Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы

Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (19 август 1942 йыл) — журналист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.

Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ҡыйышҡы, Ҡабаҡ ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 август 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ринат Ғиндулла улы Ғәбиҙуллин Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылында 1942 йылдың 19 авгусында тыуған.

1964—1968 — Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетының журналистика факультеты студенты.

1968—1979 — Ишембай ҡалаһы «Восход» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, мөхәррир булып эшләй. Етмешенсе йылдарҙа «Восход» (Ишембай) гәзите редакцияһы янындағы йәш журналистар мәктәбендә уҡыта.

1979—1985 — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары.

1985—1988 — КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты нәшриәте директоры.

1988—1995 — «Киске Өфө» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары.

1995—2000 — КПРФ-тан дөйөм федераль исемлек буйынса һайланған Дәүләт Думаһы депутаты.

2000—2003 — Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһы Коммунистар партияһы рәйесе урынбаҫары.

2003 йылдан — хаҡлы ялда.

1995 йылда икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына һайланған депутат. КПРФ фракцияһы ағзаһы. Элемтә һәм мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. КПРФ-тың Башҡортостан республика комитеты рәйесе урынбаҫары, КПРФ Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат.

2003 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 46-сы һайлау округы буйынса депутаттар һайлауҙа ҡатнаша. Һайлаусыларҙың 16,35 процент тауышынйыйып, өсөнсө урынды ала.

2004 йылдың июнь айында КПРФ-тың Башҡортостан бүлексәһенең XIII отчет-һайлау конференцияһында бүлексәнең икенсе секретары һәм бюроһы ағзаһы итеп һайлана. Әммә шул уҡ йылда КПРФ-та сыҡҡан конфликт арҡаһында партиянан сығырға ғариза бирергә мәжбүр була. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитеты пленумында рескомдың беренсе секретары, реском бюроһы ағзаһы Валентин Никитин, реском секретары, бюро ағзаһы Валерий Ширяев, реском бюроһы ағзалары — Өфө район комитетының беренсе секретары Леонид Михайлов һәм Владимир Хивинцев үҙ вәкәләттәрен һалыу тураһында ғариза бирә. Ғәбиҙуллин әйтеүенсә, был КПРФ Үҙәк комитеты рәйесе Геннадий Зюганов алып барған сәйәсәт менән килешмәгәнлектән килеп сыға.

2005 йылдың 16 апрелендә Өфөлә оппозиция митингыһында Ғәбиҙуллин һөжүмгә дусар була. Һөжүм итеүсе уны милиция хеҙмәткәрҙәре алдында кастет менән һуғып йыға һәм туҡмай башлай. Ғәбиҙуллинға ярҙамға килгән ҡатын-ҡыҙ милиционерҙарҙан һөжүм итеүсене тоттора. Киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәрҙәр буйынса, һөжүм итеүсе «Башҡорт йәштәре берлегенән» була. Уның һүҙҙәре буйынса, урындағы үҙидара үҫеше фондының директоры, урындағы оппозиционер Роберт Загреев әйтеүенсә, шул уҡ көндө митингта бер нисә ҡарт туҡмала.

2009 йылдың 1 сентябрендә 67 йәшлек Ғәбиҙуллин пенсионерҙарҙың льготаларын бөтөрөүгә ҡаршы акцияла ҡатнашырға саҡырған листовкалар таратҡан саҡта Өфө милицияһының оператив төркөмө тарафынан тотҡарлана. Унан һорау алған саҡта Ғәбиҙуллин үҙен насар тоя, уға ашығыс ярҙам саҡыралар. Йәмәғәт ойошмаһының координация советы һәм республиканың сәйәси партияһының төбәк бүлексәләре был хаҡта Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрына запрос ебәрә. Мөрәжәғәттә «Ғәбиҙуллин һорау алған саҡта төрлө мыҫҡыллау һәм кәмһетеүҙәргә дусар ителгән», «уның арҡаһында Ғәбиҙуллиндың нервыларына шок булып, ул хәрәкәт итеү һәләтен юғалта», «Бары алты сәғәт үткәс кенә Ғәбиҙуллинды милициянан сығарып ебәрәләр. Милиция бүлеге алдында конвульсияла ятҡан Ғәбиҙуллинға „ашығыс ярҙам“ табиптары укол менән ярҙам итә һәм үлемдән ҡотҡара» — тип яҙыла. Һуңыраҡ Ғәбиҙуллин: «бөтә көсө битһеҙлек күрһәтеү булған ҡырағай башбаштаҡлыҡ алдында сигенеү — минең абруйымды түбәнәйтеү булған булыр ине» — тип әйтә. Ул үҙенә кире ҡайтарылған листовкаларҙы икенсе көндә үк шул урында таратып бөтөрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә