17 июль
көнө
(17 июля битенән йүнәлтелде)
17 июль — григориан стиле буйынса йылдың 198-се (кәбисә йылында 199-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 167 көн ҡала.
17 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: «Балаларығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ» көнө (июлдең өсөнсө дүшәмбеһе).
- Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби-Диңгеҙ флотының авиацияһы көнө.
- Этнографтар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Георгиев Александр Сергеевич (1975), спортсы. 1999—2004 йылдарҙа «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһаусы. 1992 йылдан Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Классик программа буйынса донъя (2002—2004, 2006, 2011, 2013), Европа (1995, 2006, 2010), Рәсәй (1994—1995, 1997, 2000, 2002, 2005—2007, 2009—2011) чемпионы.
- Шәйәхмәтов Рөстәм Әсхәт улы (1975), Рәсәй спортсыһы (шашка, шашка композицияһы), әҙәбиәт белгесе, мифолог һәм фольклорист, спорт журналисы. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы. Шашка композицияһы буйынса халыҡ-ара мастер. Шашка композицияларын сисеү буйынса Литва асыҡ чемпионатының бронза призеры (2008). Бөтә донъя шашка федерацияһының композиция буйынса комитетында Рәсәй вәкиле.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ноғман Мусин (1931—31.10.2021), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Байбурин Наил Ғабдулла улы (1956), сценограф, рәссам. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1991 йылдан — Рәссамдар союзы ағзаһы. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем һәм 2002—2011 йылдарҙа рәссам-ҡуйыусы, 1983—1994 һәм 1996—2002 йылдарҙа баш рәссам, 1994—1996 йылдарҙа баш режиссёр. 2006 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Дизайн һәм милли мәҙәниәттәр институты директоры, 2007—2008 йылдарҙа художество етәксеһе; 2011 йылдан «Арт Групп» идара итеүсе йәмғиәтенең (Өфө) художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусы Ғабдулла Байбуриндың улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәбиҙуллин Мәрүән Миҙхәт улы (1956), табип, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Салауат ҡала дауаханаһының табип-гастроэнтерелогы, 1983 йылдан — рентгенология бүлеге мөдире, 1998 йылдан — баш табиптың поликлиника эше буйынса урынбаҫары, 2014 йылдан – табип-рентгенолог. Ҡала Советы депутаты (1987), табиптарҙың 7-се Бөтә Рәсәй Пирогов съезы делегаты (Мәскәү, 2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Зәйет ауылынан.
- Головнёва Елена Вениаминовна (1961), ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (2005), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). 1985 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Волкова Любовь Григорьевна (1927—31.10.2014), инженер-технолог, 1954 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы, 1965—1994 йылдарҙа — ҡулайламалар начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
- Рәхимов Бүләк Мырҙағәли улы (1952), хеҙмәт ветераны. 1978 йылдан Хәйбулла комплекслы газ хеҙмәтенең слесарь-газовигы, 1984 йылдан — мастер, 1992 йылдан — начальник, 1995 йылдан – техник күҙәтеү инженеры, 2003 йылдан — начальник урынбаҫары, 2004 йылдан — начальник вазифаһын башҡарыусы, 2006—2012 йылдарҙа — диспетчер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2012). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Малятин ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Плекунов Владимир Иванович (1923—6.01.2001), театр рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР‑ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1964) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1955) ордендары кавалеры.
- Илһамова Нәғимә Әүхәҙи ҡыҙы (1928), педагог. 1953—1983 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1966—1983 йылдарҙа мәктәп музейы етәксеһе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966) һәм Юғары Совет Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Сығышы менән ошо райондың Рауил ауылынан.
тулы исемлек
- Александрова Нина Апександровна (1938), сауҙа хеҙмәткәре. 1959—1980 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ОРС-ының һатыусыһы, өлкән һатыусыһы, секция мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Яңы Ивановка ауылынан.
- Мирсаев Рафаил Нурый улы (1948—22.04.2016), философ-ғалим, партия һәм дәүләт органдары, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1979 йылдан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы, 1985—1987 йылдарҙа ― КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары. 1990—1995 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариаты ойоштороу бүлегенең баш белгесе, бүлек мөдире, Секретариат еткәсеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. 2008—2016 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999), 2-се (1999—2003) һәм 3-сө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидаралыҡ академияһы ағза-корреспонденты (2003). Философия фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы.
- Мөхөтдинова-Фәйзуллина Тәслимә Хәләф ҡыҙы (1953—13.10.2018), театр артисы, педагог. 1972 йылдан хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1977—2018 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһындағы хәҙерге Кәрим Тинчурин исемендәге дәүләт драма һәм комедия театры актёры, бер үк ваҡытта Мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты, Ҡазан театр училищеһы уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Дүсән ауылынан.
- Доставалов Александр Васильевич (1963—1.03.2000), Чечен Республикаһындағы террорға ҡаршы операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, десантсы, гвардия майоры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Агарков Алексей Григорьевич (1939—13.06.2002), нефтсе, 1970—2002 йылдарҙа Татарстандың «Баулынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1987) һәм Татарстан комсомолының Муса Йәлил исемендәге премияһы (1978) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка ауылынан.
- Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы (1944), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
тулы исемлек
- Фәррәхова Альбина Әнәс ҡыҙы (1959), педагог, Ағиҙел ҡалаһы 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1800: Николай Гольц, Рәсәй империяһының балет артисы, хореограф, педагог.
- 1850: Анна Жюдик, Францияның оперетта артисткаһы.
тулы исемлек
- 1899: Джеймс Кэгни, АҠШ-тың театр һәм кино актёры.
- 1900: Марсель Далио, Франция актёры.
- 1905: Эдгар Сноу, АҠШ журналисы.
- 1915: Владо Байич, хәрби эшмәкәр, генерал-полковник, Югославияның халыҡ геройы.
- 1920: Гордон Гулд, АҠШ-тың ғалим-физигы, лазерҙы уйлап табыусы.
- 1920: Хуан Антонио Самаранч, Испания сәйәсмәне, бизнесмен, Халыҡ-ара олимпия комитеты — МОК-тың етенсе (1980—2001) президенты.
- 1925: Джимми Скотт, АҠШ йырсыһы, музыкант.
- 1925: Мөхәммәд Хәсән Шәрк, дәүләт эшмәкәре, 1988—1989 йылдарҙа Афғанстандың премьер-министры.
- 1935: Дайан Кэрролл, АҠШ актрисаһы, йырсы.
- 1935: Дональд Сазерленд, Канада актёры, кинопродюсер, «Эмми» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
- 1940: Александр Игишев, СССР һәм Украина кинорежиссёры.
- 1940: Александра Назарова, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001).
- 1945: Алексей Рыбников, СССР һәм Рәсәй композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989), Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999).
- 1954: Ангела Меркель, 2005 йылдан Германияның федераль канцлеры.
- 1975: Darude (төп исеме Вилле Виртанен), Финляндия продюсеры, диджей.