуҙа һәм идара итеүҙә математик ысулдарҙы һәм хисаплау техникаһын ҡулланыу (ауыл хужалығы)» специальносы буйынса иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Малсылыҡта яңырта үрсетеүҙе оптималь планлаштырыу» темаһына диссертацияны 1981 йылда Ленинградта РСФСР-ҙың Ҡара тупраҡлы булмаған зонаһында иҡтисад һәм ауыл хужалығы производствоһын ойоштороу ғилми-тикшеренеү институтында яҡлай.
Аспирантураны тамамлағас, 1980 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисади кибернетика кафедраһына өлкән уҡытыусы булып әйләнеп ҡайта. 1985 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып күсә.
1990 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына ҡабат саҡырыла, иҡтисади кибернетика кафедраһы мөдире итеп ҡуйыла, әммә 1992 йылда яңынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Иҡтисад һәм социология институтына өлкән ғилми хеҙмәткәр булып күсә.
1996 йылда Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институтында 08.00.01 — «Сәйәси экономия» специальносы буйынса иҡтисад фәндәре докторлығына «Рента мөнәсәбәттәрен көйләү» темаһына диссертация яҡлай.
2001 йылда уға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә
. 1997 йылдың июнендә Носратуллин Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтына бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә, октябрҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Иҡтисад институтының территориаль системалар үҫешенә системалы анализ һәм прогнозлау буйынса Өфө лабораторияһына төп ғилми хеҙмәткәр булып күсә.
1998 йылдың ноябрендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһына баш ғилми хеҙмәткәр итеп саҡырыла, 1998 йылдың майында ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә, әммә 1999 йылдың авгусында Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идаралыҡ һәм хоҡуҡ институтына бизнес теорияһы һәм ойошторолошо кафедраһы мөдире вазифаһына күсә. Ниһайәт, 2000 йылдың авгусында Башҡорт дәүләт аграр университетына иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире вазифаһына саҡырып ҡайтарыла һәм 2008 йылға тиклем шунда эшләй.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында эшләй.
Силәбе дәүләт университеты хәбәрҙәренең «Экономика» серияһы мөхәрририәте ағзаһы.
Өйләнгән, өс улы бар.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒалимдың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһе: иҡтисади тикшеренеүҙәрҙә, халыҡ хужалығын һәм уның тармаҡтарын планлаштырғанда һәм идара иткәндә математик ысулдарҙы һәм хисаплау техникаһын ҡулланыу (ауыл хужалығы), малсылыҡта яңырта үрсетеүҙе оптималь планлаштырыу. «Тиң булмаған иҡтисади теория» өҫтөндә эшләй.
500-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик публикация авторы.
2005 йылда В. Ҡ. Носратуллиндың педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы менән билдәләнә[5]. 2007 йылда Украина Иҡтисад фәндәре академияһының (Донецк ҡалаһы) мөхбир ағзаһы, 2010 академигы итеп һайлана. 2010 йылда Рәсәй Ирекле иҡтисади йәмғиәтенең эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәне өсөн грамота менән бүләкләнә. 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тиңһеҙ иҡтисад теорияһы буйынса хеҙмәттәре өсөн уны М. И. Таҡымбәтов исемендәге премия менән бүләкләй[6]. 2017 йылда ижтимағи фәндәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Н. Д. Кондратьевтың көмөш миҙалы менән бүләкләнә[7].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Имитационные системы в планировании животноводства. — Уфа, 1991. — 176 с.
- Рента и регулирование экономических отношений (в новейшей модели экономики). — Уфа, 1996. — 345 с.
- Неравновесная экономическая теория. В 2-х кн. — Уфа: Восточный университет, 1999. — Кн. I. Методические основы. — 176 с.
- Неравновесная экономическая теория. В 2-х кн. — Уфа: Восточный университет, 1999. — Кн. II. Методология и перспективы. — 204 с.
- Неравновесная экономика: Монография. — Уфа: Восточный университет, 2004. — 328 с.
- Стратегические основы развития современного российского предпринимательства: Монография. — Уфа: Типография ООО «Штайм», 2005. — 128 с. (в соавторстве с Емельяновым С. В.).
- Неравновесная экономика: Монография. — М.: Компания Спутник+, 2006. — 482 с.
- Теоретические проблемы обеспечения экономической безопасности в транзитивной экономике. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2007. — 154 с. (в соавторстве с Абелгузиным Н. Р.).
- Стоимость как экономическая категория и закон стоимости в формировании постиндустриальных отношений. — Уфа: Изд-во БГАУ, 2007. — 84 с. (в соавторстве с Валиуллиным Р. Р.).
- Экономические законы в структуре и закономерностях развития современных экономических отношений. — Уфа: Изд-во БГАУ, 2007. — 84 с. (в соавторстве с Валиуллиным Р. Р.).
- Развитие сельского хозяйства в стабилизирующейся экономике. — Уфа: Изд-во БашГАУ, 2007. — 165 с. (в соавторстве с Шишкиным М. И., Хусаиновым Р. З.).
- Совершенствование экономической оценки земель сельскохозяйственного назначения. — Уфа: Изд-во БГАУ, 2009. — 178 с. (в соавторстве с Мусиным Б. М., Нусратуллиным И. В., Фарраховой Ф. Ф.).
- Теоретический анализ проблем устойчивого развития современной экономики. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2012. — 168 с. (в соавторстве с Нусратуллиным И. В.).
- Public reproduction and growth: the formalization and modeling (Общественное воспроизводство и экономический рост: формализация и моделирование). — : Lulu Press, 2015. — 184 p. (в соавторстве с Нусратуллиным И. В.).
- Evolutionary theory of economic development (эволюционная теория развития экономики).- : Lulu Press, 2016. — 234 p. (в соавторстве с Нусратуллиным И. В.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://nvk-ufa.ru/about-me/
- ↑ 2,0 2,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Aigyl. Нусратуллин Вил Касимович (билдәһеҙ). inefb.ru. Дата обращения: 4 март 2018.
- ↑ Обо мне - Нусратуллин В.К. - персональный сайт (рус.). nvk-ufa.ru. Дата обращения: 4 март 2018.
- ↑ Нусратуллин Вил Касимович — Известные ученые. famous-scientists.ru. Проверено 4 марта 2018.
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — По итогам работы комиссий по присуждению именных премий в 2012 году Президиум АН РБ утвердил присуждение премий: (рус.). www.anrb.ru. Проверено 4 марта 2018.
- ↑ МФК — Международный фонд Н. Д. Кондратьева. www.ikf2011.ru. Проверено 4 марта 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Носратуллин Вил Ҡасим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2021)
- http://nvk-ufa.ru/about-me/ 2018 йыл 5 март архивланған.
- http://e-koncept.ru/author/1145/ 2014 йыл 16 сентябрь архивланған.
- http://www.bagsurb.ru/upload/doc/Nusratullin1.pdf 2014 йыл 19 апрель архивланған.