Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы
Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы (17 июль 1944 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Архангел районы, Муллаҡай ауылы |
Ил |
СССР, Россия |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
БиографияһыҮҙгәртергә
- Әхмәт Хажмөхәмәт улы Дәүләтҡолов 1944 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуған.
- 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1970—1982 йылдарҙа Архангел һәм Стәрлетамаҡ райондары мәктәптәрендә уҡыта, педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
- 1982 йылдан алып Өфө районының «Правда» колхозында эшләй.
- 1985 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
- 1992 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.
- 2004—2009 йылдарҙа шул уҡ юғары уҡыу йортоноң башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Әхмәт Дәүләтҡоловтың ғилми эшмәкәрлеге башҡорт эпик хикәйәттәренең философик һәм донъяға ҡараш аспекттарын өйрәнеүгә бәйле. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шцл иҫәптән:
- Проблемы художественно-эстетического осмысления истории этноса в башкирском эпосе: опыт социально-философского анализа. Уфа, 1998;
- История этноса и его социально-духовная жизнь в эпической поэзии башкир (социально-философской анализ). Уфа, 2012.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004).
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аҡмулла шишмәһе 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.